Бәҙретдинов Низам Сәләхетдин улы
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы
Бәҙретдинов Низам Сәләхетдин улы (рус. Бадретдинов Низам Саляхетдинович) (1910 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, артиллерист[1].
Бәҙретдинов Низам Сәләхетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1910 |
Тыуған урыны | Оҙондар, Архангел районы |
Дата исчезновения человека | 10 июль 1942 |
Һөнәр төрө | артиллерист |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | хәбәрһеҙ юғалған[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәНизам Сәләхетдин улы Бәҙретдинов 1910 йылда Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Архангел районы) Оҙондар ауылында[2] тыуған. БАССР-ҙың Архангел районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә, 313-сө кавалерия полкында артиллерист була.1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһендә хәбәрһеҙ юғалған[2]. Һуңғараҡ Икенсе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнәИ[3].[3]. Ҡатыны — Бәҙретдинова Сара, Оҙондар ауылында йәшәгән[1].
Хәтер
үҙгәртергә- 1949—1950 йылдарҙа Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында Башкавдивизияның 246 яугиры туғанлыҡ ҡәберендә ерләнә. Ҡәберлек өҫтөндә таш һәйкәл — дүрт ҡырлы киҫелгән пирамида ҡуйыла. 1961 йылдың 2 майынын 11 майына тиклем обелиск янында теҙ сүккән яугир скульптураһы ҡуйыла[4]. 2018 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт милли-мәҙәни «Аҡ тирмә» төркөмө (Мәскәү) башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ҡәберлектәге һәйкәл яңыртыла: гипсобетон статуя урынында Урал оҫталары ижад иткән бронза һалдат фигураһы ҡалҡа, яңы обелискиҙа дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙыла[4].
- Бәҙретдинов Низам Сәләхетдин улының исеме Архангел районының хәтер китабына индерелгән[5]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- БАДРЕТДИНОВ Низам Саляхетдинович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- БАДРЕТДИНОВ Низам Саляхетдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)