Бикҡол (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Бикҡол — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимологияһы
үҙгәртергәБикҡол — башҡорт телендәге бик һәм ҡол һүҙҙәренән яһалған. Бик — көслө, ныҡлы мәғәнәһенә эйә. Баланың матур киләсәген күреү теләге менән ҡушылған исем.[1][2]
Фамилияла
үҙгәртергәБикҡолов Шәриф Сәғҙәтулла улы, Шәриф Бикҡол (28 май 1924 йыл — 3 сентябрь 1995 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист. 1950 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1980) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1969). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры.
Бикҡолов Хөрмәт Талха улы (22 март 1927 йыл — 4 август 1997 йыл) — яҙыусы, тәржемәсе, нәшерсе. 1980 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987).
Бикҡолов Шамил Рәғиб улы — 1946 йылдың 25 июнендә Өфө ҡалаһында тыуған. Юғары белемле, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Тарих преподавателе. Башҡортостан Республикаһының «Өфө полиграфкомбинаты» Дәүләт унитар предприятиеһы директоры.
Бикҡолов Шакир Сәлим улы (15 ғинуар 1932 йыл — 18 май 1983 йыл) — шағир. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Бикҡолова Нурия Нәғимйән ҡыҙы (12 ғинуар 1956 йыл) — ғалим-физик. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (2006), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000).
Бикҡолова Әлмира Талха ҡыҙы (22 октябрь 1929 йыл — 22 сентябрь 2013 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы һәм Президиумы ағзаһы, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1996—2013 йылдарҙа «Күп милләтле Санкт‑Петербург» яҙыусылар союзы рәйесе, 1995—2013 йылдарҙа Санкт‑Петербургтағы Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).
Бикҡолов Мөнир Кәрәмәт улы (25 март 1944 йыл — 23 июль 2016 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1971—2004 йылдарҙа Өфө телефон аппаратураһы заводында һәм «БЭТО» йәмғиәтендә слесарь. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
Ауылдар
үҙгәртергә• Биҡҡол (Миәкә районы) — Башҡортостан Республикаһының Миәкә районыныдағы ауыл.
• Биҡҡол (Бишбүләк районы) — Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районындағы ауыл.
• Биҡҡол (Арғаяш районы) — Силәбе өлкәһенең Арғаяш районыныдағы ауыл.
• Биҡҡол (Әбйәлил районы) — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы ауыл.
•Бикҡол (Шишмә районы) — Башҡортостан Республикаһының Шишмә районындағы ауыл.
•Биҡҡол (Шаран районы) — Башҡортостан Республикаһының Шаран районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәБикҡол (Туҡ ҡушылдығы) — Ырымбур өлкәһе Александровский районындағы йылға. Йылға Туҡ йылғаһының һул яғынан барып ҡушыла (Туҡ ағышында 278 км). Йылға оҙонлоғо 34 км
Бикҡол торамалары — Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Бикҡол ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. XVI—XV быуаттарға ҡараған Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре 2021 йыл 5 октябрь архивланған.. — Өфө, 2006.
- ↑ Таңһылыу Күсимова. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. 2018 йыл 16 май архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |