Көңгөр өйәҙе — 17811923 йылдарҙа Рәсәй империяһы һәм РСФСР-ҙың Пермь губернаһы составындағы административ-территориаль берәмек. Өйәҙ ҡалаһы — Көңгөр.

Көңгөр өйәҙе
Өйәҙ үҙәге гербы Губерна гербы
Герб уездного центра
Герб уездного центра
Герб губернии
Герб губернии
Губерна [[Пермь губернаһы]]
Үҙәге [[Көңгөр]]
Барлыҡҡа килгән 1781
Бөтөрөлгән 1923
Майҙаны 9992,6 саҡрым²
Халҡы 136 343[1] кеше (1897)
Файл:Permskaya gubernia Kungursky uezd.png

Географияһы

үҙгәртергә

Көңгөр өйәҙе Пермь губернаһының көньяҡ өлөшөндә, Урал һыртының көнбайыш яғында урынлаша. Өйәҙ биләмәһе бөтә йүнәлештәрендә лә Чусовая, Сылва һәм башҡа йылғаларҙың яр бейеклеген тәшкил иткән Урал армыттары менән ҡырҡылып үтә. Бейеклектәр араһында иң мөһиме: Сулпан-Киндел — 128 м (420 фут), Саған тауы — 104 м (340 фут), Спасск тауы — 85 м (280 фут). Өйәҙҙең Урал һыртына һәм Чусовая йылғаһына яҡын урынлашҡан көнсығыш өлөшөндә девон системаһына ҡараған ҡара һәм һәүерташлы эзбизташ; өйәҙҙең Сылва йылғаһына һәм уның ҡушылдыҡтарына яҡын ятҡан көнбайыш өлөшө пермь системаһына ҡарай. Көңгөрҙөң, Ҡылас ауылының һәм башҡа урындарҙың тирә-яғы бик ҙур гипс ҡатламдарынан һәм эзбизташ плиткалы таштарҙан тора. Көңгөрҙән өс километр алыҫлыҡта, Сылва йылғаһының ярында — иҫ киткес Боҙ тауы: тау гипстан тора; һыу тәьҫире арҡаһында тауҙа бик ҙур мәмерйә барлыҡҡа килгән (Көңгөр мәмерйәһе), мәмерйәне академик Лепехин килеп күргән һәм тасуирлаған.

Өйәҙ Чусовая йылғаһы бассейнында урынлашҡан була, йылға өйәҙҙең көнсығыш өлөшөндә көньяҡтан төньяҡҡа табан аға, бөтә ағымында судоходство өсөн яраҡлы; өйәҙ биләмәһендә йылғаның биш ҡушылдығы бар: Межевая Утка, Серебрянка, Кын, Илем, Ҡашҡа. Өйәҙҙең көнбайыш һәм көньяҡ өлөштәре Сылва һәм уның ҡушылдыҡтары Ирень, Бабка, Шаква, Урма менән һуғарыла. Чусовая йылғаһының башҡа ҡушылдыҡтары (Лысьва, Кумыш) өйәҙҙең төньяҡ өлөшөндә баш ала. Өйәҙҙең яртыһынан күбеһе, атап әйткәндә, уның көнсығыш өлөшө, урмандар менән ҡапланған була, башлыса ылыҫлы; көнбайыш өлөшөндә халыҡ күпләп йәшәгән.

Өйәҙ майҙаны 11 372,6 км2 (9 992,6 кв. в.) тәшкил иткән. Өйәҙ территорияһындағы ерҙән крәҫтиәндәр — 40,585 % (4615,4 км2), сиркәүҙәр — 0,216 % (24,538 км2), ер биләүсе дворяндар — 16,778 % (1908,012 км2) эйә булған, ҡалған ер — 42,421 % — тулыһынса тиерлек ҡаҙна ҡарамағында булған. Өйәҙ составына 3 стан, 5 земство участкаһы, 25 улус, 217 ауыл йәмғиәте, 1 177 ауыл ингән.

Көңгөр өйәҙе яҡынса 1672 йылда барлыҡҡа килгән.

XVII аҙағында — XVIII быуат Көңгөр өйәҙе дүрт сиреккә бүленгән: 1. Карьев, 2. Үрге Ирен, 3. Шаквен, 4. Үрге Сылва[2].

1708 йылдың 18 декабрендә Көңгөр өйәҙе территорияһы яңы ойошторолған Себер губернаһы составына ингән[3].

1719 йылдың 29 майында Себер губернаһы составында Вятка провинцияһы булдырыла. Провинция составына ҡ ҡала ингән: Хлынов (Вятка) — 6511 йорт, Кай-1195 йорт һәм Көңгөр −3202 йорт[4], Вятка провинцияһы 7 тора дистриктан (өйәҙҙәрҙән) торған: Хлынов, Слобода, Котельнич, Орел, Шестаков, Кайгород һәм Көңгөр.

1724 йылдың 4 июнендә Көңгөр ҡалаһы өйәҙе менән бергә Көңгөр менән Хлынов араһында ҙур ара булыуы арҡаһында Вятка провинцияһынан Соликамск провинцияһына күсерелә[5].

1727 йылдың 29 апрелендә Соликамск провинцияһы территорияһы Себер губернаһы составынан Ҡазан губернаһына күсерелә[6].

1737 йылдың 13 авгусында Провинциаль Воевода Соликамск ҡалаһынан Көңгөр ҡалаһына күсерелә. Ҡазан губернаһы Соликамск провинцияһы Ҡазан губернаһы Пермь провинцияһы тип үҙгәртелә[7]. Әммә ҡайһы бер рәсми документтарҙа Көңгөр тип аталыуы осрай.

1781 йылдың 27 ғинуарынан Көңгөр өйәҙе Пермь өлкәһенең Пермь наместниклығы составында булған.

1796 йылдың 12 декабренән Көңгөр өйәҙе — Пермь губернаһы составында.

1923 йылдың 3 ноябрендә өйәҙ бөтөрөлә, уның территорияһы Урал өлкәһенең Көңгөр округы составына индерелә.

Халҡы 1895 йылда 126 258 кеше (шул иҫәптән 63 788 ҡатын-ҡыҙ) тәшкил итә, ауыл халҡының тығыҙлығы — бер км2 -ға 9,753 кеше . шулар араһында: бер дин кешеләре (единоверцы) — 2 803, старообрядсылар — 2 606, мосолмандар — 2 723, мәжүсиҙәр — 210.

1890 йылға ҡарата крәҫтиән халҡы 111 337 тәшкил иткән, крәҫтиән йорттары 338 булған.

Административ бүленеше

үҙгәртергә

1913 йылда өйәҙ составына 25 улус ингән[8]:

  • Асов
  • Берёзовка (Березовка улусы (Көңгөр өйәҙе)
  • Илем — Илем пристане ауылы
  • Кишерт
  • Комаров
  • Крестовоздвиженка
  • Кылас
  • Кын — Кын заводы ауылы
  • Неволинск
  • Осинцевка
  • Покровка
  • Рождественка
  • Сабар
  • Сажин
  • Саин
  • Серебрянка — Серебрянка заводы ауылы
  • Сосновка
  • Тазов
  • Тихановка
  • Троельжан — Троельга ауылы,
  • Урминка
  • Усть-Кишерт (Пермь крайы)
  • Филипповка
  • Черноярка
  • Шадейка

Иҡтисады

үҙгәртергә

Тупрағы, башлыса ташлы-балсыҡлы һәм ҡомло-балсыҡлы булыуға ҡарамаҫтан, яҡшы ашламалар шарттарында яҡшы уңыш биргән. Арыш, һоло, арпа, әҙерәк күләмдә бойҙай, борсаҡ, борай, ҡарабойҙай, картуф, бер ни тиклем етен сәскәндәр. 1894 йылда 1 050,4 км2 (96 145 дисәтинә) сәселгән. 1892 йылдың 1 ғинуарына ҡарата өйәҙҙә 29 727 ат, 50 028 баш мөгөҙлө мал, 60 812 һарыҡ, 4 378 сусҡа, 149 кәзә иҫәптә булған. Күп кеше — умартасылыҡ, шулай уҡ суднолар төҙөү менән шөғөлләнгән.

 
Кын заводы, 1910 йыл

1890 йылда өйәҙҙә 379 фабрика һәм завод була, предприятиеларҙың етештереү күләме 1 142 379 һум тәшкил иткән, эшселәр һаны — 2 188. Производствоның байтаҡ өлөшө (954 386 һум) ике тау заводына тура килә: Серебрянка (ҡаҙна тимер ҡойоу; 972 эшсе) һәм Кын (шәхси, суйын ҡойоу һәм тимер яһау; 530 эшсе). Бынан тыш, утҡа сыҙамлы балсыҡ етештереүсе 2 баҙ, уларҙың етештереү күләме — 10 128 һум, 86 эшсе; 4 сүс арҡан изделиелары фабрикалары, етештереү күләме — 35 000 һум, 81 эшсе. Башҡа сәнәғәт предприятиелары: 14 күн заводы, 16 тире эшкәртеү һәм һарыҡ тиреһен эшкәртеү, 20 кейеҙ, 32 фаянс, 28 кирбес заводтары, 143 тирмән. Көңгөр һәм уның округы фабрика күн сәнәғәте менән сәнәғәттең күп кенә һөнәрселек тармаҡтары тығыҙ бәйләнгән була: тире биҙәү, аяҡ кейеме тегеү, шуруп ҡойоу производствоһы һәм башҡалар. Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өсөн кейеҙ һуғыу (күндән айырып алған йөндө кейеҙ итеп эшкәртеү) һәм елем әҙерләү (клееваренный) производстволары булдырыла. Өйәҙҙә иң киң таралған кәсеп — итексе һөнәрселек кәсебе; ялланған эшселәр ҙә була. Кейеҙ йәйеү производствоһы һөнәрселек кәсебе булараҡ бөлгөнлөккә төшкән була; Урал тимер юлын үткәргәнгә тиклем кәсепселәрҙең төп етештергән изделиеһы— тирлек йәки ҡамыт кейеҙе — бик күп һәм юғары хаҡ менән һатылған. Машиналар һәм игенселек ҡоралдары етештереү, башлыса һөрөү ҡоралы һәм елгәргес (Көңгөр өйәҙе һәм уның менән сиктәш булған Пермь өйәҙендә ҡурашым һуҡаһы етештерелгән), экипаж тәгәрмәстәрен, саналар, ағас һауыт-һаба, һандыҡтар эшләү крәҫтиән производствоһы үҫеш ала.

Урындағы үҙидара

үҙгәртергә

1895 йылғы смета буйынса өйәҙ земствоһы сығымдары — 165 721 һум тәшкил итә, шул иҫәптән медицинаға — 45 542 һум йәки Бөтә земство сығымдарынан 27,47 % , халыҡ мәғарифына — 28 462 һум йәки 17,18 %, юл өлөшөнә — 19 475 һум, земство идаралығы буйынса сығымдар — 12 555 һум. Күсемһеҙ милектән 161 477 һум килем тәшкил итә. Хәстәханалар һәм ҡабул итеү бүлмәләре — 6, 58 карауат була; 3 земство табибы (ҡала табибынан тыш); 1 завод табибы; 1 земство ветеринар врачы; 14 фельдшеры, ҡатын-ҡыҙ — фельдшер — 3.

1893 йылда өйәҙҙә 1 министрлыҡ ике класлы училище, 2 бер класлы, 1 урыҫ булмағандар өсөн, 38 ауыл, 4 сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 19 белем биреү мәктәбе була. 139 кв. саҡрымға һәм 1 822 кешегә бер училище тура килә. 29 училищеның үҙ биналары була. Дүрт училище ҡарамағында була һәм йәшелсә үҫтереү өсөн , өлөшләтә баҫыусылыҡ өсөн, ер участкалары (бер десәтинән артыҡ түгел) була; ауыл хужалығы дәрестәре өс училищела үткәрелә, ә береһендә һөнәрселек кластары (итексе һәм башмаҡсы кәсептәре) ойошторола. Уҡытыусылар — 31,ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар — 34; уҡытыу: 2 019 малай һәм 715 ҡыҙ .

Башҡа учреждениелар

үҙгәртергә
  • 21 православие сиркәүе
  • 1 ҡулланыусылар йәмғиәте
  • 1 ссудо-һаҡлыҡ ширҡәте
  • 1 һаҡлыҡ кассаһы
  • Березовка ауылы мал баҙары (10 баштан 50 башҡа тиклем)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

См. о событиях под Кунгуром во время пугачёвщины:

  • Москвитянин. 1841, № 5;
  • H. Найденов. Кунгур, материалы для истории городов XVII и XVIII столетия. — М., 1886;
  • А. Титов. Кунгурские акты XVII века. — Санкт-Петербург, 1888.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә