Имашев Рәшит Фәтих улы

Имашев Рәшит Фәтих улы (30 март 1939 йыл11 март 2007 йыл) — рәссам. 1973 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Татарстан Республикаһының халыҡ рәссамы (2003), Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Татар АССР‑ының (1986) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Фәтих Кәрим (1999), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (2006) премиялар лауреаты.

Имашев Рәшит Фәтих улы
Рәшит Фәтих улы Имашев
Фотография
Тыуған:

30 март 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Миәкә районы[1] Аҙнай ауылы

Үлгән:

11 март 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (67 йәш)

Үлгән урыны:

Ҡазан

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Жанр:

пейзаж

Уҡыған урыны:

В. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт һынлы сәнғәт институты

Стиль:

реализм

Исемдәре:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре;
Татарстан Республикаһының халыҡ рәссамы (2003)

Премиялары:

Фәтих Кәрим, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялар

 Работы

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәшит Фәтих улы Имашев 1939 йылдың 30 мартында Миәкә[1] районының Аҙнай ауылында тыуа. Өфөнөң 9-сы интернатын (Р. Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернаты), Ҡазан һынлы сәнғәт училищеһын һәм В. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт һынлы сәнғәт институтын тамамлай. Урта мәктәптә уҡығанда рәсемдәре «Азат хатын», «Һәнәк», «Саян», «Детский мир», «Юность» журналдарында баҫыла. Ул — рәсем сәнғәте, гәзит-журнал графикаһы оҫтаһы, меңдән ашыу рәсем авторы. Әҫәрҙәре — Рәсәй һәм сит ил галереяларына ҡуйылған. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, зона һәм республика күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Ғ. Туҡай, Ғ. Ибраһимов, Х. Туфан, С. Сәйҙәшев, М. Йәлил, Н. Йыһанов, К. Ҡолоев, Ф. Хемингуэй, Ф. Кастро, Л. Корваландың һәм башҡа дәүләт эшмәкәрҙәренең, азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшеүселәрҙең портреттарын яҙа.

Рәшит Имашев — киң темаға мөрәжәғәт иткән сәнғәт оҫтаһы. Уның әҫәрҙәрендә тарихи осор, һуғыш, илде тергеҙеү геройҙары, һалдаттар, тыл кешеләре, төҙөлөш эшселәре, крәҫтиән, нефтсе, металлург, студенттар, йәштәр, балалар, халыҡ вәкилдәре — уларҙы һанап бөтөрөрлөк түгел. Әммә һәр рәсемендә кеше, уның уй-фекерҙәре, шатлыҡ-ҡайғылары, ынтылышы сағылған. Рәшит Имашев ижад үрҙәренә үҙ таланты менән күтәрелде. Уға ҙур ҡаҙаныштары, фиҙакәр хеҙмәте өсөн — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Ул — Фәтих Кәрим, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты.

2003 йылдың 30 декабре рәссамға тағы бер ҙур шатлыҡ алып килде: Татарстан Республика Президенты Указы менән һынлы сәнғәт өлкәһендәге оло ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн Рәшит Фәтих улы Имашевҡа «Татарстан Республикаһының халыҡ рәссамы» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Бишбүләк районы.

Һылтанмалар

үҙгәртергә