Ысынбарлыҡ
Ысынбарлыҡ (лат. realis — урыҫса вещественный, действительный, матди, ысын, дөрөҫ) — булыу, йәшәп килеү тигән дөйөм мәғәнәне аңлатҡан философик атама (термин); ғәҙел (объектив) донъя; тейешле фән тарафынан өйрәнелгән әйбер һәм ваҡиғалар йыйылмаһының (универсумдың) бер өлөшө; объектив йәки ғәмәлдә йәшәп килеүсе күренештәр һәм факттар[1]. Различают объективную (материальную) реальность и субъективную (явления сознания) реальность[2].
Диалектик материализмда «Ысынбарлыҡ» төшөнсәһе ике мәғәнәлә ҡулланыла[3]:
- бар йәшәп килгән донъя, шул иҫәптән үҙенең бөтә яҡшы әйберҙәре менән бергә барлыҡ матди донъя;
- объектив ысынбарлыҡ йәки үҙенең барлыҡ төрҙәр йыйылмаһы менән материя. Бында ысынбарлыҡ субъектив ысынбарлыҡҡа йәки аң күренештәренә ҡаршы ҡуйыла һәм философиялағы материя төшөнсәһе менән тиңләштерелә. Йәшәйеш (урыҫса бытие) һәм ысынбарлыҡ төшөнсәләрен философия фәненең онтология бүлеге өйрәнә.
Бәйле төшөнсәләр
үҙгәртергәФекерләүҙең (урыҫса мышление) үҙ булмышына ҡарата гносеологик характеристикаһы[4]. Фән бүлектәрендә (физика, химия, тарих, социология һәм башҡалар) хәҡиҡәт категорияһы ике төрлө билдәләнә. Бер яҡтан, традицион аңлауҙа хәҡиҡәт фәнни белем маҡсаты булһа, икенсе яҡтан — фәнни белемдең объектив ысынбарлыҡ менән тура килеүенең принципиаль мөмкинлеген биреүсе һәм иң кәмендә теоретик һәм ғәмәли мәсьәләләрҙе нигеҙле хәл итеүҙә комплекс булып тороусы үҙаллы ҡиммәт.
Факт
үҙгәртергәАтама киң мәғәнәлә хәҡиҡәттең синонимы булып ҡулланыла; хәл-ваҡиғә йәки һөҙәмтә; ғәмәлдәге (реаль), ә уйлап сығарылмаған; дөйөм һәм абстактҡа ҡарата конкрет һәм берҙән-бер[5]. Аң дың ныҡлы урынлашҡан йөкмәткеһе[6]. Фән философияһында факт — эмпирик белемде теркүсе һөйләм[5], тикшерә алырлыҡ раҫлау йәки шарт. Факт теорияға йәки или гипотезаға ҡаршы ҡуйыла. Фәнни теория факттарҙы һүрәтләй һәм аңлата, шулай уҡ яңыларҙы әйтә ала. Туранан-тура дөрөҫләнә йәки кире ҡағыла алмаған раҫлау фараз йәки уй-фекер тип атала.
Донъяға ҡараш
үҙгәртергәҒәләмде, кешенең ундағы урынын дөйөм күреү һәм аңлауҙы билдәләүсе ҡараштар, фекерҙәр, баһалар, принциптар һәм образлы күҙаллауҙар йыйылмаһы, шулай уҡ кешеләрҙең тормош позициялары, тәртип программалары һәм эшмәкәрлеге[7]. Донъяға ҡараш кеше эшмәкәрлегенә ойошҡанлыҡ, мәғәнә һәм маҡсат бирә.
Йәшәйеш һәм ысынбарлыҡ
үҙгәртергәЫсынбарлыҡ төшөнсәһе йәшәйеш төшөнсәһе менән ҡатмарлы мөнәсәбәткә (бәйләнешкә) инә:
- Йәшәйеш ысынбарлыҡ төрҙәренең йыйылмаһы (был осраҡта ысынбарлыҡ төшөнсәһе мөмкин тиклем киңәйтелгән һәм субъектив ысынбарлыҡ кеүек төшөнсәләрҙе лә үҙ эсенә ала)
- Ысынбарлыҡ йәшәйештең состав өлөшө (был осраҡта ысынбарлыҡҡа уйҙырма ҡаршы ҡуйыла)
- Ысынбарлыҡ үҙ эсенә йәшәйеште ала (экзистенциализм буйынса — бары тик кеше генә йәшәйешкә эйә).
Ысынбарлыҡ төрҙәре
үҙгәртергәФизик ысынбарлыҡ
үҙгәртергәҒәләмдең материаль донъяһы — ғәмәлдә, тәбиғи фәндәрҙең төп өйрәнеү объекты. Бөгөнгө көнгә «тормош» төшөнсәһе хаҡында берҙәм фекер булмаһа ла, ғалимдар, дөйөм алғанда, тормоштоң биологик сағылышы ойошоу, матдәләр алмашыныу, үҫеү, яраҡлашыу (адаптация), ҡуҙғытҡыстарға яуап һәм үрсеү менән билдәләнгәнен таный[8]. Шулай уҡ тормош — организм торошоноң сағылышы (характеристикаһы) тип әйтеп була. Ерҙәге организмдарҙың (үҫемлектәр, хайуандар, бәшмәктәр, протистар, архейҙар (бер күҙәнәкле микроорганизмдар) һәм бактериялар) үҙенсәлектәре түбәндәгеләр: улар барыһы ла углерод-һыу нигеҙендәге ҡатмарлы ойошҡан күҙәнәктәрҙән тора, һәм уларҙың матдәләр алмашыныуы, үҫергә, ҡуҙғытҡыстарға яуап бирергә һәм үрсергә һәләттәре бар. Ошондай үҙенсәлектәргә эйә булыу тормошто аңлата. Шулай ҙа тормоштоң һәр билдәләмәһендә лә бөтә был үҙенсәлектәр мәжбүри тип әйтелмәй.
Социаль ысынбарлыҡ
үҙгәртергәСоциаль (ижтимағи) донъя ысынбарлығы. Социаль ысынбарлыҡ танып белә торған (когнитив), шулай уҡ биологик йәки шәхси ысынбарлыҡтан айырыла һәм йәмғиәттә ҡабул ителгән фекер һәм идеяларҙан (тенденцияларҙан) тора. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр, мәҫәлән Джон Сёрль, «социаль ысынбарлыҡ һәр индивидуумдан һәм тирә-яҡ мөхиттән айырым ҡуйылыуы мөмкин» тип иҫәпләй.
Информатикала виртуаль ысынбарлыҡ
үҙгәртергәКешегә күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү кеүек тойоу органдары аша техник саралар ярҙамында яһалған донъя. Виртуаль ысынбарлыҡ тәьҫир итеүҙе һәм тәьҫир итеүгә реакцияны оҡшатып күрһәтә. Ышанырлыҡ ысынбарлыҡты һүрәтләү өсөн тойғоларҙы компьютер реаль ваҡытта синтезлай. Виртуаль ысынбарлыҡтағы объекттар материаль ысынбарлыҡтағы объекттарға оҡшаш була. Ҡулланыусы виртуаль ысынбарлыҡтағы объекттарға материаль ысынбарлыҡтағы кеүек үк тәьҫир итә ала (гравитация, һыу үҙенсәлектәре, бәрелешеү, кире сағылдырыу һәм башҡалар). Әммә, күңел асыу маҡматында виртуаль донъяла ҡатнашыусыға ысынбарлыҡта мөмкин булмаған һәләт бирелә. Мәҫәлән: осоу, предметтар яһыу һәм әүерелдереү.)[9]
Компьютер уйындары
үҙгәртергәКомпьютер уйындары виртуаль донъяның уйынсыға тәьҫир итеүенә нигеҙләнә. Күп уйындарҙа уйын уйнаусы үҙен төрлө персонаждар ролендә хис итә. Виртуаль донъя ысынбарлыҡҡа тап килһен өсөн уйындарҙа өм үлсәмле сифатлы графика ҡулланыла. Уйындың графикаһы сифатһыҙ булһа, йәки ике үлсәмле булһа схема кеүек булһа уйынды ысынбарлыҡтағы кеүек хис итеп булмай. Төрлө ҡатламға һәм төрлө маҡсатта төҙөлгән симулятор уйындар бар. Ысынбарлыҡҡа яҡынайтылған, физика закондарына нигеҙләнгән авиасимуляторҙар, автосимуляторҙар, спорт уйындары симулятоҙары бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑
- Реальность
- // Михельсон А. Д. Объяснение 25000 иностранных слов, вошедших в употребление в русский язык, с означением их корней. 1865
- // Попов М. Полный словарь иностранных слов, вошедших в употребление в русском языке. 1907.
- // Чудинов А. Н. Словарь иностранных слов, вошедших в состав русского языка. 1910.
- // Большой словарь иностранных слов. — Издательство «ИДДК», 2007.
- Реальность
- ↑ Реальность 2012 йыл 12 май архивланған. // Современный толковый словарь
- ↑ Рыбаков В. А. , Покрышкин А. Л. . Совместима ли психология И естественнонаучная парадигма? 2011 йыл 24 декабрь архивланған. — Томск: «Дельтаплан», 2005
- ↑ Реальность // Философия: Энциклопедический словарь / Под ред. А. А. Ивина. — М.: Гардарики, 2004. — 1072 с. — ISBN 5-8297-0050-6.
- ↑ 5,0 5,1 Никифоров А. Л. Факт // Новая философская энциклопедия / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин, заместители предс.: А. А. Гусейнов, Г. Ю. Семигин, уч. секр. А. П. Огурцов. — 2-е изд., испр. и допол.. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.
- ↑ Философский словарь. — СПб. 1911. — С. 258
- ↑ Введение. «Что такое философия» 2013 йыл 17 март архивланған. // Фролов И. Т.]] «Введение в философию» Учеб. пособие для вузов / Авт. колл.: Фролов И. Т. и др. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Издательство Республика, 2003.
- ↑ Definition of Life . California Academy of Sciences (2006). Дата обращения: 7 ғинуар 2007. Архивировано 22 август 2011 года. 2007 йыл 8 февраль архивланған.
- ↑ «Виртуальная реальность»(недоступная ссылка) // Словарь по естественным наукам
Һылтанмалар
үҙгәртергәЫсынбарлыҡ Викиһүҙлектә | |
Ысынбарлыҡ Викиөҙөмтәлә | |
Ысынбарлыҡ Викимилектә |
- Філософський словник /За ред. В. І. Шинкарука. — 2. вид. І доп. — К.: Голов. ред. УРЕ, 1986. — 800 с.