Секерин Александр Иванович
Секерин Александр Иванович (7.11.1925, Дыуан — 25.01.1999, Силәбе) — ғалим, тарих фәндәре докторы (1970), профессор (1971). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан[1].
Секерин Александр Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 ноябрь 1925 |
Тыуған урыны | Дыуан ауылы, Дыуан районы |
Вафат булған көнө | 25 ғинуар 1999 (73 йәш) |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Уҡыу йорто | Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы һәм танкист[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы үҙгәртергә
Александр Иванович Секерин 1925 йылдың 7 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Дыуан районы Дыуан ауылында тыуған.
Дыуан урта мәктәбендә уҡый[2].
Тормош һәм хеҙмәт юлы үҙгәртергә
1943 йылдың февралендә 10 класта уҡып йөрөгән еренән үҙе теләп һуғышҡа китә. Т-34 танкы механик-водителе. Украина, Польша, Германия, Чехословакия территорияларында барған алыштарҙа ҡатнаша. Яралана, ике тапҡыр контузия ала.
1945 йылдың декабрендә демобилизациялана.
1946—1951 йылдарҙа Дыуан районы Мәтәле 7 йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы.
1951 йылда Урал дәүләт университетының немец теле курстарын, тарих факультетын тамамлай.
1951 йылдан Свердловск тау институтының ассистенты, марксизм-ленинизм кафедраһы преподавателе.
1958 йылдан Силәбе педагогия институтының марксизм-ленинизм кафедраһы доценты.
1954 йылда Мәскәү дәүләт университетында кандидатлыҡ, артабан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1965 йылдан Мәскәү дәүләт педагогия институтында КПСС тарихы һәм политэкономия кафедралары мөдире,
1973 йылдан Силәбе дәүләт педагогия институтының фәнни коммунизм кафедраһы пофессоры
1974 йылдан ЧИМЭСХ-та фәнни коммунизм, йәмғиәт фәндәре кафедралары, 1976 йылдан марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире була.
1982—1989 йылдар — Силәбе дәүләт университетында фәнни коммунизм кафедраһы мөдире.
1989—1994 йылдарҙа Силәбе дәүләт университетының фәнни коммунизм кафедраһында профессор-консультант.
100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы[3].