Йылайыр районы
Был мәҡәләлә сит телдән алынған киҫәктәр бар һәм улар тәржемә итеп бөтөлмәгән. Уның тәржемәһен тамамлап проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был мәҡәләлә йәки уның ҡайһы бер бүлектәрендә мәғлүмәт иҫкергән. |
Йылайыр районы (рус. Зилаирский район) — Башҡортостан Республикаһының кѳньяғында урынлашҡан. 1930 йылдың 20 авгусында ойошторолған. Майҙаны — 5 783 км2. Башҡортостандың Ейәнсура, Күгәрсен, Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла райондары менән сиктәш.
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Статус | |||
Урынлашҡан урыны | |||
Берләштерә |
13 ауыл биләмәһе | ||
Административ үҙәк |
Йылайыр ауылы | ||
Барлыҡҡа килеүе | |||
Муниципаль район башлығы |
Фәтҡуллин Илгиз Лирман улы | ||
Хакимиәт башлығы |
Нәҙерғолов Ғәли Яхъя улы | ||
Рәсми телдәр | |||
Халҡы (2016) |
↘15 111[1] (0.37 %, 54 урын) | ||
Тығыҙлығы |
2.62 кеше/км² | ||
Милли состав | |||
Конфессиональ состав |
мосолмандар, православ | ||
Майҙаны |
5774 км² (2 урын) | ||
Ваҡыт бүлкәте | |||
Автомобиль номерҙары коды |
02, 102 | ||
Рәсми сайты | |||
ОКАТО | |||
Район үҙәге — Йылайыр ауылы. Республиканың баш ҡалаһы Өфөнән 410 км, Сибай ҡалаһындағы тимер юл станцияһынан 135 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Халыҡ һаны
үҙгәртергә1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Райондың 14 муниципаль ауыл берәмеге 57 ауылды берләштерә. Иң ҙур ауылдар: Йылайыр (5861 кеше йәшәй), Юлдыбай (1910 кеше), Ҡананикольский (990 кеше), Матрай (967 кеше), Яманһаҙ (833 кеше). Һабыр (596 кеше).
- Милли составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 56,5 %, урыҫтар — 36,2 %, татарҙар — 3,2 %, сыуаштар — 2,8 %, башҡа милләттәр — 1,3 %[21].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Александр Бурзянцев (19.10.1928—25.05.1997), рәссам, 1958 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), БАССР-ҙың халыҡ (1979) рәссамы һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1986). Яңы Преображенка утарынан.
- Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы(22.08.1924—2.04.2000), совет комсомол, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1962—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР Юғары Советының 6—9‑сы, РСФСР Юғары Советының 10—11‑се, БАССР Юғары Советының 4—11‑се саҡырылыштары депутаты. 1966—1971 йылдарҙа КПСС‑тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы. Ике Ленин (1971, 1984), Октябрь Революцияһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1974) ордендары кавалеры.
- Айытҡолов Азат Миңлеғәле улы (27.01.1956), ҡурайсы, педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған (1998), Башҡортостандың халыҡ артисы (1991), ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1990) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000) лауреаты.
- Бикбулатов Фәрит Хәйбулла улы(8.08.1936—26.11.2016), башҡорт йырсыһы. 1968—1989 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре (диктор, мөхәррир, музыкаль тапшырыуҙар бүлегенең өлкән мөхәррире). Башҡорт АССР-ының халыҡ (1986) артисы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2005).
- Вәлиев Фәрит Абдулла улы (21.06.1952), ғалим-химик‑органик. Химия фәндәре докторы (1997), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). Рәсәйҙең Дәүләт премияһы (1992) һәм Ленин комсомолы (1986) премияһы лауреаты.
- Валявин Геннадий Георгиевич (25.12.1938), ғалим—инженер-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1996), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1979). Йылайыр ауылынан[22].
- Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы (15.09.1928—19.10.1984), башҡорт актёры, ҡурайсы, йырсы һәм композитор. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1975), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1973) артисы.
- Дилмөхәмәтов Сәйфулла Ишҡәле улы (1.02.1932—27.08.2004), ҡурайсы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙан мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Халыҡ музыка ҡоралы — ҡурай эшләү оҫтаһы» тигән исемгә лайыҡ булған (1987), СССР ВДНХ-һы миҙалы кавалеры.
- Дилмөхәмәтова Шәүрә Ишмулла ҡыҙы (1961), Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996),Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1991). Ишмулла Дилмөхәмәтовтың ҡыҙы.
- Камалов Азат Әхмәҙулла улы (1 декабрь 1937 йыл — 24 апрель 2007 йыл), Совет һәм Рәсәй филологы, башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы, башҡорт топонимикаһы өлкәһендәге белгес.
- Нәҙерғолов Миңлеғәли Хөсәйен улы(7 октябрь 1953 йыл), башҡорт әҙәбиәте белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010). 2003 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2013).
- Тапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улы(20 февраль 1955 йыл), башҡорт прозаигы.1999 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яҙыусылар Союзы ағзаһы. «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» (2005), «Йыл уҡытыусыһы» (2007), «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» (2007), Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты (2010).
- Тереғолова Зәкиә Сәғәҙәт ҡыҙы (2.07.1943), табип-ғалим (терапевт, токсиколог, профпатолог), юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1996), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1983). Суртанүҙәк ауылынан[23].
- Хачин Георгий Андреевич (15.03.1915—2.05.1978), Халхин-Гол йылғаһы буйындағы ҡораллы бәрелештәрҙә, Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, орудие тоҫҡаусыһы, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1943). Ҡананикольский ауылынан.
- Шиятов Степан Григорьевич (24.12.1933), ғалим-эколог. Биология фәндәре докторы (1981), профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). Рәсәй Фәндәр Академияһының академик В. Н. Сукачёв исемендәге премияһы лауреаты (2008). Владимир-Николаев утарынан[24].
- Әбсәләмов Мөслим Бәхтейәр улы(12 июнь 1932 йыл — 5 июль 2009 йыл), уҡытыусы, прозаик һәм публицист. 1992 йылдан БР Яҙыусылар Союзы ағзаһы.БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983).Юлдыбай урта мәктәбендә мемориал таҡта ҡуйылған (2012 йыл).
- Ярлыҡапов Абрар Бәҙретдин улы (12.07.1942), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1997), профессор (2007). Халыҡтар Дуҫлығы (1988) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Матрай ауылынан.
- Ярмуллин Азат Шакирйән улы(4 ноябрь 1975 йыл), журналист, тарихсы. 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2010).
- Ярмуллин Сәлмән Шакирйән улы(24 сентябрь 1969 йыл), журналист, 1991 йылдан Журналистар союзы ағзаһы. 2006 йылдан «Аманат» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2018). Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009) һәм мәғариф отличнигы (2009). Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (1998) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы (2005) лауреаты.
География
үҙгәртергәРайон территорияһы Бараҡал, Йылайыр һәм Оло Эйек (юғары ағымы) йылғаларының каньон рәүешендәге үҙәндәре менән киҫелеп бѳткән Йылайыр платоһы сиктәрендә урынлашҡан. Файҙалы ҡаҙылмалары: Йылайыр ятҡылығында — балсыҡ, Юлдыбай ятҡылығында — балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом, Үрге Сәлимдә — ҡыҙыл балсыҡ, Исҡужала — тѳҙѳлѳш таштары. Юлаҡ кварц (Новотроицкта), марганец (Йылайыр ауылы эргәһендә) ятҡылыҡтары һәм ваҡ һибелмә алтын ятҡылыҡтарының барлығы билдәле.
Климаты
үҙгәртергәКлиматы — континенталь, дымлылығы етәрлек түгел. Районда таралған ҡайын ҡатыш ҡарағай урмандар, райондың кѳнбайыш сигендә имән урмандарына әйләнә. Тупраҡ — тау ҡара тупрағы, тау-урман ҡара һәм һоро тупраҡтар, кѳнсығышта — ябай ҡара тупраҡ. Тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбенә Ҡыҙҙар-Биргән ауылы эргәһендәге 600 йыллыҡ ҡарағастар керетелгән.
Иҡтисады
үҙгәртергәРайон иҡтисады аграр һәм урман сәнәғәте характерына эйә. Ауыл хужалығы ерҙәре 143,2 мең гектар биләй, йәки бөтә район территорияһының 24,8 %, һѳрѳлгән ерҙәр — 56,8, сабынлыҡтар — 38,6, кѳтѳүлектәр — 47,8. Урмандар 333,0 мең га ер биләй (район территорияһының 57,6 %) һәм 53434,5 м3 үҙағас запасына эйә. Быларҙың иҫәбендә ѳлгѳргән һәм ҡартайған йомшаҡ япраҡлы ағастар күпселектә.
Транспорт, мәғариф һәм мәҙәниәт
үҙгәртергәРайон территорияһынан Cибай-Ира, Юлдыбай-Аҡъяр автомобиль юлдары үтә, аэропорт эшләй. Районда 2 профессиональ училище, 48 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуның иҫәбендә 13 урта мәктәп; 20 китапхана, 43 мәҙәниәт йорто, район үҙәк һәм 2 тармаҡ хәстәханаһы бар. Урыҫса «Зилаирские огни» һәм башҡортса «Ауыл уттары» гәзиттәре сыға.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям . Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Валявин Геннадий Георгиевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Тереғолова Зәкиә Сәғәҙәт ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 23 июнь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы - Шиятов Степан Григорьевич(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2018)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Йылайыр районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был Йылайыр районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |