Бәҙретдин (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Бәҙретдин — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология
үҙгәртергәБәҙретдин ғәрәп теленән килеп ингән ир-ат исеме. Бәҙре (тулған ай) һәм дин һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән. Иң һәйбәт бала тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәБәҙрүш Моҡамай, ысын исеме Мөхәмәтйәнов Бәҙретдин Мөхәмәтйән улы (5 октябрь 1909 йыл — 20 сентябрь 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт шағиры. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Йомалин Бәҙретдин Әбделғәзе улы (15 июль 1926 йыл) — «Заветы Ильича» колхозы рәйесе. Октябрь Революцияһы (1986 йыл), ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973, 1976 йылдар), «Почет Билдәһе» (1971), 2-се дәрәжә Ватан Һуғышы (1985 йыл) ордендары, 6 миҙал кавалеры. Ике тапҡыр БАССР Юғары Советы Президиумының (1976, 1986 йылдар), СССР Эске эштәр министрлығының (1972 йыл) Почет грамоталары менән бүләкләнә. Ауыл хужалығы өлкәһендәге уңыштары өсөн ул «БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә һәм халыҡ мәғарифын үҫтереүҙәге әүҙем эшмәкәрлеге өсөн «БАССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһенә лайыҡ була.
Фамилияла
үҙгәртергәБәҙретдинов Ратмир Сәрүәр улы (15 ноябрь 1931 йыл — 30 октябрь 2020 йыл) — бейеүсе, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1977).
Бәҙретдинов Сәлимйән Миңләхмәт улы (3 май 1950 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист, ғалим-фольклорсы. Филология фәндәре кандидаты (2010). Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), СССР Журналистар союзы (1988) һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. I һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика (1996) һәм Учалы районының Муса Мортазин исемендәге (1996) премиялары лауреаты. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2000) һәм «За заслуги в проведении Всероссийской переписи населения» миҙалы (2003) менән бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт ветераны (2010).
Бәҙретдинов Рәғиб Мәрүәретдин улы (17 август 1945 йыл) — Илеш районы «Октябрь» колхозының комбайнсыһы. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
Бәҙретдинов Миңнулла Бәҙретдин улы (1901 йыл — 29 сентябрь 1943 йыл) — Советтар Союзы Геройы (1944). Граждандар һəм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы.
Бәҙретдинов Низам Сәләхетдин улы (рус. Бадретдинов Низам Саляхетдинович; 1910 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, артиллерист.
Бәҙретдинов Йәғәфәр Зәйнәғетдин улы (12 февраль 1912 йыл — 2007 йыл) — финансы-иҡтисадсы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1974), Бөйөк Ватан һуғышы яугире.
Бәҙретдинов Тимур Таһир улы, Бәҙретдинов Тимур (Каштан) Таһир улы (11 февраль 1978 йыл) — Рәсәй киноһында комедия актеры, телевидение һәм КВН телетапшырыуҙарын алып барыусы.
Бәҙретдинов Рәмил Рафаил улы (17 ғинуар 1958 йыл) — ғалим-санитар табибы, курортолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |