2-се Этҡол
2-се Этҡол (рус. Иткулово 2-е) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 1727 кеше булған[3]. ОКАТО коды — 80206840005
2-се Этҡол | |
2-се Эткол | |
Рәсми атамаһы | 2-се Эткол |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | 2-се Этҡол ауыл Советы[d] |
Административ-территориаль берәмек | Ниғәмәт ауыл советы |
Халыҡ һаны |
1012 кеше (2002)[1], 853 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453672 |
2-се Этҡол Викимилектә |
ОКТМО коды — 8060644010
Исеменең килеп сығышы
үҙгәртергәБашта Айытғужа атамаһын йөрөткән. Ауылға нигеҙ һалған Алдар батыр Иҫәнгилдиндың ағаһы тархан Айытҡужа Иҫәкәев хөрмәтенә ҡушылған. Хәҙерге Икенсе Этҡол исеме XVIII быуат башынан тархан Айытҡужа улы Этҡол антрононимын алған[4]. Шулай уҡ Нуғай Бөрйән исеме аҫтында билдәле[5].
Географик урыны
үҙгәртергәҺаҡмар йылғаһының Таулы, Рәжәп, Саҡмағош уң ҡушылдыҡтарында урынлашҡан[6].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 37 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 84 км
Тарихы
үҙгәртергәXVIII быуат башында Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә ауылға нигеҙ һалғандар, башта Алдар батыр Иҫәнгилдиндың ағаһы Айытҡужа Иҫәкәевтың исемен йөрөткән, һуңынан — уның улы тархан Этҡол Айытғужин исеме менән йөрөтөлә башлай[6]. Икенсе Этҡол ауылы (Үрге Этҡол) Бөрйән улусының 6-сы кантоны 3-сө йорто составында булған[4]. Тәүге тапҡыр Этҡол ауылы Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы составында 1763 йылда телгә алына[5].
1816 йылда 88 йәшлек Этҡол Айытғужин Этҡол ауылында йәшәгән. Этҡолдың улдары һәм ейәндәре билдәле: өлкән улы Байҡый (1766 йылғы), уның улдары — Сөләймән, Дауыт, Таулыҡай, Мөхәмәтзаман. 1815 йылда Байҡый балалары һәм һәм туғандарының балалары Әйүп, Йосоп, Яҡум менән яңы булдырылаған Моҡас ауылына күсә. Этҡолдың кесе улы Солтанғол иртә донъя ҡуя, унан улы Балхия ҡала (1784 йылғы). Балхияның улдары — Баһауетдин һәм Ишмырҙа. Этҡол ейәне Балхия Солтанғолов менән йәшәй[4].
1812 йылғы Ватан һуғышында Этҡол ауылынан 15-се башҡорт полкы составында Парижға тиклем барып етәләр: урядник Баязит Әлимбәтов, рядовойҙар Мөхәмәтғәли Ниәтшин, Мөкмин Әбделсәлимов, Сәйетбаттал Ирмәков (бөтәһе лә көмөш миҙалдар кавалерҙары). 1806—1807 йылдарҙа Францияға ҡаршы Пруссия һәм Польша территорияһындағы хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашалар: рядовойҙар Хәйризаман Ирғәлин, Әйүп Солтанғолов, Баҡтыбай Ирмәков. 1828—1829 йылғы урыҫ-төрөк һуғышында ҡатнашалар: Буранғол Рафиҡов, Әбделғариф Әбделмәжитов һәм Мөхәмәтғәли Килдиғужин[4].
Этҡолдар малсылыҡ менән шөғөлләнәләр, Байым, Исхаҡ, Ниғәмәт, Сәйетбаттал ауылдары халҡы менән Бутара, Салажа, Әликәй, Ҡашҡа-Айғыр буйлап Сереккүлгә һәм Һаҡмар йылғаһына тиклем Урал тауҙарына барып еткәндәр. 1839 йылда 116 йорттан 88 арба йәйләүгә сыға. Ауылда 707 кеше йәненә 480 йылҡы, 1100 һыйыр, 400 һарыҡ булған. 1843 йылда 88 бот ужим һәм 984 бот ярауай иген сәсәләр, төрлө кәсеп менән шөғөлләнәләр. Ауылда ике мәсет булған. Аҙна һайын баҙар ойошторола, 1885 йылда баҙарҙа 6 даими һатыу иткән лавка була[4].
XIX быуат башынан утарҙарға сығыу тыйылғанға күрә, Этҡол ауылы халҡы яңы ауылдарға нигеҙ һала. 1812 йылда 17 ғаилә Ағиҙел йылғаһы буйында Яҡшығол ауылына нигеҙ һала (Бөрйән районы)[4].
Совет осоро
ХХ быуат башынан хәҙерге исемен йөрөтә. Совет осоронда 2-се Этҡол ауылы «Урал» агрокомплекс хужалығының үҙәк усадьбаһы була. Бында ағас әҙерләү буйынса «Мәтим» артеле һәм урман хужалығы урынлашҡанref name="Баймакский край"></ref>. Республикала билдәле шәхестәр Б. С. Байымов, Ш. Ш.Ғәбдиев, Ғ.Д.Ибраһимов, М. Н.Иҫәнбаев, Р. Р.Рәхимов, З. И.Хәлилов, Х. Х. Әлмөхәмәтов 2-се Этҡол ауылында тыуған.
Бөгөнгөһө
Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Мәҙәниәт йортонда төрлө ижади коллективтар булдырылған: «Йәнтөйәк» фольклор ансамбле; «Йәйғор», «Дарман», «Атайсал» вокаль ансамблдәре; «Әхирәттәр», «Шатлыҡ», «Аҡ ҡайын» бейеү ансамблдәре, «Сыбалайыр» ҡубыҙсылар ансамбле[7]. "Ағинәйҙәр" ойошмаһы бихисап йөкмәткеле, файҙалы саралар. кисәләр үткәрә. халыҡ йолаларын. ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү буйынса ҙур эш башҡара. Ағымдағы йылда (2022) ойошма "Урал батыр" эпосы - башҡорт халҡының рухи ҡомартҡыһы" исҽмлҽ проҽкт буйынса эш башланы[8].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 858 | 416 | 442 | 48,5 | 51,5 |
1920 йыл 26 август | 615 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 2039 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1003 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 1034 | 534 | 500 | 51,6 | 48,8 |
2002 йыл 9 октябрь | 1012 | 513 | 499 | 50,7 | 49,3 |
2010 йыл 14 октябрь | 853 | 433 | 420 | 50,8 | 49,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда бөрйән ырыуы башҡорттары йәшәй (100 %)[9]. Ырыу аралары: бүре, таулы, ҡыя, таҙым, ҡырғыҙ, татар, көҙән, көсөк, маңҡа, серәкәй, монаш, секәнәй, аратор[5].
Ер-һыу атамалары
үҙгәртергәТауҙар исемдәре
— Көрәй тауы;
— Әсебейек;
— Ҡыҙҙар тауы;
— Иген тауы
Күл-йылғалар исемдәре:
— Сарҙаҡ күле;
— Мәтем йылғаһы;
— Таулы йылғаһы;
— Киндеркүл
Былар ҡыҙыҡлы
үҙгәртергә— 1910 йылда сәсән Мөхәмәтша Буранғолов «Урал батыр» ҡобайырын 2 — сҽ Этҡол ауылынан алыҫ булмаған урында сәсәндәр Ғ.Арғынбаҽв һәм Х.Әлмөхәмәтовтан яҙып ала. Эпос өс өлөштән, туғыҙ бүлҽктән тора[8].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Байымов Берйән Сафа улы (7.02.1948—26.11.2004), ғалим-фольклорсы, әҙәби тәнҡитсе, яҙыусы һәм журналист. Филология фәндәре кандидаты (1993). Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты (1987).
- Ғәбдиев Шәһәрғәзи Шаһыбал улы — (912.1898—5.07.1979), башҡорт шағир-импровизаторы. Беренсе донъя, Граждандар, 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һуғыштарында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Иҫәнбаев И. Н. — БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
- Иҫәнбаев Мазһар Насип улы — иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре докторы (1987), профессор (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2002 йылдан).
- Камалова Лира Шәрип ҡыҙы — Социалистик Хеҙмәт Геройы, Этҡолда уҡыған.
- Ҡотлоғужина Зәкиә Рәхмәт ҡыҙы (4.03.1922—28.10.2005), БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966);
- Мостафин Урал Сабирйән улы (17.01.1951), хеҙмәт ветераны, шағир, яҙыусы. 2014 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге (2002) һәм Сәғит Агиш исемендәге әҙәби премиялар лауреаты (2011).
- Муллағолова Әнисә Муса ҡыҙы (5.03.1963), ғалим—әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист. Филология фәндәре кандидаты, доцент. «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәре. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.
- Мәжитов Г. М. — Мәскәүҙәге Еңеү парадында ҡатнашыусы;
- Рәхимов Ришат Рәшит улы — ҡурайсы, педагог, композитор. 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982).
- Саламатова Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы (1976), ғалим-филолог, 2002 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (2002), доцент (2005). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2020).
- Сирғәлин И. И. — БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре;
- Таңғатаров И. — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор;
- Хәйретдинов Борис Мөхәммәт улы (10.03.1948), педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, яҙыусы һәм шағир, йырҙар авторы, йәмәғәт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт ижады смотры (1985) һәм райондың Батыр Вәлид исемендәге премия (2003) лауреаты.
- Хәлилов Зыя Ишбулды улы (13.06.1963—10.04.2004), ҡурайсы, йырсы БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Ҡурайсылар Союзы ағзаһы (1999).
- Хәлитов Динар Дидар улы (18.08.1959), архитектор, дәүләт эшмәкәре. 2017 йылдан Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (2004). Рәсәйҙең почётлы архитекторы (2010)[10].
- Әлмөхәмәтов Хәмит Хужиәхмәт улы — сәсән;
- Тажетдинов Илшат Азамат улы — (20 май 1969 йыл) — дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре. Иҡтисад фәндәре докторы, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2019);
- Тажетдинов Азамат Әғзәм улы (12 декабрь 1938 йыл — 2015 йыл) — Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2013). Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты (2005);
- Тажетдинов Нур Азамат улы — Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Сибай ҡалаһының почетлы гражданины
Урамдары
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 88. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5 163 бит
- ↑ 6,0 6,1 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8} 69-70 биттәр.
- ↑ Ижади коллективтар
- ↑ 8,0 8,1 Икенсе Этҡол ауылы ағинәйҙәренең «Урал батыр» эпосы — башҡорт халҡының рухи ҡомартҡыһы" исҽмлҽ проҽкты
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Энциклопедия УГНТУ — Халитов Динар Дитарович 2019 йыл 17 август архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 август 2019)
- ↑ Улицы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 95. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5
- Словарь топонимов Башкирской АССР
Һылтанмалар
үҙгәртергә- 2-се Этҡол // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Село Второе Иткулово, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 август 2019)
- 2-се Этҡол мәҙәниәт йорто сайты
- Халҡына дан йырланы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
2-се Этҡол Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |