Бикҡол торамалары

Бикҡол торамалары (рус. Биккуловские поселения) - Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Бикҡол ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. XVI - XV быуаттарға ҡараған Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары[1][2][3]

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Урынлашыуы үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Бикҡол ауылы янында табылған Бикҡол торамаларының беренсеһе ауылдан көньяҡ-көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Миәкә йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Икенсеһе - унан көньяҡ-көнсығышҡа табан 2,3 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Ҡырғыҙ-Миәкә) - 16 км.

Табылдыҡтар үҙгәртергә

I Бикҡол торамаһы майҙанының 296 м² ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.

2 торама асыҡланған. Бағаналы конструкциялы, 9,5×3 м; 11×8 м дәүмәлле 2 торлаҡ табылған, урталарында усаҡ бар, уларҙың береһе 4,4×2,5 м дәүмәлле, таштан һалынған.

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған әйберҙәр арҡыры һыҙыҡтар, киртектәр, соҡорло биҙәк баҫылған банка рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт.

Яҡынса 5 мең артефакт - таш ҡул тирмәне, һөйәк тишкестәр, шлак һ.б. табылған. Малсылыҡ, һунарсылыҡ менән шөғөлләнеүҙәрен белдергән хайуан һөйәктәре табылған.

II Бикҡол торамаһы ауылдан көньяҡ-көнсығышҡа табан 2,3 км алыҫлыҡта табылған. Уның майҙаны 20 м² ҡаҙылған. Торлаҡтың нигеҙ соҡороноң бер яғы табылған, уның сите буйлап диаметры 0,1 м бағана соҡорҙары урынлашҡан.

Табылдыҡтар араһында - яҡынса 200 керамика фрагменты, хайуан һөйәктәре.

Бикҡол торамалары материалдары М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты фондтарында һаҡлана.

Асыш тарихы үҙгәртергә

I Бикҡол торамаһын 1967 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты А.Х.Пшеничнюк тарафынан асыла.

1984 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты Ю.А.Морозов , 1995 йылда археолог, тарих фәндәре докторы, профессор Обыдённова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы өйрәнә.

II Бикҡол торамаһын 1969 йылда Пшеничнюк аса, 1985 йылда Г.Т.Обыдённова, 1988 йылда Ю.А. Морозов өйрәнә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Г.Т.Обыдённова Бикҡол торамалары//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 20 октябрь архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Торама//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Обыдённов М.Ф., Обыдённова Г.Т. Памятники бронзового века Южного Урала. Уфа, 1996.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.