Манагуа
Манагуа (исп. Managua) — Никарагуаның баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы; шул уҡ исемдәге департаменттың административ үҙәге. Халҡы 1,850 млн (2015 йыл).
Манагуа | |
исп. Managua | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 24 март (5 апрель) 1819 |
---|---|
Этнохороним | Managua, Managvano, Managüense, Capitalino, Managua, Managuayen[1] һәм Managuayenne[1] |
Дәүләт | Никарагуа[2] |
Административ үҙәге | Никарагуа һәм Манагуа[d] |
Административ-территориаль берәмек | Манагуа[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC−6[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Манагуа[d] |
Халыҡ һаны | 937 489 кеше (2005)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 143 метр[4] |
Туғандаш ҡала | Тайбэй, Кара́кас, Мадрид, Трухильо[d], Монреаль, Халапа-Энрикес[d], Рио-де-Жанейро[5], Оспиталет[d], Санто-Доминго (Доминика Республикаһы), Лос-Анджелес һәм Буэнос-Айрес |
Майҙан | 267,2 км² |
Почта индексы | 10000–14345 |
Рәсми сайт | managua.gob.ni |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Манагуа[d] |
Манагуа Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәИлдең көнбайышында, Манагуа күленең көньяҡ яр буйында урынлашҡан ҡала.
Тарихы
үҙгәртергәXVI быуаттан билдәле булған индеецтарҙың торағы урынында испандар тарафынан Манагуа ҡалаһына нигеҙ һалынған. 1855 йылда Манагуа Никарагуа дәүләтенең баш ҡалаһы булып китә. Ҡала үҙенең тарихы дауамында бер нисә тапҡыр стихиялы бәлә-ҡазаларҙан зыян күрә: 1876 йылда көслө ташҡын була; 1885, 1931 һәм 1972 йылдарҙа емергес ер тетрәүҙәре була, ә 1936 йылда көслө янғындар була.
1979 йылда был ҡалала диктатор А. Сомоса ғәскәрҙәре һәм Сандино милли азатлыҡ фронты отрядтары араһында ҡаты һуғыш (герилья) барған. 1979 йылдың 4 июнендә Манагуала дөйөм милли забастовка башланған, ә 9 июндә ҡораллы ихтилал тоҡанған. Ихтилалдың 19-сы көнөнә ҡарай Сандино милли азатлыҡ фронтының отрядтары һәм баш күтәреүселәре (бөтәһе 6 мең кеше) баш ҡаланан сигенә башлай. Ҡасаҡтарҙа улар менән китә. 14 июлдә Сандино милли азатлыҡ фронтының отрядтары йәнәй Манагуаға һөжүмгә күсә. Ҡалала баррикадалар төҙөлә башлана. Президент А. Сомоса илдән ҡасырға әҙерләнә һәм 17 июлдә Никарагуа конгрессы алдында үҙ вазифаһынан баш тарта һәм АҠШ-ҡа китә. 1979 йылдың 19 июлендә илдең баш ҡалаһына тантаналы рәүештә Сандино милли азатлыҡ фронты отрядтары инә.
2009 йылдың 1 июлендә элекке боксёр, Манагуа ҡалаһының мэры Алексис Аргуэльо, үҙенең резиденцияһында үле табыла. Вафат булыу сәбәбен полиция тикшерә[6]. Алексис Аргуэльо үлгәс, шул уҡ йылдың 8 июленән Дэйзи Торрес мэры вазифаһына инеүгә антты ҡабул итә[7].
2014 йылдың 6 сентябрендә урындағы ваҡыт буйынса 23:04 (Өфө ваҡыты буйынса 7 сентябрендә 11:04) Манагуа аэропорты тирәһендә метеорит ҡолай, ул 12 метр диаметрҙағы һәм 5,5 метр тәрәнлегендәге кратер ҡалдыра.
Иҡтисады
үҙгәртергәҠала илдең финанс һәм сәнәғәт үҙәге булып тора. Манагуала туҡыма, күн-аяҡ кейеме, цемент, нефть эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары урынлашҡан[8].
Иҫтәлекле урындар
үҙгәртергә-
Карлос Фонсек мавзолейы. Манагуа.
-
Манагуа яңы соборы
-
Милли галерея
-
Үҙәк Америка банкы
-
Ҡала урамдарында яһалма сәскәләр
Туғанлашҡан ҡалалар
үҙгәртергә- Амман, Иордания
- Амстердам, Нидерланд
- Богота, Колумбия
- Каракас, Венесуэла
- Куритиба, Бразилия
- Гватемала, Гватемала
- Мэдисон, АҠШ
- Мадрид, Испания[9]
- Манчестер, Бөйөк Британия
- Майами, АҠШ
- Монтелимар, Франция
- Ла-Пас, Боливия
- Панама, Панама
- Кито, Эквадор
- Ранс, Франция
- Рио-де-Жанейро, Бразилия
- Сан-Хосе, Коста-Рика
- Сан-Педро-Сула, Гондурас
- Сан-Сальвадор, Сальвадор
- Сантьяго, Чили
- Тайбэй, Ҡытай Республикаһы
- Валенсия, Испания
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ (unspecified title)
- ↑ https://it-ch.topographic-map.com/map-mw8k1h/Managua/?zoom=18¢er=12.12724%2C-86.29626&popup=12.12784%2C-86.29578
- ↑ http://mail.camara.rj.gov.br/APL/Legislativos/contlei.nsf/50ad008247b8f030032579ea0073d588/3f4147a57ed8aa3483257e8800663664?OpenDocument
- ↑ Hallan muerto a Alexis Argüello 2010 йыл 19 ноябрь архивланған. (исп.)(исп.)
- ↑ Daysi Torres asume Alcaldía de Managua 2009 йыл 10 июль архивланған. (исп.)(исп.)
- ↑ Манагуа / Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. 1969—1978.
- ↑ Madrid city council webpage Mapa Mundi de las ciudades hermanadas . Ayuntamiento de Madrid. Архивировано 26 май 2012 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Фоторепортаж 2015 йыл 11 май архивланған.
- Map of Managua city 2012 йыл 13 август архивланған.
- Managua photos, attractions, municipalities, hotels, etc.