Бәҙретдинов Рәмил Рафаил улы

курортолог, медицина фәндәре докторы

Бәҙретдинов Рәмил Рафаил улы (17 ғинуар 1958 йыл) — курортолог. Медицина фәндәре докторы (2007). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2004), Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010).

Бәҙретдинов Рәмил Рафаил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 ғинуар 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Йыланыш, Дыуан-Мәсетле ауыл советы, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө курортолог
Уҡыу йорто БДМУ
Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Рәмил Рафаил улы Бәҙретдинов 1958 йылдың 17 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Йыланыш ауылында тыуған.

1982 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын, 1996 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1982 йылда Дыуан районының санитария-эпидемиология станцияһында санитар табип булып башлай.

1984 йылдан участка дауаханаһының баш табибы, 1987 йылда — райондың баш табибы, 1993 йылда — Дәүләт санитария-эпидемиология күҙәтеүенең Дыуан территорияһы берекмәһенең баш дәүләт санитар табибы.

1994 йылдан район хакимиәте башлығы урынбаҫары. 2001 йылда — «Янғантау» шифаханаһы, 2012 йылдан алып «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы директоры, бер үк ваҡытта 2007 йылдан башлап БДМУ-ның дипломдан һуң белем биреү институты уҡытыусыһы булып эшләй[1]. Медицина фәндәре докторы (2007).

Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан Республикаһының шифахана-курорт комплексы шарттарында һаулыҡты тергеҙеүсе дауалау эшен ойоштороуҙы камиллаштырыуға арналған. Бәҙретдинов ҡатнашлығында терәк-хәрәкәт аппараты, периферик нервы системаһы ауырыуҙарын, умыртҡалыҡ остеохондрозының неврологик күренештәрен, хроник пиелонефритты һ.б. дауалау алымдары эшләнә[1].

150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. Башҡортостан Республикаһының 4‑се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың депутаты. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2010). Өйләнгән, ғаиләлә ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2006)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2004)
  • Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007)
  • Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1992)
  • Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә