Даниэль Ортега

Никарагуа революционеры, дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән.

Даниэль Ортега (Хосе́ Даниэ́ль Орте́га Сааве́дра) (исп. José Daniel Ortega Saavedra; 11 ноябрь 1945 йыл) — Никарагуа революционеры, дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән. 1979 йылда Анастасио Сомоса режимын ҡолатҡан Сандинистик революция лидерҙарының береһе. 1985—1990 йылдарҙа һәм 2007 йылдың 10 ғинуарынан Никарагуа президенты.

Даниэль Ортега Сааведра
исп. José Daniel Ortega Saavedra
Даниэль Ортега Сааведра
Флаг
Флаг
Никарагуа президенты
Флаг
Флаг
 10 ғинуар 2007
Алдан килеүсе: Энрике Хосе Боланьос Гейер
Флаг
Флаг
Никарагуа президенты
Флаг
Флаг
10 ғинуар 1985 — 25 апрель 1990
Алдан килеүсе: Хөкүмәт милли үҙгәртеү хунтаһы
Дауамсы: Виолета Чаморро
Флаг
Флаг
Хөкүмәт милли үҙгәртеү хунтаһы координаторы, Никарагуа
Флаг
Флаг
4 март 1981 — 10 ғинуар 1985
Алдан килеүсе: Серхио Рамирес
Дауамсы: вазифа бөтөрөлгән
 
Дине: непрактикующий католик[d]
Тыуған: 11 ноябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (79 йәш)
Никарагуа, Ла-Либертад ҡалаһы
Ҡатыны: Росарио Мурильо (2005 йылдан)
Балалары: һигеҙ
Партия: Сандинистик Милли Азатлыҡ Фронты (СФНО) (1962 йылдан)
Белеме: Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты
 
Автограф:
 
Наградалары:
Рубена Дарионың Алтын йондоҙло Ҙур тәре орденыМигеля Ларрейнаганың Ҙур тәре ордены кавалеры
Большой крест ордена «Солнце Перу»
Большой крест ордена «Солнце Перу»
Хосе Марти Милли ордены
Хосе Марти Милли ордены
Дуҫлыҡ ордены — 2015
I дәрәжә «Намыҫ һәм дан» ордены
I дәрәжә «Намыҫ һәм дан» ордены
Сухэ-Батор ордены
Сухэ-Батор ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы һәм йәшлеге

үҙгәртергә

Даниэль Ортега 1945 йылдың 11 ноябрендә Никарагуаның ҙур булмаған ҡалаһы Ла-Либертадта уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Уның ата-әсәһе илдәге Анастасио Сомоса власына ҡаршы кешеләр була. Атаһы, Даниэль Ортега Серда, етәксеһе Аугусто Сесара Сандино булған азатлыҡ өсөн революция хәрәкәтендә ҡатнаша; әсәһе, Лидия Сааведра, революцион эшмәкәрлеге өсөн Самосаның Милли гвардияһы тарафынан төрмәгә лә ябылған була.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Манагуалағы абруйлы Үҙәк Америка университетының хоҡуҡ факультетында уҡый. Революцион эшмәкәрлек менән ун биш йәшенән шөғөлләнә башлай, диктатор Луис Самоса режимының йәшерен полицияһы тарафынан шул осорҙа (1960 йылдың ноябре) ҡулға алына, шуға ла юғары белем алыуын тамамлай алмай.

Революцияның еңеүенә тиклем

үҙгәртергә

Сәйәси эшмәкәрлек өсөн тәүге тапҡыр 15 йәшендә тотола. 1962 йылда Сандинистик Милли Азатлыҡ Фронты (СФНО) сафына инә. 1963 йылдың декабрендә Гватемалала ҡулға алына һәм Никарагуаға ҡайтарыла. 1965 йылдан 20 йәшлек Даниэль сандинистарҙың Милли етәкселеге составында. 19661967 йылдарҙа — Сандинистик Милли Азатлыҡ Фронтының Үҙәк фронты командующийы [1].

«Bank of America» банкы бүлексәһенә ҡораллы һөжүмдә ҡатнашҡаны өсөн 1967 йылда «Типитапе» төрмәһенә ябыла һәм язалауҙарға дусар ителә; ошондай шарттарҙа ла шиғыр яҙыуын дауам итә; Партизандар тарафынан аманатҡа алынған Сомоса яҡлылырға алмаштырылып, 1974 йыл аҙағында башҡа сандинист тотҡондар менән бергә иреккә сығарыла. Азат ителгәс тә Кубаға юллана һәм унда бер нисә ай дауамында партизан әҙерлеге үтә.

1975 йылдан СФНО-ның Милли етәкселеге ағзаһы. Тәүге осорҙарҙа Азатлыҡ Фронтында әллә ни мөһим роль уйнамаған Даниэль, тора-бара Томас Борхе кеүек етәксе фигураларҙы ситләтеп, лидерға әүерелә. 1976 йылда ул йәшерен рәүештә Никарагуаға ҡайта һәм илдең үҙәк, төньяҡ һәм көньяҡ райондарында Анастасио Дебайле Сомоса режимына ҡаршы ҡораллы көрәшкә етәкселек итә башлай. 1979 йылдың 19 июлендә Милли яңырыу хөкүмәтенең Етәкселек советына инә.

Самоса ҡолатылғандан һуң

үҙгәртергә

1979 йылдың 20 июлендә Сандинистик революция еңгәндән һуң Хөкүмәт милли үҙгәртеү хунтаһын етәкләй һәм 1980 йылдан Никарагуала социализм төҙөүҙе йәйелдерә.

Сандинистик хөкүмәт Америка Ҡушма Штаттары тарафынан ризаһыҙлыҡ менән ҡабул ителә, әммә Советтар Союзында, социалистик дәүләттәрҙә һәм Европаның ҡайһы бер илдәрендә теләктәшлек, яҡлау һәм ярҙам таба.

1981 йылдың мартында Даниэль Ортега Сандинистик Милли Азатлыҡ Фронты Етәкселек советының координаторы итеп һайлана. АҠШ тарафынан яҡланған «контрас» хәрәкәтенең эшмәкәрлеге әүҙемләшеү сәбәпле 1982 йылда Ортего хөкүмәте илдә ғәҙәттән тыш хәл индерә, ул 1988 йылға тиклем ғәмәлдә була.

Ортега —Никарагуа президенты

үҙгәртергә

1984 йылдың ноябрендә Даниэль Ортега Никарагуа президенты итеп һайлана һәм 1985 йылдың 10 ғинуарында был вазифаны рәсми башҡара башлай.

1987 йылда Д. Ортего хөкүмәте етди иҡтисади ауырлыҡтарға юлыға һәм барлыҡ социаль программаларҙы ла ябырға мәжбүр була.

1989 йылдың февраль-мартында, СССР яғынан ярҙам туҡтағандан һуң, сандинистик хөкүмәт илдәге граждандар һуғышын туҡтатыу юлдарын эҙләй башлай, бер ни тиклем демократик реформалар үткәрә һәм 1990 йылдың февраленә президент һәм парламент һайлауҙары тәғәйенләй. 1990 йылдың 25 февралендә үткән һайлауҙа Виолета Чаморро етәкселегендәге «Оппозицияның милли союзы» партиялар блогы сандинистарҙы еңеп сыға. В. Чаморро һайлаусыларҙың 55 процент тауышын, ә Д. Ортега — 40 процентын йыя. Теүәл ике айҙан һуң, 25 апрелдә, Даниэль Ортега президент посын Виолета Чаморроға бирә.

Оппозицияла

үҙгәртергә

Сандинистарҙың һайлауҙа еңелеүенән һуң Д. Ортега «сандинистик революция СССР һәм Куба моделдәренең механик күсермәһе һәм уларҙы ҡабатлау булманы», ә «илде аяҡҡа баҫтырыу һәм үҫтереү, аҙаҡтан йәмәғәт милкенә әйләндереләсәк байлыҡ тыуҙырыу өсөн ҡатнаш иҡтисад һәм сәйәси плюрализм» ҡулланды, тип ҡәнәғәтлек белдерҙе. Бер үк ваҡытта СФНО-ның идеологик ҡараштарында һиҙелерлек үҙгәрештәр билдәләнде. Даниэль Ортега никарагуандарҙы «сомосистарҙы кисерергә» саҡырҙы. 1979 йылда сандонистар тарафынан ҡолатылған диктаторҙың улы Анастасио Сомоса Портокарреро үҙ сиратында халыҡты президент һайлауында Ортеганы яҡларға өндәне, сөнки ул, «позицияһын үҙгәрткән, һәм элекке хаталарын артта ҡалдырып, алға барырға теләүсе яңы сандинстарҙы етәкләй»[2].

1996 һәм 2001 йылдарҙағы президент һайлауҙарында ҡатнаша, әммә уларҙың икеһендә лә уң көстәр кандидаттарынан еңелә. 1996 йылда Даниэль Ортега һайлаусыларҙың 38 процент тауышын йыя, ә президентлыҡҡа Либераль-конституция партияһы (ЛКП) вәкиле Алеман Арнольдо үтә. 2001 йылғы һайлауҙа Ортега тауыштарҙың 45,35 процентын ала, әммә еңеү әлеге лә шул ЛКП кандидаты Энрике Боланьос яғында була[3].

Икенсе президентлыҡ

үҙгәртергә

Никарагуала 2006 йылдың 5 ноябрендә үткән президент һайлауында, 38 процент тауыш йыйып, Даниэль Ортега еңеп сыға[4]. Уның төп дәғәүәселәре тауыштарҙың 29 һәм 26,2 процентын алған Никарагуа либераль альянсы башлығы Эдуардо Монтеалегре һәм консерватор Хосе Рисо була.

Икенсе һәм өсөнсө мөҙҙәттәргә һайланыуы

үҙгәртергә

2009 йылдың октябрендә Никарагуаның Юғары Суды ил конституцияһының рәттән икенсе президент срогына һайланыуҙы, шулай уҡ өсөнсө мөҙҙәткә кандидатураны ҡуйыуҙы тыйған положениеларын юҡҡа сығара, сөнки улар президент Ортеганың «гражданлыҡ хоҡуҡтарын сикләй» [5], һәм 2011 йылғы һайлауҙа ул, 62,46 процент тауыш йыйып, өсөнсө мөҙҙәткә президент итеп һайлана. Уның дәғәүәселәре: Бойондороҡһоҙ либераль партия альянсы кандидаты Фабио Гадеа һәм Либераль-конституция партияһынан 1997—2002 йылдарҙа президент булған Арнольдо Алеман һайлаусыларҙың 31 һәм 5,91 процент тауышын ала.

Никарагуалағы 2016 йылғы дөйөм һайлауҙарҙа Ортега өсөн һайлаусыларҙың 71,1 проценты үҙ тауышын бирә, һәм ул рәттән өсөнсөгә ил президенты итеп һайлана.

Тышҡы сәйәсәт

үҙгәртергә

Ортеганың яңы президентлыҡ срогында Никарагуаның тышҡы сәйәсәте нигеҙен Латин Америкаһы һәм Кариб бассейнының һул позициялы хөкүмәттәре менән хеҙмәттәшлек һәм союдашлыҡ тәшкил итә. Нәҡ ошо йылдарҙа ил Боливариан альянсына ҡушыла һәм Колумбия менән конфликттары осоронда Венесуэла һәм Эквадорға теләктәшлек күрһәтә.

Бер үк ваҡытында Ортега үҙ төбәгенән ситтә лә яңы партнёрҙар эҙләй. Президентлығының тәүге аҙнаһында уҡ Манагуала ул Иран президенты Мәхмүд Әхмәдинежад менән осраша. Ливиялағы 2011 йылғы граждандар һуғышы барышында Муаммар Каддафиҙы аныҡ һәм эҙмә-эҙлекле хуплаусы дәүләт башлыҡтарының береһе Ортега була.

Президентлыҡҡа кандидатураһын күрһәткәс, Ортега Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән 1985—1990 йылдарҙа сандинистар ваҡытында булған бәйләнештәрҙе ҡабаттан тергеҙергә вәғәҙә бирә, был иһә үҙ сиратында Ҡытай Республикаһы (Тайвань) менән бәйләнештәрҙе өҙөүҙе талап итә. Әммә ул быны эшләмәү генә түгел, 2009 йылда Тайвань президенты Ма Инцзю менән осрашыуында дипломатик мөнөсәбәттәрҙе нығытыуға саҡыра.

 
Дмитрий Анатольевич Медведевтың Мәскәү Кремлендә Ортега менән осрашыуы, 18.12.2008 йыл.

2008 йылдың 2 сентябрендә Д. Ортега Никарагуа Абхазия менән Көньяҡ Осетияның бойондороҡһоҙлоғон таный тип белдерҙе. 4 сентябрҙә Никарагуаның Сит ил эштәре министрлығы был хаҡта рәсми иғлан итә. Шулай итеп, ул ваҡытҡа Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтан ҡала Даниэль Ортега был яңы дәүләттәрҙең бойондороҡһоҙлоғон таныған берҙән-бер ил башлығы була.

2008 йылдың 18 декабрендә Ортега рәсми визит менән Рәсәйгә килә һәм президент Дмитрий Медведев менән осраша. Һөйләшеүҙәр барышында космос киңлектәрен өйрәнеү, глобаль спутник навигацияһы системаһы «ГЛОНАСС»-ты ҡулланыу һәм үҫтереү, энергетика, ауыл хужалығы, мәғариф, фән һәм инновациялар өлкәләрендә Никарагуа һәм Рәсәйҙең хеҙмәттәшлеге тураһында документтар пакетына ҡул ҡуйыла[6].

2014 йылдың 12 июлендә Рәсәй Президенты Владимир Путин, Никарагуаға рәсми визит менән барып, Даниэль Ортега менән осрашты. Һөйләшеүҙәр барышында Рәсәйҙең Никарагуаға ауыл хужалығы техникаһын һатыуы һәм илде тейешле ремонт базаһы менән тәьмин итеү тикшерелде. Шулай уҡ тәү сираттағы ихтияждар өсөн Рәсәйҙән бойҙай килтереү, ил биләмәләрендә ГЛОНАСС-тың ерҙәге станцияларын урынлаштырыу темалары, ҡайһы бер башҡа өлкәләрҙә, атап әйткәндә, фармакологияла хеҙмәттәшлек ҡаралды. Хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеге буйынса теләктәшлек мәсьәләре телгә алынды. Рәсәй Никарагуаға бойҙай, ГАЗ Группаһы етештергән автобустар һәм такси итеп файҙаланылған Lada Kalina еңел машиналары ебәрә. Атлантик һәм Тымыҡ океандар араһында Никарагуа каналын төҙөү айырым тикшерелде. Был эш менән өс ил: Никарагуа, Рәсәй һәм Ҡытай шөғөлләнәсәк[7].

Идара итеү характеры

үҙгәртергә

Лондонда баҫылып килгән «The Economist» журналы билдәләүенсә, президент Ортеганың идара итеү ысулдары авторитар була бара[8].

Шул уҡ ваҡытта Даниэль Ортега һәм уның партияһы сәйәси дәғәүәселәре —диктатор Дебайле Сомоса режимының элекке функционерҙары уң ҡараштарҙа торған экс-президент Арнольдо Алеман[8] [9][10], СФНО-ның һул ҡарашлы дәғәүәсеһе Эден Пастора һәм хатта элекке контрастарҙың Никарагуа ҡаршылыҡ партияһы менән бәйләнештәрен нығыта бара[11].

Иғтибарға лайыҡ тағы ла бер факт: Ортеганың Сандинистик революция буйынса элекке көрәштәштәре, атап әйткәндә һул радикаль рухани һәм шағир Эрнесто Карденаль һәм революционер, тарихсы Дора Мария Тельес, 1990-сы йылдарҙа уҡ СФНО-нан сығып, Сандинистик яңырыу хәрәкәте ойоштора. Улар Ортеганы һәм уның яҡындарын авторитаризм, шәхес культы, революцияға хыянат итеүҙәре һәм капитализм менән килешеүҙәре өсөн тәнҡитләй.

Ортега хөкүмәте һәм католик сиркәү араһындағы мөнәсәбәттәр көсөргәнешле ҡалыуын дауам итә[12][13]. Шул уҡ ваҡытта СФНО-ның юғары етәкселеге католик епископтары менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштыра, идеологиялағы 1980-се йылдарҙың революцион-социалистик идеялары патриархаль-традицион милләтселеккә алмашына бара. 2005 йылдың 3 сентябрендә кардинал Мигель Обандо-и-Браво Даниэль Ортеганың Росарио Мурильо менән сиркәүҙә никахлашыуында ҡатнаша.

2009 йылдың июнендә президент Ортега үҙенең төп сәйәси дәғүәсеһе Эдуардо Монтеалегрены, финанс махинацияларында ғәйепләп, уға ҡаршы суд процесы башлата. Прокуратура һәм суд, парламент депутаты булған Монтеалегреның ҡағылғыһыҙлыҡ статусын иҫәпкә алып, был процесты ваҡытлыса туҡтата. Үҙ сиратында Монтеалегре үҙенә ҡаршы башланған суд процесының сәйәси нигеҙҙә булыуын белдерә,[14].

2012 йылда СФНО-ның элекке лидеры Томас Борхены ерләгәндә Ортега мәрхүмдең «сандинистар власта һәм ваҡыт буласаҡ» тигән вәғәҙәһен үтәргә ант итә. 2014 йылдың ғинуарында ил парламенты, президент вәкәләтлектәренең мөҙҙәтен алып ташлап, конституцияны үҙгәртә[15].

2018 йылға тиклем Никарагуа Үҙәк Американың иң тиҙ үҫешле иктисады булған дәүләте һанала: ун йыл дәүерендә үҫеш темпы уртаса 5,2 процент тәшкил итә. Был яңы йыйыу предприятиеларына сит ил инвестияларының күпләп килеүе, Үҙәк Америка интеграция банкыһының льготалы займдары, шулай уҡ Венесуэланан осһоҙ хаҡҡа нефть алыуға бәйле була[15].

Әммә Даниэль Ортега үҙ посын ғаиләһен байытыу өсөн файҙалана. Президент кәңәшселәре вазифаһында булған уның һигеҙ балаһы нефть продукттарын бүлеүсе предприятиеларҙы, дәүләт бюджетынан финансланған телевизион каналдарҙың, реклама һәм пропаганда компанияларының күбеһен контролдә тота[15].

2018 йылдан илдең иҡтисади үҫеше тотҡарлана. Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда халыҡтың 15 проценты абсолют ярлылыҡта (3,2 долларҙан кәмерәк уртаса көндәлек килем менән) йәшәй[15].

Журналистарҙы һәм оппозициялағы сәйәси әүҙемдәрҙе эҙәрлекләү 2018 йылдан Никарагуала ғәҙәти хәлгә әйләнә. Ошо йылдың апрель-июнендә илдә иғлан ителгән пенсия реформаһына һәм һалымдарҙың артыуына ҡаршы киң күләмле протест акциялары үтә. Пенсия реформаһы үткәрелмәй юҡҡа сығарыла, әммә именлек органдары көстәре менән бәрелештәрҙә 325 кеше һәләк була, йөҙәрләгәне йәрәхәтләнә һәм ҡулға алына. 100 меңгә яҡын кеше илде ташлап китә[15].

2020 йылдың декабрендә «Халыҡтың бойондороҡһоҙлоҡҡа, суверенитетҡа һәм тыныслыҡ хаҡына үҙ билдәләнешкә хоҡуктарын һаҡлау тураһында» тигән 1055-се Ҡанун ҡабул ителә. Ул Никарагуа властарына ҡарата халыҡ-ара санциялар индереүгә саҡырғандары өсөн режим тарафынан «Тыуған илде һатыусылар» һәм «түңкәрелешкә өндәүсе ҡотҡосолар» тигән исемдәр тағылған оппозиционерҙарҙы сәйәси хоҡуҡтарҙан мәхрүм итә. «Никарагуа суверенитетына» ҡурҡыныс янаусылар тигән ғәйеп тағылып 28 кеше ҡулға алына. Улар араһында илдең элекке президенты Виолетта Чаморроның ҡыҙы, эксперттар билдәләүенсә, һайлауҙа Ортеганы еңергә иң яҡшы мөмкинлектәре булған Кристиана Чаморро (Cristiana Chamorro Barrios) беренселәрҙән була. Ул, "идеологик ялғанлыҡ"та һәм әсәһенең фонды аша «аҡса үҙләштереүҙә» ғәйепләнеп, өй һағы аҫтына алына[15][16][17].

Илдең юғары һайлау советы иғлан иткән тәүге рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2021 йылдың ноябрендәге дөйөм һайлауҙарҙа 75 процент тауыш йыйып, Даниэль Ортего дүртенсе биш йыллыҡ мөҙҙәткә яңынан президент итеп һайлана. Көнбайыш илдәр тауыш биреүгә йомғаҡ яһалғанға тиклем үк, демократик стандарттарҙы боҙоуҙа ғәйепләп, Никарагуа властарын һәм шәхсән Ортеганы тәнҡитләп сыға. АҠШ президенты США Джо Байден Никарагуалағы һайлауҙы фарс тип атай[18].

1978 йылдан шағир Росарио Мурильо менән рәсми никахта тора[19]. 2005 йылдың 3 сентябрендә уның менән католик йола буйынса никахлаша, сөнки уларҙың 1978 йылда билдәһеҙ испан руханийы ҡатнашлығында булған йәшерен никахы сиркәү тарафынан танылмай. Росарио менән Ортеганың алты дөйөм балаһы бар, Даниэлдең беренсе никахынан балалары — икәү.

  • Рафаэль Антонио Ортега Мурильо (1968)
  • Карлос Энрике Ортега Мурильо (1977)
  • Даниэль Эдмундо Ортега Мурильо (1980)
  • Хуан Карлос Ортега Мурильо (1981)
  • Лауреано Факундо Ортега Мурильо (1982)
  • Морис Факундо Ортега Мурильо (1985)
  • Камила Антония Ортега Мурильо (1987)
  • Лучиана Катарина Ортега Мурильо (1989)

Росарио Мурильо СФНО-ның сәйәси етәкселегендә мөһим урын биләй, идеология һәм мәҙәниәт мәсьәләре өсөн яуаплы[15].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Аугусто Сесара Сандино ордены
  • Рубен Дарио орденының Алтын йондоҙло ҙур тәреһе
  • Мигеля Ларрейнаг орденының ҙур тәреһе
  • Перуның Перу Ҡояшы орденының ҙур тәреһе[20]
  • Кубаның «Хосе Марти» ордены[20]
  • Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (20 октябрь 2015 йыл) — Рәсәй Федерацияһы менән дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға, иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереүгә, сит илдә рус телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға һәм популярләштереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн[21]
  • Көньяҡ Осетияның «Уацамонга» ордены — халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә ғәҙеллек, ирек һәм милләттәрҙең һәм халыҡтарҙың тигеҙлеге принциптарын нығытыуға индергән айырым өлөшөн таныу билдәһе итеп, шулай уҡ Көньяҡ Осетия халыҡтарының милли-азатлыҡ көрәшен за поддержку һәм ҡыйыулығы өсөн, Көньяҡ Осетия президентының 2010 йылдың 7 июлендәге «Хосе Даниэль Ортега Сааведраны „Уацамонга“ ордены менән бүләкләү тураһында» тигән указы.
  • Абхазияның 1-се дәрәжә «Честь и слава» ордены (2010 йыл)
  • Монголияның Сухэ-Батор ордены (1983 йыл)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Президент Республики Никарагуа Даниэль Ортега Сааведра // «Известия», № 119 (21196) от 29 апреля 1985 г., стр. 1.
  2. Ortega y Somoza se reconcilian. Дата обращения: 22 сентябрь 2016. Архивировано 4 март 2016 года.
  3. Даниэль Ортега признал своё поражение на выборах 2014 йыл 12 сентябрь архивланған. // LENTA.RU от 5 ноября 2001
  4. Даниэль Ортега одержал победу на президентских выборах в Никарагуа: сандинисты победили 2008 йыл 17 сентябрь архивланған., newsru.com
  5. Ортега получил срок. Дата обращения: 18 июль 2015. Архивировано 4 март 2016 года.
  6. В Кремле состоялись переговоры Дмитрия Медведева с Президентом Никарагуа Даниэлем Ортегой 2008 йыл 10 август архивланған., kremlin.ru, 18 декабря 2008 г.
  7. Путин обсудил с главой Никарагуа поставки зерна и размещение ГЛОНАСС. Дата обращения: 15 июль 2014. Архивировано 14 июль 2014 года.
  8. 8,0 8,1 Daniel Ortega’s slide to autocracy 2009 йыл 24 февраль архивланған. Economist.com, 19 февраля 2009 г. (инг.)
  9. связи с Алеманом были установлены ещё при его президентстве, которое характеризовалось как «двухпартийная диктатура»
  10. Nicaragua revives old ghosts? Дата обращения: 17 июнь 2015. Архивировано из оригинала 17 июнь 2015 года.
  11. «Firmar me harás, cumplir jamás». Дата обращения: 17 июнь 2015. Архивировано 4 март 2016 года.
  12. Máxima tensión Ortega-Iglesia por informe en Internet 2009 йыл 17 март архивланған. El Nuevo Siglo, 6 мая 2009 г. (исп.)
  13. Guerra abierta entre Daniel Ortega y la Iglesia católica El Pais, 7 мая 2009 г. (исп.)
  14. Daniel Ortega enjuicia a su principal rival El Pais, 23 июня 2009 г. (исп.)
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 15,5 15,6 Обнуление по-никарагуански. Дата обращения: 9 ноябрь 2021. Архивировано 9 ноябрь 2021 года.
  16. В Никарагуа отправлены под арест уже семь претендентов на пост президента. Дата обращения: 9 ноябрь 2021. Архивировано 9 ноябрь 2021 года.
  17. Выборы в Никарагуа свелись к одному президенту. Дата обращения: 9 ноябрь 2021. Архивировано 9 ноябрь 2021 года.
  18. Никарагуа: Даниэль Ортега переизбран на четвёртый срок подряд. Дата обращения: 9 ноябрь 2021. Архивировано 9 ноябрь 2021 года.
  19. «Estado criminal» 2010 йыл 10 декабрь архивланған. (исп.)
  20. 20,0 20,1 Даниэль Ортега Сааведра. Биографическая справка
  21. Указ Президента Российской Федерации от 20 октября 2015 года № 517 «О награждении государственными наградами Российской Федерации иностранных граждан». Дата обращения: 20 октябрь 2015. Архивировано 22 декабрь 2015 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә