Викидатала элемент юҡ

Дәүләт — башҡорт ир-ат исеме, башҡа мосолман халыҡтарында ла ҡулланыла.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Дәүләт исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, милек, мөлкәт, мал, байлыҡ; ил[1]; мәмләкәт, дәүләт; бәхет[2] мәғәнәһендә йөрөй.

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Аритҡолов Дәүләт Шәһи улы (5 май 1901 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — Граждандар һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир.

Абдулғәлимов Дәүләт Мәжит улы (рус. Абдулгалимов Давлет Мажитович) (1907-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкының ҡылыссыһы, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой[3]

Фамилияла

үҙгәртергә

Дәүләтов Бәкер Рәхим улы (23 май 1915, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Иҫке Әмир ауылы — 31 март 1982, Тажик СССР-ы, Турсунзаде) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының пулемёт расчеты командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Дәүләтов Әбдрәүеф Ғәни улы (27 март 1916 йыл — 27 октябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир-кавалерист, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы пулемёт взводы командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Дәүләтов Ғәлим Абдулла улы; Ғәлим Дәүләди (9 апрель 1936 йыл15 апрель 2016 йыл) — башҡорт шағиры, яҙыусы, тәржемәсе һәм журналист. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сергей Чекмарёв һәм Булат Рафиҡов исемендәге премиялар лауреаты.

Дәүләтов Фәрит Нәғим улы (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа — Әбделнәғим улы; 26 май 1924 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы һәм педагогик хеҙмәт ветераны, капитан. Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се дәрәжә һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры[4].

Дәүләт (рус. Давлятовка) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл.

Дәүләт (рус. Давлетово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.

Дәүләт (рус. Давлетово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл.

Дәүләт (рус. Давлятовка) — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Дәүләт — бер географик өлкәлә йәшәүсе халыҡтың сәйәси берләшмәһе. Беренсе боронғо дәүләттәр Яҡын Көнсығышта барлыҡҡа килә. Дәүләттең үҙ хөкүмәте, халҡы һәм баш ҡалаһы була.

Дәүләт (Платон) (грек телендә — Πολιτεία) — Платондың китабы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ