Скифия (һ. б.-грек. Σκυθία, лат. Scythia) — антик географияла скифтар атамаһы менән берләшкән халыҡтар төркөмө таралып йәшәгән өлкә (антик сығанаҡтарҙа б.э.т. I мең йыллығында — б. э. I быуатында йәшәгән иран телле күсмә һәм ярым күсмә ҡәбиләләр төркөмөнөң дөйөмләштерелгән атамаһы).

Скифия
Нигеҙләү датаһы Б. э. т. VIII быуат
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Азия
Административ үҙәк Неаполь Скифский[d]
Тамамланыу датаһы III быуат
Карта
 Скифия Викимилектә

Скифия картаһы. XVIII быуат.

Тар мәғәнәлә Бөйөк Скифия тип боронғо гректар Төньяҡ ҡара диңгеҙ буйын атаған. Киң мәғәнәлә (бөтә скиф халыҡтарының таралып йәшәүе) Скифияға Түбәнге Дунай буйынан алып Алтай тауҙарына тиклемге дала, урманлы дала һәм Көнсығыш Европа һәм Урта Азия сүллектәре индерелә. Көнсығыш скифтар йыш ҡына сак атамаһы менән телгә алына; һуңғыларға массагеттар ылыҡҡан.

Скифтар нигеҙ һалған дәүләт ҡоролоштары Ҡара диңгеҙ буйы скиф батшалығы һәм уның иң һуңғы вариҫы (Ҡырым Кесе Скифияһы йәки Тавр Скифияһы) үҙ эсенә Добруджалағы Кесе Скифияны; Ассирия-вавилон Ишҡузаһын һәм Кавказ аръяғындағы урарту сығанаҡтарын һәмУрмия күле районын һәм мидия-фарсы батшалығы составындағы уның вариҫы Сакасенаны; Бактрия,Сөғд батшалығы, Арахосия, Гандхар, Кашмир, Пенджаб, Раджастхан һәм Гуджарат территорияһындағы эллин осоро Һинд-скиф батшалыҡтарын индерә.

Халыҡтар составы һәм уларҙың күршеләре

үҙгәртергә
Вот мы пришли к далёким рубежам земли,
В пространства скифов, в дикую пустую дебрь.

Эсхил. Ҡаҙаҡланған Прометей (А. И. Пиотровский тәржемәһе).

«Проконнестан килгән Аристей» поэмаһына һылтанып, Геродот, скифтар асылда исседондарға саҡлы йәшәгән, уларҙан Аристей төп мәғлүмәт алған, тип билдәләгән. Исседондарҙан һуң аримасптар — һыңар күҙле кешеләр тереклек иткән; аримасптарҙан һуң — алтын һаҡлаусы грифондар, ә уларҙан да үрҙәрәк — диңгеҙ менән сиктәш гиперборейҙар. Аристейҙың һүҙҙәре буйынса, бөтә был халыҡтар, гиперборейҙарҙан тыш, даими рәүештә күршеләре менән һуғышҡан, өҫтәүенә, һуғышты беренсе булып аримасптар башлаған.

Ҡорған фаразы яҡлылар, Каспий һәм Ҡара диңгеҙҙәренән төньяҡтараҡ ятҡан киңлектәрҙә, скифтарҙы ла индереп, аттарҙы эйәләштергән замандарҙа һинд-европалылыҡ сығанаҡтары барлыҡҡа килгән, тип дәлилләй. Бер фаразға ярашлы, 38 — 35 быуат элек йәшәгән скифтарҙы сейм-торба мәҙәниәте менән бәйле тип йөрөтәләр, әммә, евразия төбәгендә эҙемтәләре булһа ла, ҡайһы бер ҡорал төрҙәре таралыуы мәҙәниәттән өҫтә торғанлыҡтан һәм ҡыҫҡа ваҡытлы булғанлыҡтан, хәҙерге заманда «сейм-торба феномены» термины ҡулланыла.

Аримасп-исседон һуғыштарының да иртә мәҙәниәттәр менән бәйләнештәре булған. Аримасптар исседондарҙы иленән ҡыуып сығарған, һуңынан исседондар скифтарҙы ҡыҫырыҡлаған, ә Көньяҡ (Ҡара) диңгеҙ буйында йәшәгән киммерийлылар, скифтар баҫымы арҡаһында, тыуған илен ташлап киткән.

 
Скифтар. Көл уба ҡорғанында табылған туҫтаҡ рельеф (Эрмитаж).

Геродот һәм башҡа антик авторҙар һүрәтләгәндән билдәле булыуынса, дөйөм алғанда, Скифия бер нисә тиҫтә антик халыҡты берләштергән, шуларҙың геродот йәшәгән осорҙа батша скифтарының, савроматтарҙың, таврҙарҙың, массагеттарҙың, агафирстарҙың, гелондарҙың, меланхлендарҙың, андрофагтарҙың, неврҙарҙың, будиндарҙың, аландарҙың батшалыҡтары һәм батшалары булған. Асылда Скифияның, ҡитға эсенә һәм, Истра (Дунай) буйлап, өҫкә һуҙылған төньяҡ өлөшө башта агафирстар (уларға Карпат биләмәһен ҡайтарып ҡалдыралар), артабан неврҙар (йышыраҡ Белоруссия округтар), һуңынан андрофагтар (йыш ҡына балттар менән бәйләйҙәр) һәм меланхлендар менән сиктәш булған.

Әммә был сиктәр шартлы булған, сөнки яҡынса б. э. т. 514—512 йылдар тирәһендә Дарий I ғәскәрҙәренең баҫып инеүе менән бәйле, бөтә батшаларҙың Бөйөк Скифия дөйөм батша Советы (Геродот. Китап 4.102) үткәрелгән, был бик ҙур территорияла халыҡтарҙың йәшәгән ғәмәлен көйләү алыу тураһында һөйләй.

Һуңыраҡ антик һәм византия авторҙары Скифия тип атауын дауам иткән территорияла башҡа халыҡтар: Сарматия, Готия, Һунния, Византия осорондағы төньяҡ архонтлыҡтар өлкәләрендә һәм артабан Дунайҙың түбәнге ағымынан алып, Рустә[1] барлыҡҡа килгән.

Лаврентьев һәм Густын йылъяҙмалары (907 йыл тирәһе) хәбәрҙәренә ярашлы, Бөйөк Скифия (Бөйөк скуфь) Буг һәм Днепр йылғалары диңгеҙгә ҡойған ерҙә йәшәгән ҡәбиләләренән торған. Шулай уҡ көнсығыштан, хазарҙарҙан йәғни скифтарҙан, болғарҙарҙың Дунайға килгәне телгә алына.

Географияһы

үҙгәртергә
 
Боронғо картала Скифия (Scythia)

Гекатей Милетский үҙенең "Ер тасуирлауы"на Скифияны һәм картаға ойкуменаларҙы индергән, ләкин Геродоттың һәм уның башҡа элгәрҙәренең әҫәрҙәре һаҡланмаған[2].

Геродот Тарихының 4 китабында Скифияны һүрәтләүҙе Истра йылғаһынан («көнбайышта Скифияның беренсе йылғаһы», 48) башлай, Истрҙың скиф ҡушылдыҡтарына ул Пирет, Тиарант (Олт[3] йәки Сирет[4]), Арар (Сирет[5]), Напарис (Яломица) һәм Ордесс (Арджеш[6]) йылғаларын индергән. Истрҙан көнсығышҡа Скифияның артабанғы билдәле йылғаһы — Тирас (51) урынлашҡан. Һуңынан Ольвия (18) урынлашҡан Гипанис (53) тора. Гипанистан һуң көнсығышҡа Гипанис менән бер лиман ҡойған оло [[Днепр|Борисфен йылғаһы бар. Ике йылға араһындағы морон Гипполая (53) тип атала.

Әммә боронғо Днепрҙың Ҡара диңгеҙгә ҡушылған аныҡ урыны бәхәс предметы булып тора. Берәүҙәр Днепр Синюха[7], йылғаһы юлағынан аҡҡан тип иҫәпләй, башҡалары Днепр тамағын көньяҡҡа Донузлава районына күсереп ҡуя.

Шулай уҡ Борисфендың ҡушылдығы Пантикап (54) та атала. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр Пантикапты Ингул, икенселәре — Ингулец[8] менән, ә академик Рыбаков — Ворскла менән тиңләштергән. Пантикап төньяҡтан аға, Гилея аша үтә һәм 3 көнлөк юлдан һуң, көнсығыштағы (18) тамағынан Борисфенға (90 км) ҡоя.

Шунан ҡасандыр Керкинитида (йәғни Евпатория) районында диңгеҙгә ҡойған, әммә хәҙер юҡҡа сыҡҡан Гипакирис (55) килә. Гипакирис бер күлдән ағып сыға, әммә ғәмәлдә ул Герр йылғаһы аша сыҡҡан Борисфен (56) һыу юлы булып тора. Пантикаптан Геррға тиклем 10 көн юл (19), йәғни 300 км. Борисфендың ике тармаҡҡа бүленеү урыны Черкасы.районында урынлашҡан. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр Гипакиристы Ингулец[9] менән тиңләштерәләр. Шулай уҡ, үрге ағымы Молочная йылғаһы[10] йырҙаһы аша үтһә лә, Гипакиристың тамағы Донузлава районында урынлашҡан тигән фекер ҙә бар. Академик Рыбаков Гипакирис йылғаһын Конка йылғаһы менән тиңләштергән, ә уның тамағын Каркинит ҡултығы районында урынлаштырған.

Клавдий Птолемейға ярашлы, Азия Скифияһы шул яҡтарҙа башланы буйынса Меотида (Азов диңгеҙе) һәм Ра (Иҙел) йылғалары аръяғына, көньяғында Чинай(Ҡытай) урынлашҡан көнсығыштағы Серикка, көньяҡҡа — Сөғд батшалығына һәм Һиндостанға һәм төньяҡҡа — күрелмәгән ерҙәргә тиклем һуҙылған. Әле көнбайыштан көнсығыш йүнәлешендә Азия Скифияһын Имайҙың был яғына һәм теге яғына бүлгәндәр, өҫтәүенә, Имай атамаһы менән төрлө тау һырттарын: Уралды, Белуртағты, Гималайҙы, Тянь-Шанды билдәләгәндәр. Боронғолар Азия Скифияһының: Ра һәм Оксанан (Амударья) тыш — Паропамис (моғайын, Обь), Яйыҡ (хәҙерге Урал) һ. б. йылғаларын белгәндәр. Арал диңгеҙе тураһында боронғолар бик буталсыҡ күҙ алдына килтергәндәр: Иаксарт йылғаһы (хәҙерге Һырдаръя) Страбон буйлап Каспий диңгеҙенә ҡойған.

Плиний буйынса, саҡтарҙы хазарҙар тип атағандар. Ул шулай уҡ Дондан көнсығышҡа һәм төньяҡҡа һуҙылған Бөйөк Скифия, артабан Дондан Днепрға табан ятҡан — Кесе Скифия тураһында һөйләй. Страбон да шулай уҡ Оло йәки Азия Скифияһы тураһында һөйләй. Скифтар тураһында ул былай тигән: «был халыҡтарҙың боронғо тарихы ысын мәғәнәлә билдәле түгел, сөнки ысын хәл-ваҡиғаларға ҡарағанда, әкиәткә яҡын ижад емештәре күберәк һорау һәм ихтирам менән файҙаланғанлыҡтан, яҙыусылар әҫәрҙәрен уйҙырмаларға таянып яҙған».

Григор Уреке румын телендә яҙылған "Кенәз Арон Водаға тиклем Молдавия дәүләте йылъяҙмаһы"нда Скифияның биләмәләрен һүрәтләй: «XVI. 1. Һәм сүллек һәм Тартарияһында (Tartariia cea pustie) урҙалар бик күп, бөтәһенән элек Жунғария (Zagaar), йәғни Скифия (Stitia), Эмаум (Emaum һәм Emmaum) менән Катаио (Cataio) һәм Тангут (Tangut) батшалығы араһында».

Скифияның төньяҡ сиге тип Төньяҡ океан[11] иҫәпләнгән.

Б. Н. Граков фекеренсә, Украиналағы Запорожье өлкәһендә скиф осоро Каменское ҡаласығы бөтә Дала Скифияһының сауҙа, һөнәрселек һәм административ үҙәге булған. С. Я Ольговский был нығытылған тораҡ урыны боронғо миҙгелле сауҙа үҙәге булыуы мөмкин тигән фекер әйткән. Н. А. Гаврилюк был ҡомартҡыны ҡышлауҙар урыныда, иң яҡшы һыубаҫар көтөүлектәрҙе һәм мөһим сауҙа юлдарын контролдә тотҡан урындарҙа барлыҡҡа килгән ҙур булмаған малсылыҡ тораҡтары конгломераты тип иҫәпләй[12][13].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Кесе Скифия
  • Боронғо грек мифологияһында Скифия һәм Кавказ
  • Ишҡуза — Алғы Азиялағы скиф батшалығы
  • Һинд-скиф батшалығы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Иванчик А. И. «Накануне колонизации. Северное Причерноморье и степные кочевники VIII—VII вв. до н. э. в античной литературной традиции: фольклор, литература и история. Pontus Septentrionalis III». Русское издание Pontus Septentrionalis III. М., Б.: «Палеограф», 2005 312 с., в том числе 14 илл. ISBN 5-89526-015-2
  2. «История». Издательский дом «Первое сентября» 2016 йыл 7 апрель архивланған.
  3. Геродот о реках Скифии
  4. Рыбаков Б. А. Геродотова Скифия. Историко-географический анализ.. — М.: Наука, 1979. — 242 с.
  5. Указатель собственных имён, географических названий и этнических групп
  6. Геродот и Фукидид о Балканском полуострове и Средиземноморье 2013 йыл 26 август архивланған.
  7. География Скифии по Геродоту
  8. Тайны Скифского квадрата
  9. Город на Гипакирисе
  10. Ономастикон европейских скифов
  11. о двух Сарматиях
  12. Граков Б. Н. Каменское городище на Днепре // Материалы и исследования по археологии СССР. — 1954. — № 30. — 237 с.
  13. Гаврилюк Н. А. Каменское городище и его округа // Проблемы скифо-сарматской археологии. — Запорожье, 1987. — С. 31-32.
 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «Скифия» мәҡәләһе бар

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Правители Великой Скифии