Зилаирские огни (гәзит)
«Зилаирские огни» («Йылайыр уттары») — ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Ауыл уттары» гәзите редакцияһы ҡаҙна предприятиеһы.
«Зилаирские огни» | |
Тип |
ижтимағи-сәйәси гәзит |
---|---|
Йылайыр районы Йылайыр ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм башҡорт («Ауыл уттары») телдәрендә сыға. 1931 йылдың декабренән башлап — урыҫ телендә «Колхозник-лесоруб» («Колхозсы — урман ҡырҡыусы»), 1941 йылдан — «За коммунизм» («Коммунизм өсөн») исеме менән, 1956 йылда «Коммунизм өсөн» гәзите менән берләшкәндән һуң, шул уҡ исем менән башҡорт телендә лә нәшер ителә, 1991 йылдан — «Сельские огни» («Ауыл уттары»); 2006 йылдан хәҙерге исеме менән, йәғни «Зилаирские огни» булараҡ сыға башлай, һәм «Ауыл уттары» 2009 йылдан башҡорт әҙәби телендәге үҙ аллы гәзиткә әүерелә.