Мәккәне яулау
Мәккәне яулап алыу (ғәр. فتح مكة — тура тәрж. Мәккәне асыу — Мөхәммәт Пәйғәмбәр етәкселегендәге мосолмандарҙың 630 йылдың 11 ғинуарында Мәккәгә инеүе. Мәккәгә йыһатҡа Мәккә ҡорайыштары яғынан Хоҙайбиә солох килешеүен боҙоу сәбәпсе булған. Һуңынан Мөхәммәт Пәйғәмбәр Ҡәғбә янындағы бөтә һынташтарҙы емереп, Мәккә халҡынан ант ҡабул иткән һәм ун биш көндән һуң Хүнәйнәгә йыһатҡа киткән.
Ҡорайыштарға ҡаршы ғазауат | |||
Төп конфликт: Мәккәне яулау | |||
| |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны | |||
Нәтижә |
Мосолмандарҙың еңеүе, Мәккәнең яуланыуы | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
Дөйөм юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Тарихы
үҙгәртергәХатиб хаты
үҙгәртергәМосолмандар Мәккәгә йыһатҡа әҙерләнгәндә, Хәтиб ибн Әбү Балтаа ҡорайыштарға был хаҡта хәбәр итергә була . Бер ҡатынға бүләк вәғәҙә итеп, хатты сәсенә йәшереп, Мәккәгә ебәргәндәр. Әммә Мөхәммәт Пәйғәмбәргә үәхи иңеп, ҡатын тотола.
Хатиб: « Мәккәлә минең улым һәм ғаиләм бар. Мин ҡорайыштарға улар өсөн ярарға тырыштым, тик диндән яҙманым», — тигән. Үмәр ибн әл-Хаттаб уны язаларға булғас, Мөхәммәт ғәләйһиссәләм Хатибтың Бәҙер һуғышында ҡатнашыуын иҫкә алып, ғәфү итә[3]
Мөфәссирҙәр Әл-Мүмтәхәнә сүрәһенең тәүге аяттары Хәтиб ибн Әбү Балтаа тураһында тип һанай:[4]
Яулау
үҙгәртергәМәккәгә ингәс, мосолмандар Хәлид Ибн Вәлид кешеләренән башҡа ҡаршылыҡҡа осрамаған. Алыш һөҙөмтәһендә 12 ҡорайыш үлтерелә, ә мосолмандарҙан Ҡарз ибн Жабир һәм Хүбәйш ибн Хәлид һәләк була.
Мөхәммәт Пәйғәмбәр өсөн Хәжүн тауы янында сатыр ҡорғандар. Ул дөйә менгән килеш Ҡәғбә тирәләй тауаф ҡыла. Ундағы бөтә һынташтарҙы емереп, Мөхәммәт Пәйғәмбәр ике рәҡәғәтле намаҙ уҡый.
Мәккәне яулап алғандан һуң Мөхәммәт пәйғәмбәр Мәккә халҡынан ант ҡабул итә. Ул бында ун биш көн була, шунан Хүнәйнәгә юллана.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Akram, Agha Ibrahim (инг.)баш. Khalid Bin Al-waleed: Sword of Allah: A Biographical Study of One of the Greatest Military Generals in History (инг.). — Maktabah Publications, 2007. — P. 57. — ISBN 0954866525.
- ↑ Akram 2007, p. 61.
- ↑ аль-Бухари «Магази», 9; Муслим «Фадаилус — Сахаба», 161
- ↑
О вы, которые уверовали! Не вступайте в дружбу с Моим врагом и вашим врагом. Вы предлагаете им дружбу, но они до того отвергли истину, которая явилась вам. Они изгоняют Посланника и вас [из Мекки] за то, что вы веруете в Аллаха, вашего Господа. Если вы выступили, чтобы явить рвение на Моем пути и искать Моего благоволения, [то не дружите с Моим врагом], утаивая [передо Мной] дружеские чувства к ним. Я знаю то, что вы таите, и то, что вы возглашаете. И тот из вас, кто так поступает, сошел с пути истины.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Peters, Francis E. Muhammad and the origins of Islam. — State University of New York Press, 1994. — С. 334. — ISBN 978-0-7914-1875-8.
- Lewis, Bernard. The Arabs in history. — Harper & Row, 1967. — С. 200. — ISBN 978-0-06-131029-4.
- F R Shaikh, The Chronology of the Prophetic Events, Ta Ha Publishers Ltd., London 2001 p.72.
- John Glubb, The Life and Times of Muhammad, Lanham, 1998, pp. 304—310.
- Saifiyyu ar-Rahman al-Mubarakfuri. ar-Rahiq al-Makhtum (Le Nectar Cacheté), Université Islamique de Médine, Éditions Darussalam ISBN 1-59144-071-8
- L. Caetani, Annali dell’Islām, 10 voll., Roma-Milano, Hoepli-Fondazione Caetani della Reale Accademia dei Lincei, 1905—1926, II, pp. 108 e segg.
- W.M. Watt, Muhammad at Medina, Oxford, Clarendon Press, 1956.
- C. Lo Jaconoruit, Maometto, Roma-Bari, Laterza, 2011. ISBN 978-88-420-9550-7
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |