Георг Вильгельм Фридрих Гегель

(Георг Гегель битенән йүнәлтелде)

Гео́рг Вильге́льм Фри́дрих Ге́гель (нем. Georg Wilhelm Friedrich Hegel, 1770 йыл — 1831 йыл) — бөйөк немец философы, объектив идеалист, немец классик философияһының бөйөк һәм атаҡлы вәкиле. Гегелдең фәлсәфәүи тәғлимәте марксистик философияның теоретик сығанаҡтарының береһе булып иҫәпләнә. Ул бөтә булған материя нигеҙендә Даими Рух (нем. Absolutes Geist) ята тип өйрәтә. Даими Рухтың дәүмәлдәге аңлатмаһы — тәбиғәт, ваҡыттағы аңлатмаһы — тарих тип белдерә. Халыҡтар араһындағы Даими Рух көсөргәнешлеген — һуғыш тип белдерә. Гегель объектив идеализм фәлсәфәһе нигеҙендә диалектика теорияһын булдырған.

Георг Вильгельм Фридрих Гегель
Georg Wilhelm Friedrich Hegel
Гегель. Шлезингер Якоб рәсеме
Гегель. Шлезингер Якоб рәсеме
Тыуған көнө

27 август 1770({{padleft:1770|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны

Штутгарт, Вюртемберг

Вафат көнө

14 ноябрь 1831({{padleft:1831|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (61 йәш)

Вафат булған урыны

Берлин, Пруссия

Мәктәп/традиция

гегельянство

Йүнәлеше

Европа философияһы

Осор

XIX быуат философияһы

Основные интересы

логика, тарих философияһы, эстетика, дин, метафизика, эпистемология, сәйәси философия

Значительные идеи

абсолют идеализм, диалектика

Оказавшие влияние

Аристотель, Ансельм, Рене Декарт, Бенедикт Спиноза, Жан Жак Руссо, Якоб Беме, Иммануил Кант, Готлиб Фихте, Вильгельм Шеллинг

Испытавшие влияние

Розенкранц, Фейербах, Маркс, Энгельс, Бруно Бауэр, Томас Грин,
Брэдли, Ленин, Хайдеггер, Маркузе, Александр Кожев, Сартр,
Карл Барт,
Ханс Кюнг, Хабермас, Гадамер, Ильенков, Чарльз Тейлор

Имзаһы

Hegel Unterschrift.svg

Lib.ru сайтында әҫәрҙәре
Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар

Гегель, философия фәнендә беренсе булараҡ, идеалистик фекер нигеҙендә диалектик методты иҫбатлаусы.

Биографияһы

үҙгәртергә

Тәүге осор 1770—1801

үҙгәртергә

Гегель 1770 йылдың 27 авгусында Штутгарт ҡалаһында, юғары вазифалы түрә (чиновник) — Вюртемберг герцогы Карл Евгений һарайында ҡаҙнасылыҡ секретары булған Георг Людвиг Гегель (1733—1799) ғаиләһендә тыуған[1]. Уның ата-бабалары, сығыштары менән Австрияның Каринтия герцоглығы лютерандары, XVI быуаттағы Контрреформация барышында илдән ҡыуыла һәм Швабияға килеп төпләнә[2]. Улына мәктәп белеме аҙ була тип һанаған атаһы уның өсөн педагогтар яллай, улар малайҙың өйөнә килеп уҡыта. Гегель яҡшы өлгәшә һәм бер синыфтан икенсеһенә күскәндә уңыштары өсөн бүләктәр ала[3]. Бала сағынан ул күп уҡый, ваҡ-төйәккә ҡулланыу өсөн бирелгән аҡсаһына китаптар һатып алыр була. Ҡала китапханаһына ла йыш йөрөй, унда фән һәм философия хаҡындағы баҫмалар менән таныша[3].

Үҫмер йылдары немец әҙәбиәтенең сәскә атҡан осорона тура килһә лә, Гегелдең нәфис әҙәбиәткә әллә ни күңеле ятмай, классик әҫәрҙәргә лә бөтөнләй иғтибар итмәй, башлыса бик үк юғары булмаған зауыҡҡа иҫәп тотоп яҙылған бульвар әҙәбиәт менән мауыға[4]. Бер үк ваҡытта антик әҙәбиәтте лә үҙ итә. Софокл һәм Еврипид ижадын яҡын күрә, Эпиктет һәм Лонгин әҫәрҙәрен тәржемә итә. Антик донъяны яратыуын Гегель ғүмер аҙағынаса һаҡлап ҡала[5].

1788 йылдың октябрендә егет гимназияны тамамлай һәм артабан Тюбинген университеты ҡарамағындағы дини (теологик) институтта уҡый, герцог стипендияһы ала[6]. Курсташтары араһындағы дуҫтары Шеллинг һәм шағир Гельдерлин менән бергә Бөйөк француз революцияһы идеялары менән мауыға, улар студенттарҙың ошо йүнәлештә ойошҡан сәйәси клубы ағзалары була[7]. Ныҡ тырышып шөғөлләнгән Гегель, ғәҙәтенсә, ваҡытының төп өлөшөн китап уҡып үткәрә. Бының өсөн төркөмдәштәренән күп көлкөлө һәм төртмә һүҙҙәр ишетһә лә, уларға бер ҙә иғтибар итмәй[8]. Төрлө күңел асыуҙарҙан да ситтә тормай; күпләп шарап эсә, тәмәке еҫкәй, кәрт һәм фанты уйнай[9].

20 йәшендә Гегель философия магистры була[10]. Университеттағы һуңғы өс йылын дини тәғлимәтте өйрәнеүгә арнай[11]. Имтихандарҙы уңышлы бирһә лә, Гегель дин әһеле, рухани (священник) булырға теләмәй. Быға уның күңелендә уҡыу барышында уҡ унда сиркәүгә ҡаршы кире тойғолар тыуыуы сәбәпсе булыуы ихтимал.

1793 йылдың октябрендә Гегель Берн ҡалаһына юллана. Бында ул патриций Карл Фридрих Штейгерҙың өс балаһы: малайы һәм ике ҡыҙына тәрбиәсе булып урынлаша[12]. Эше әллә ни күп ваҡытын алмағанлыҡтан, ул белемен арттырыу менән дә, ижад менән дә шөғөлләнә[13]. Бернда йәшәгән осорҙа Гегель китаптарҙан айырылмай, ғилми хеҙмәттәрен яҙыуын дауам итә[14]. Гегель Франциялағы ваҡиғаларҙы ла күҙәтеп бара. Революцион-демократик ҡатлам вәкилдәре — якобинсылар йәйелдергән террорҙы ҡабул итмәһә лә, дөйөм алғанда, Француз буржуаз революцияһына Гегель ыңғай ҡарай һәм артабан Европа тарихын был ваҡиғанан тыш күҙ алдына ла килтерә алмай[13].

1796 йылдың июлендә дуҫтары менән Альп тауҙары буйлап күп көнлөк сәйхәттә була, әммә быны әллә ни иҫе китеп ҡабул итмәй[15]. Сит тарафтарҙағы тормош ҡыйынлыҡтарынан ҡасып, 1797 йыл башында Гегель тыуған яғына ҡайта. 1798 йылда уның беренсе баҫма хеҙмәте донъя күрә[16]. 1799 йылда, улына ҙур булмаған мираҫ — 3000 гульден ҡалдырып, Гегелдең атаһы вафат була. Үҙе йыйғанға өҫтәлмә аҡса килеүе уға, уҡытыу эшенән китеп, академик эшмәкәрлек һуҡмағына баҫырға мөмкинлек бирә.

Йәш ғалимдың сәйәси ҡараштарына Бөйөк француз буржуаз-демократик революцияһының (1789—1794) идеялары ҙур йоғонто яһай. Ул Германиялағы феодаль, консерватив тәртиптәрҙе тәнҡит итә, республика принциптарын алға ҡуя. Боронғо Греция демократияһына юғары баһа бирә, йәмғиәттең рухи тормошона килгәндә, христиан динен тәнҡитләп сыға. Гегель үҙенең беренсе хеҙмәттәрендә, Германияның тарҡаулығына бошоноп, буржуаз тәртипттәр нигеҙендә үҙгәртеп ҡороу идеяларын яҡлап сыға.

Йена, Бамберг һәм Нюрнберг: 1801—1816

үҙгәртергә

1801 йылдың ғинуарында Гегель Йена ҡалаһына күсенә[17]. Ошо йылдың 21 авгусында уға лекциялар уҡыу хоҡуғы бирелә[18]. Кафедрала эшләү һәм лекция уҡыу уға ауыр бирелә, уҡыусылары алдында ул әллә ни популярлыҡ яулай алмай[19].

  • 18011805 — Йена университетының приват-доценты.
  • 18051806 — Йена университетының экстраординар профессоры. Ошо осорҙа Гегель үҙенең «Рухтың үҫеше» («Феноменология духа») тигән билдәле хеҙмәтен яҙа.[20].:106[21]
  • 18071808 — Бамберг ҡалаһында гәзит мөхәррире[20]:826.
  • 18081816 — Нюрнбергтағы классик гимназия ректоры.
  • 1811 — сығышы менән Баварияның юғары ҡатлам халҡынан булған Мария Елена Сузанна фон Тухер (1791—1855) менән ғаилә ҡора.

Нюрнберг ҡалаһы гимназияһын етәкләгән йылдарында (1808—1816) һуңынан иң ҙур маҡтауҙарға лайыҡ булған «Логика фәне» тигән хеҙмәтен яҙа.

Гейдельберг һәм Берлин: 1816—1831

үҙгәртергә

Гегель тора-бара үҙенең һул нигеҙҙә формалашҡан ҡараштарынан ваз кисә башлай. Быға Европала Наполеондың еңелеүенән һуң башланған реакция, йәғни иҫке тәртиптәргә ҡайтыу сәйәсәте йоғонто яһай. Шуның нәтижәһендә Гегельдың фәлсәфәүи, шулай ук сәйәси ҡараштарында уңға табан боролош һиҙелә башлай. Ул Пруссия хөкүмәтенең рәсми рәүештә билдәләнгән философы булып раҫлана. Был дәрәжәгә ирешеү менән ул үҙенең сәйәси ҡараштарын «яңырта» башлай, Пруссия дәүләтенең аҡыл нигеҙендә йәшәгәнлеген иҫбатларға тырыша, ә ғилми өлкәлә үҙенең иң күләмле, шул ук ваҡытта шаҡтай ҡаршылыклы «Философия фәне энциклопедияһы» тигән хеҙмәте өҫтөндә эшләй. 1818 йылдан башлап үлгәнсегә ҡәҙәр, ул Берлин университетында уҡыта. 1830 йылдарҙа Гумбольдт исемендәге Берлин университеты Ректоры вазифаһына тәғәйенләнә.

Философияһы

үҙгәртергә

Аң (рассудок) һәм зиһен (разум)

үҙгәртергә

Бөйөк философ И.Кант аң менән зиһенде(аҡыл) айырып, уларҙы рациональ белем алыуҙың ике баҫҡысы, тип ҡарай. Г.Гегель аҡыл-зиһенде («бесконечное» мышление) аңға ҡапма ҡаршы ҡуя («конечному» мышлению). Аңдың сикләнгәнлеге уның фекерҙе сикләнгән билдәләмә менән нығытып ҡуйыуында, аңдың уларҙың эстәлегенән ары китә алмауында. Гегель фекере буйынса, аңдың тотороҡлоғо, билдәләнгәнлеге, сикләнгәнлеге фекерләүҙең системаға килтереү эшмәкәрлегендә, ҡабул ителгән материалды тәртипкә һалыуҙа. Гегель фекерләү аң эшмәкәрлегенә генә бәйле түгел. Канттан айырмалы рәүштә, Гегель ғилем алыуҙа зиһендең конструктив функция үтәүен таный. Фекерләү зиһен стадияһына еткәс, бер ни сикләүҙәр белмәгән, үҙенән-үҙе әүҙем була алған рухҡа әйләнә. Зиһен стадияһында үҙ формаларын, булған уйҙарын предметына әйләндерә, уларҙың абстрактлығын һәм беръяҡлылығын еңеп, «аҡыллы»(«разумное»), йә «конкрет» («конкретное») төшөнсә килтереп сығара. Зиһендә ғилем алыу диалектикаһы күренә: Гегель фекерләү эшмәкәрлеген зиһен стадияһында үҫеш, төшөнсә эстәлеген конкретлаштырыу тип ҡараған. Ләкин ул был процесты төшөнсәнең үҙенән- үҙе үҫеше, тип мистификациялаған . Гегель системаһы өс өлөштән тора[22].

Идеализм ҡараштары

үҙгәртергә

Гегель «Рухтың үҫеше» хеҙмәтендә абсолют идеализм принциптарын дәлилдәргә тырыша. Уныңса, донъяның нигеҙен абсолют идея, йәғни шәхсилеккә эйә булмаған донъя күләмендәге аҡыл тәшкил итә. «Рухтың үҫеше» әҫәрен белгестәр өс бүлеккә айырып ҡарайҙар.

Гегелдең «Рухтың үҫеше» хеҙмәтендә иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе рәүешендә «ситләштерү» (нем. — Entausserund, русса — «отчуждение») категорияһы ҡарала. Уның мәғәнәһе ҡатлаулы, шунлыҡтан, күрәһең, Гегелдән һуңғы ғалимдар был төшөнсәгә башҡа төрлөрәк мәғәнә һалып эш итергә тырышалар. Шулай ҙа Гегель үҙе был төшөнсәне түбәндәгесә аңлата: «Ситләштерү» ул — барлыҡ әйберҙәрҙең рухтан яралып барлыҡҡа килеүе. Шул уҡ ваҡытта, ул — кеше тарафыннан тыуҙырылған һәм уның есми көстәрен кәүҙәләндергән төрлө ҡиммәттәр ҙә (мәҫәлән, фән, сәнғәт әҫәрҙәре). Гегель, үҙенә тиклем йәшәгән башҡа ғалимдәр кеүек үк, донъяла булған барлыҡ әйберҙәрҙе (тәбиғәт предметтарын, йәмғиәттәге барлыҡ ҡиммәттәрҙе) ниндәйҙер системаға һалып аңлатырга тырыша. Һәм был тырышлыҡ үҙ кәүҙәләнешен Гегельдың теорияһындә таба ла. Гегель, башҡа ғалимдәр кеүек үк, иң «башланғыс сәбәп», «ниҙән нәмә башланған?», «нимә нәмәне тыуҙырған?» һ. б. шундай һорауҙарға яуап табырға ынтылып, "иң башта"ны абсолют идея сифатында таныуын белдерә. Уныңса, абсолют идея ул — иң беренсел, барлыҡ нәмәләр шунан башлана. Ләкин абсолют идея, Гегелсә, даими үҙгәрештә, һәм ул ошо үҙгәреш процесында, йәнәһе, үҙенең бүтән формаһына — тәбиғәткә әүерелә (тимәк, тәбиғәткә тейешле «кәштә» табылды). Ләкин абсолют идеяның үҙгәрештә, үҫештә булыуы бының менән генә сикләнмәй, ул, Гегель фекеренсә, тәбиғәт формаһын йыртып сыға ла, абсолют рухҡа әүерелә һәм үҙен йәмғиәт тормошонда, ижтимағи аңдың төрлө формаларында таба (шулай итеп, йәмғиәткә лә тейешле «кәштә» табылды, тигән һүҙ). Был, өс этаптан торған процесс, Гегель системаһының һөлдәһе, каркасы, Гегелдең донъяла булған барлыҡ предметтарҙы һәм күренештәрҙе ошо каркаска нигеҙләп ҡарай.

Әгәр дә Гегель бары тик ошо уйҙырмалы системаның авторы ғына булған тәҡдирҙә, ул әллә ни юғары күтәрелә алмаған булыр ине.

Гегель диалектикаһы

үҙгәртергә

Гегель — философия тарихына идеалист булып кына түгел, бәлки диалектик идеалист булып кергән шәхес. Уның белем, фекер байлығы тәрән була. Гегель үҙенең хеҙмәттәрендә тарих, дәүләт теорияһы, хоҡуҡ, әхлаҡ, сәнғәт өлкәһенән, күп төрлө фәнни сығанаҡтарҙан мәғлүмәттәр килтерә. Былар Гегелде ифрат киң, ысын энциклопедик аҡыл эйәһе сифатында күрһәтә. Уның хеҙмәттәрендә урын тапҡан күҙәтеүҙәр, фекерҙәр шул тиклем бай, уларҙы өйрәнеүсе кеше Гегелдең юғарыла иҫкә алынған системаһына әллә ни иғтибар ҙа бирмәй, уның зиһене күп төрлө һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр өйөрмәһендә ҡала.

Рух һәм логика

үҙгәртергә

Гегелдең «Философия фәндәре энциклопедияһы» хеҙмәте — ысын энциклопедия. Был хеҙмәт өс ҙур өлөштән тора: « Логика», «Тәбиғәт философияһы» һәм «Рух философияһы». Һәр өлөш күп һандағы томдарҙан тора, Гегелдең «Логика» ғилеме, ғөмүмән, философия фәненең иң юғары баҫҡысын кәүҙәләндергән теоретик хеҙмәт, Гегелдең был йүнәлештәге ижади эше энциклопедияға кергән «кесе логика» өлөшө менән генә сикләнмәй, ул үҙ эсенә «ҙур логика»-ны ла, шулай уҡ Нюрнберг гимназистары алдында уҡыған лекциялар йыйылмаһын да һыйҙыра. «Логика» бүлеге — был күп томлы хеҙмәттең иң отошло, иң юғары баһаға эйә булған өлөшө. Сөнки был бүлектә Гегель тәғлимәтенең «рациональ оролоғо», революцион әһәмиәт ҡаҙанған фекерҙәре тупланған. "Логика"ла Гегель объектив ҡанундарҙы һәм категорияларҙы дәлилләй. Был — диалектика. Ләкин Гегелдең диалектикаһы, башлыса, объектив ысынбарлыҡ диалектикаһы түгел, ә идеялар өлкәһендәге диалектика. Уныңса, объектив ысынбарлыҡтағы диалектика ул фәҡәт ? , идеялар өлкәһендәге диалектика уның сағылышы ғына. Ф. Энгельс бындай фекер йөртөүҙе (Гегелдең әлеге йүнәлештәге ҡараштарын) былай һүрәтләй: Гегелдең диалектикаһы, ти ул, аяҡта түгел, ә баш түбән баҫып тора һәм уның Маркс тарафынан аяҡҡа баҫтырып ҡуйылыуы һис ғәжәп түгел. Гегель һәр нәмәнең үҙгәрештә, үҫештә булғанлығын иҫбатларға ынтыла. Ләкин уның өсөн беренселек — идея, рух, әмма ысынбарлыҡ түгел. Улай ғына булһа үҙгәреш, үҫеш рухтың, абсолют идеяның тәбиғәттең йәмғиәткә әүерелеү этабына ғына хас. Тимәк, үҫеш һәм, ғөмүмән, үҙгәреш бөгөнгө көнгә, шулай уҡ киләсәккә бөтөнләй ҡағылмай булып сыға. Гегелдең диалектикаһы уның замандаштарына ҙур йоғонто яһай. Әлбиттә, уның фекерҙәре менән килешмәүселәр ҙә табыла. Ләкин һәр хәлдә, Гегелдең күп кенә фекерҙәре уның замандаштары өсөн сенсация булып ҡабул ителә, улар араһында төрлө бәхәстәр ҡуҙғата. Мәҫәлән, уның «аҡылға эйә булған һәр нәмә ысынбарлыҡҡа әүерелеүсән, һәр ысынбарлыҡҡа әүерелгән нәмә аҡылға эйә» тигән фекере күптәрҙе үҙенең тәрәнлеге һәм тапҡырлығы менән таң ҡалдыра. Ф. Энгельс әйтеүенсә, Гегель замандаштарының күбеһе был фекерҙең бөтә тәрәнлеген аңлап та еткермәгәндәр.

Диалектика закондары

үҙгәртергә

Гегелдең «ысынбарлығы» — шул ук ваҡытта зарурлык та ул. Быны аңламаусылар өсөн ысынбарлыҡҡа әүерелгән һәр нәмә (бәлки ул хаталы эш, хәтта енәйәттер) аҡылға эйә булып сыға түгелме һуң? Шуңа күрә былай фекерләү, хәҡиҡәткә ирешеү юлын билдәләй алмай, әлбиттә. Юғарыла иҫкә алынғанса, Гегель үҙенең хеҙмәттәрендә диалектиканың ҡанундарына һәм категорияларына ҙур урын бирә. Мәҫәлән, һан үҙгәрештәренең сифат үҙгәрештәренә китереүе сама категорияһына бәйле, тип ҡарай Гегель.Һан үҙгәрештәренең нәтижәһендә яңы сифаттың барлыҡҡа килеүен, ул үҙгәреш процесының өҙөлөүе, һикереше тип баһалай. Был законлыҡты ул йән эйәһенең тыуыу һәм үлеү акттарында, ә тәбиғәт өлкәһендә химик элементтарҙың барлыҡҡа килеү йә иһә, тап киреһенсә, тарҡалыу күренештәрендә күрһәтә[23]. Гегелдең һан һәм сифат үҙгәрештәре араһындағы бәйләнеште асҡан ҡануны ҙур әһәмиәткә эйә. Ул Гегель тәғлимәтеның революцион рухын тәшкил итә. Был яҡтан ҡарағанда, Гегелдең ҡаршылыҡтар тураһындағы теорияһы ла ифрат әһәмиәтле. Эске ҡаршылыҡтарҙы ул предметтарҙың үҫеш сығанағы тип билдәләй.

Ләкин ҡаршылыҡтарҙың сишелешен ул еңелерәк формала ғына, ҡаршы яҡтарҙың үҙ-ара килешеү ысулы менән башҡарылу мөмкинлегендә генә күрә. Гегель диалектик инҡарлауҙы үҫеш моменты тип һанай. Уның инҡарҙы инҡарлау канунын асыуы ла ошо ҡарашҡа бәйләнгән. Бының өсөн ул философия фәнендә Кант һәм Фихте тарафынан нигеҙ һалынған өс ҡатлылыҡ (триада) категорияһын файҙалана. Ләкин Гегелдең был категорияһы шаҡтай үҙгәрә, һәм ул үҙенә ҙур бурыс ҡуя. Инҡарҙы инҡарлау ҡануны буйынса, предметтарҙың һәм күренештәрнең үҫеш процесында өс этап күҙәтелә. Улар тезис, антитезис һәм синтез рәүешендә сағылалар. Был ҡанунды асыуҙың иң ҙур әһәмиәте шунда, ул донъяның түңәрәк һыҙығылай үҙенә кире әйләнеп ҡайтыу теорияһын юҡҡа сығара. Гегель бөтөн һәм өлөш, асыл һәм күренеш, зарурлыҡ һәм осраҡлылыҡ, эстәлек һәм форма, шулай уҡ ҡайһы бер башҡа категориялар тураһында ла фекерҙәр ҡалдыра. Уның зарурлыҡ һәм ирек категориялары диалектикаһы айырым иғтибарға лайыҡ. Гегель фекеренсә, иреккә фәҡәт зарурлыҡты танып белеү нигеҙендә генә ирешергә мөмкин. Гегелдең был фекере, дөрөҫ. Әмма ул абстракт төшөнсә булып ҡына ҡала. Йәмғиәттәге күренештәргә уның бер ниндәй мөнәсәбәте юҡ. Гегель «Энциклопедия»һының икенсе өлөшө, «Тәбиғәт философияһы», абсолют идеяның тәбиғәт формаһында кәүҙәләнешен ҡарауға бағышланған. Был өлеш үҙе өс киҫәктән — механика, физика һәм органик физиканан тора. Гегель ваҡыт, ғәләм арауығы категорияларын материяға бәйләп ҡарай. Ә хәрәкәт, нисектер, материянан тыш һәм бәйһеҙ, фәҡәт ваҡыт һәм ғәләм арауығы менән бәйләнештә генә алына. Гегель, ғөмүмән, үҙ заманындағы асыштар менән таныш булһа да, уның фәлсәфәүи фекерҙәре белеменең сикле булғанлығын күрһәтә. Ул яҡтылыҡтың тулҡынлы асылын танымай, шулай уҡ, ғәҙәти идеалистарса, атомистик теорияны кире ҡаға.

Гегель әлеге күләмле хеҙмәтенең өсөнсө өлөшөн тәшкил иткән "Рух философияһында кешенең аңға, аҡылға эйә булған эшсәнлеген анализлай. Рух философияһы ла өс киҫәккә (субъектив рухҡа, объектив рухҡа һәм абсолют рухҡа) бүленеп тикшерелә. Субъектив рух, нигеҙдә, индивидуаль аңды характерлауға бағышланған. Индивидтың рухи үҙгәреше, үҫеше, ғөмүмән, кешелек тоҡомоның интеллектуаль үҫешенә бәйләп ҡарала. Был өлөштә енси, милли, ерле айырымлыҡларға урын бирелә. Шулай ук шәхес проблемаһы ла ҡуҙғатыла, уның психологик аспекттары тикшерелә. Объектив рух өлөшөндә, ғөмүмән, кешелек йәмғиәтенә хас булған күренештәр ҡарала. Объектив рух үҙенең үҫешендә, Гегель уйлағанса, өс басҡыс уҙа: хоҡуҡ, әҙәп һәм әхлаҡ. Ләкин Гегель был күренештәрҙең синфи үҙенсәлеккә эйә булыуҙарын күрмәй, улар күберәк абстракт яҫылыҡта ғына ҡарала. Гегель дәүләт теорияһы буйынса да ҙур иғтибарға лайыҡлы фекерҙәр әйтә. Ә «гражданлыҡ йәмғиәте» бүлегендә ул хатта кешенең барлыҡҡа килеүендә хеҙмәттең ролен дә күрһәтергә ынтыла. Шул уҡ ваҡытта күп кенә категорияларҙы ҡарағанда ул үҙенең идеалистик планда сикләнгәнлеген күрһәтә. Мәҫәлән, дәүләттең эске һәм тышҡы функцияларын ул бөтөнләй күрмәй тейерлек, дәүләт — уның өсөн үҙмаҡсат. Шул ук ваҡытта дәүләттең йәшәүе, уныңса: «Алланың ошо донъяла атлап барыуы»[24]. Гегель, үҙ ижадының башланғыс осоронда демократик республика идеялары менән мауығып йәшәгән булһа, һуңғараҡ, юғарыла иҫкәртелгәнсә, уңға боролош яһай: демократияны тәнҡитләй, феодаль тәртиптәр менән килешкәнлеген күрһәтә, ә дәүләттең иң камил формаһын конституцион монархияла (конституциялы монархия) күрә башлауын белдерә. Абсолют рухты Гегель ижтимағи аң формуларында — сәнғәттә, диндә һәм философияла күрә. Сәнғәтте һәм гүзәллекте Гегель үҙенә генә хас фекерҙәр менән аңлата. Был мәсьәләлә ул иң алғы планға идеал категорияһын ҡуя. Уның үҫеш баҫҡыстарын сәнғәттең формулары тип баһалай. Уларҙы ул символдарға нигеҙләнгән (йәнәһе Көнсығыш сәнғәте), классика (боронғо антика сәнғәте) һәм романтика (урта быуат һәм заман сәнғәте) формулары тип айыра. Шулар араһында боронғо антика сәнғәтенә айырыуса өҫтөнлөк бирә.

Сәнғәт һәм эстетика

үҙгәртергә

Гегель сәнғәт теорияһы һәм эстетика буйынса бай эстәлекле хеҙмәттәр ҡалдыра. Уның «Эстетика буйынса лекциялары» ғына ла дүрт томлыҡ хеҙмәттән тора. Гегель үҙ заманы сәнғәтендә сағылдырылған күренештәр нигеҙендә ысын сәнғәттең киләсәге өсөн хәүефле тенденцияларҙы (формализмды ғөмүмән тарҡалыу ҡурҡынысын) даһи кеше булараҡ күрә алған.

Дин һәм фәлсәфә

үҙгәртергә

Дин менән философияны Гегель ике тоташ рухи күренеш тип ҡараған. Уныңса, айырма бары шунда ғына, әгәр ҙә дин Алла булһа, философия — хәҡиҡәт. Улар формулары менән генә бер-береһенән айырыла. Әйтәйек, дин күрһәтү формаһы булһа, философия — кешене уйландырыусы форма, Гегель, философия менән динде бер рәткә ҡуйып, Европа ижтимағи фекере ҡаҙаныштарынан артҡа сигенгән булып сыға. Сөнки философияның белемгә, ә диндең ышаныуға ғына ҡоролған икәнлеген шул ук немец философтары (мәҫәлән Кант) инде таныған була . Гегель дин тураһындағы фекерҙәрен «фәлсәфиләштерергә» лә тырышып ҡараған. Хатта Алланың христиан дине буйынса өс ҡиәфәттә ("троица"ла) кәүҙәләнгәнлеге тураһындағы фекерҙе (догматты) үҙенең өс ҡатлылыҡ (триада) теорияһы ярҙамында иҫбатларға тырышҡан. Философия фәненә ҡарата ла Гегелдең фекерҙәре башҡаларҙыҡынан айырылып тора. Уныңса, философия барлыҡ фәндәрҙән дә өҫтөнөрәк.

Хоҡуҡ фәлсәфәһе

үҙгәртергә

Георг Гегель дәүләт һәм хоҡуҡ тураһында үҙенең ҡараштарҙы « Хоҡуҡ фәлсәфәһе» (1821) китапта яҙған.

Теоретик фекерләү барышында Рух үҙенең эске төп нигеҙгә етеп, Рух үҙенең субъективизмынан юғарыраҡ күтәрелә. Ул «объектив» Рух булырға мөмкин. Азат Рухтың беренсе күренеше — хоҡуҡ. Ул — Рухтын үҙ аллы иркен, теләген тормошҡа ашырыу. Беренсенән тирә-яҡтағы әйберҙәргә — милеккә хоҡуҡ, икенсенән башҡаның иркенә, теләгенә —килешеү хоҡуҡ, өсөнсөнән үҙенең инҡар итеү эшмәкәрлегенә : инҡар итеүҙе инҡар итеү аша тормошҡа ашырыу — яза хоҡуғын тормошҡа ашырыу.

Формаль һәм абстракт язаны үткәреү Рухта яҡшылыҡҡа әхлаҡ (мораль) талабын тыуҙыра. Әхлаҡ насар ынтылышҡа ҡаршы булып «бурыс» тип атала. «Бурыс» уның «намыҫта»(совесть) йәшәй. «Бурыс» һәм «булырға тейеш түгел ысынбарлыҡ» араһынан китеп Рух «әхлаҡлылыҡта» (нравственность) ҡотола. Әхлаҡлылыҡ «ғаилә», «гражданлыҡ йәмғиәте» һәм «дәүләттә» күрһәтелә.

Гегель буйынса дәүләт — объектив Рухтың иң юғары күренеше. Бер кешенең азатлығы- бөтә кешеләр берҙәмлектә, был дәүләт — абсолют үҙмаҡсат (Selbstzweck).

Милли дәүләттәрҙә халыҡ Рухы (Volksgeister) тормошҡа ашырыла. Дәүләттәрҙең тарихи яҙмышында Рухтың диалектик ҡеүәте сағыла, улар алмашыныу аша Рух әкренләп үҙенең сикләнгәнлегенән һәм беръяғлылығынан ҡотола һәм үҙе аңлаған тулы иреккә өлгәшә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Pinkard, Terry P. Hegel: A Biography. — Cambridge: Cambridge University Press. — P. 2—3, 745. ISBN 0-521-49679-9
  2. Гегель (Hegel) Георг Вильгельм Фридрих
  3. 3,0 3,1 Гулыга, 1970, с. 8
  4. Гулыга, 1970, с. 9—10
  5. Гулыга, 1970, с. 11
  6. Гулыга, 1970, с. 12
  7. Kaufmann, Walter. Hegel: An Intepretation. — New York: Doubleday, 1966. — P. 8.
  8. Гулыга, 1970, с. 12—13
  9. Гулыга, 1970, с. 13
  10. Гулыга, 1970, с. 16
  11. Гулыга, 1970, с. 17
  12. Гулыга, 1970, с. 18
  13. 13,0 13,1 Гулыга, 1970, с. 19
  14. Гулыга, 1970, с. 19—21
  15. Гулыга, 1970, с. 26
  16. Гулыга, 1970, с. 27
  17. Гулыга, 1970, с. 32
  18. Гулыга, 1970, с. 44
  19. Гулыга, 1970, с. 51
  20. 20,0 20,1 Рэндалл Коллинз. Социология философий: глобальная теория интеллектуального изменения. (Пер. с англ. Н. С. Розова и Ю. Б. Вертгейм). — Новосибирск: Сибирский хронограф, 2002. ISBN 5-87550-165-0
  21. Жюлиа, Дидье. Философский словарь: пер. с франц. — М.: Междунар. отношения, 2000. — С. 80. ISBN 5-7133-1033-7
  22. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; ЭСБЕ төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  23. Соч.— T. 5.- M., 1937.— C. 432—436
  24. Соч.— T. 7.- M.-Л., 1934.— С. 268
  • Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 1-се китап: Ҡыҫкаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. — Казан: Мәфариф, 2002. — ISBN 5-7761-1122-6