Дыуан (Дыуан районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Дыуан районындағы ауыл
(Дыуан (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)

Дыуан (рус. Дуван) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 3669 кеше[2]. Почта индексы — 452534, ОКАТО коды — 80223807001.

Ауыл
Дуван
башҡ. Дыуан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дыуан районы

Ауыл биләмәһе

Дыуан ауыл Советы

Координаталар

55°41′42″ с. ш. 57°53′50″ в. д.HGЯO

Халҡы

3669[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452534

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 223 807 001

ОКТМО коды

80 623 407 101

ГКГН номеры

0521604

Дуван (Рәсәй)
Дуван
Дуван
Дыуан (Дыуан районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Дуван

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 30 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 105 км

Дыуан ауылы Шәрип күленә ҡойоусы Ҡорйылға (Суханка) йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 30 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 105 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Дыуан районында урыҫ ауылдары күп, ҡырҡҡа яҡын ауыл. Пермь губернаһы Көңгөр өйәҙенән күсеп килгән дәүләт крәҫтиәндәре 1788 йылда төҙөлгән керҙәшлек килешеүе буйынса Троицк өйәҙе Дыуан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Дыуан ауылына нигеҙ һалған. Атамаһы башҡорттарҙың Дыуан ырыуы исеменән, этнонимдан, алынған. Шулай уҡ Петропавловка, Степь атамалары менән дә теркәлгән. Көңгөр урыҫтары килерҙән алда, был ерҙәрҙе ҡуртымға алып, Боғоросландан килгән мордва крәҫтиәндәре йәшәгән була. Килешелгән мөҙҙәт үткәәнлектән, улар элекке урындарына ҡайтҡан.

Күсеп килеүселәр ағымы артабан да туҡтамаған: 1801 йылда, 1806 йылда, 18091810 йылдарҙа иҡтисад (80 ир-ат), дәүләт (21 ир-ат), яһаҡлы, заводтарға беркетелгән (638 ир-ат), шулай уҡ партикуляр тип йөрөтөлгән (йәғни шәхси, 233 ир-ат) крәҫтиәндәр Дыуанға килгән дә килгән.

1811 йылда Дыуанда 289 йорт һәм 994 ирүат йән иҫәпләнгән. Ауыл яңы күсеп килеүселәрҙе һыйҙыра алмай башлаған. Шуға күрә бүлендек ауылдар барлыҡҡа килгән. Изге апостолдар Пётр менән Павел сиркәүе исеменән ауыл Петропавловка тип тә, Степь тип тә аталған. Төп ауылдан бүленеп сыҡҡан Чертан һәм башҡа ауылдар Кошелевка йылғаһы буйлап урынлашҡан[4].

Дыуан ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше

үҙгәртергә

1859 йылда Дыуандағы 846 йортта 1295 ир-ат, 1865 йылда 518 йортта — 3586 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, итек етештереү менән шөғөлләнгәндәр. Улус идралығы Дыуанда урынлашҡан, 1821 йылда төҙөлгән сиркәү, училище, 3 һыу тирмәне, 20 сауҙа кибете булған. Йәрминкәләр үткәрелгән.

1866 йылдан Дыуан — Дыуан улусы үҙәге. 1870 йылда 518 йортта — 1642 ир-ат һәм 1944 ҡатын-ҡыҙ, 1895 йылда 789 йортта — 2396 ир-ат һәм 2614 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.

1898 йылда, ер 108 йыл элек һөрөлгән, тип яҙылған. Баҫыусылыҡ системаһыҙ булған. Баҫыуҙарҙы тиреҫләү ҡулланылған. Көңгөр һабаны киң таралыу алған. Ауылға 100-гә яҡын һуҡҡыс һәм 200-гә яҡын елгәргес тура килгән. Баҡсалары булған. Ауылдан ике саҡрым алыҫлыҡта урман урынлашҡан, уны 1445 рәүиз йәненә бүлеп ҡулланғандар. Ауылда 4 тирмән, 24 тимерлек, 2 һабын ҡайнатыу оҫтаханаһы, 7 тире иләү, 9 май һығыу, 2 керәндил эшләү, 4 көршәк яһау оҫтаханаһы булған. Ауылда йылына 3 тапҡыр йәрминкәләр һәм йәкшәмбе көндәрендә баҙарҙар үткәрелгән[5].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда Дыуан ауылында улус идаралығы, сиркәү, 2 башланғыс земство мәктәбе, һөнәри һәм 2 класлы ҡыҙҙар училищеһы, йәкшәмбе мәктәп, фельдшер пункты, 2 ел һәм 4 һыу тирмәне, 33 тимрлек, тире-күн, 6 май һығыу, 40 көршәк оҫтаханаһы, шарап, һыра һәм 18 бакалея кибете, 2 запас иген һаҡлау мөгәзәйе булған. Йрминкәләр үткәрелгән. Урман кәсепселеге урын алған.

1920 йылда, Ивушкино ауылы менән бергә, 910 йортта — 2353 ир-ат һәм 3212 ҡатын-ҡыҙ булған. Ҡатын-ҡыҙҙар һаны ир-ат һанына ҡарата күберәк булған. Башҡорттарҙа тарихи көрсөк йылдарында ғына бындай күренеш күҙәтелгән[6] [7].

19301963 йылдарҙа Дыуан — Дыуан районының административ үҙәге[8].

Әлеге ваҡытта Дыуан ауылында иген ҡабул итеү һәм тоҡомсолоҡ предприятиелары, заготконтора, Дыуан күп профилле (аграр) техникумы, Дыуан урта мәктәбе, төп мәктәп, 3 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, Мәҙәниәт һарайы, клуб, 2 китапхана, метеорология станцияһы, ипподром, сиркәү бар[9].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Дыуан ауылында урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 5565
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 5190
1959 йыл 15 ғинуар 5134
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 3745
2002 йыл 9 октябрь 3703
2010 йыл 14 октябрь 3669 1897 1772 51,7 48,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная (улица)
  • Комсомол урамы (рус.  Комсомольская (улица)
  • Ленин урам (рус.  Ленина (улица)
  • Матросов урамы (рус.  Матросова (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Октябрь урам (рус.  Октябрьская (улица)
  • Пролетар урамы (рус.  Пролетарская (улица)
  • Рудаков урамы (рус.  Рудакова (улица)
  • Сафонов урам (рус.  Сафонова (улица)
  • Совхоз урамы (рус.  Совхозная (улица)
  • Урал урамы (рус.  Уральская (улица)
  • 7 Ноябрь урам (рус.  7 Ноября (улица)
  • Комаров урамы (рус.  Комарова (улица)
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Беренсе Май урам (рус.  Первомайская (улица)
  • Профсоюз урамы (рус.  Профсоюзная (улица)
  • С. А. Михляев урамы (рус.  С. А. Михляева (улица)
  • Совет урам (рус.  Советская (улица)
  • Социалистик урамы (рус.  Социалистическая (улица)
  • Февраль урамы (рус.  Февральская (улица)
  • 8 Март урамы (рус.  8 Марта (улица)[12]

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

  • Ҡорйылға (Суханка), Йүрүҙән ҡушылдығы Коше­левка

Күл:

  • Шәрип күле

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр: Ҡарағайлы күл өйкөмө (урочище Сосновое озеро)

Мәҙәни мираҫ объекттары: XX быуат башында кирбестән төҙөлгән элекке Крестовоздвиженский сиркәүе бинаһы һәм XX быуат башында төҙөлгән ағас йорттар комплексы

Тәбиғәт һәйкәле: Ҡарағайлы күл (Сосновая) һаҙлығы, карст сығышлы, көнсығыш ярында күрәнле-мүкле һәм йәшел мүкле (гипновый)[13].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Дыуан (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 1755. Ф. 138. Оп. 2. Д. 121. Речь идет о покупке земли. Давлетбаев Б. С. Большая Ока. С. 52. См. эту монографию и по другим деревням. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 121.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Дыуан (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Башҡортостан энциклопедияһы — Секерин Александр Иванович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2020)
  11. Башҡортостан энциклопедияһы — Секерин Алексей Борисович(недоступная ссылка)
  12. Карта д. Дуван. Улицы
  13. Памятники природы Дуванского района