Википедия:Башҡортса яҙыу
Башҡорт Википедияһы бүлегендә эшләгәндә (яңы мәҡәлә яҙғанда, тулыландырғанда, мөхәррирләгәндә) башҡортса яҙырға, йәғни башҡортса хәрефтәрҙе ҡулланырға тура киләсәк. Бының өсөн бер нисә ысул бар. Һеҙгә ҡайһы ысул уңай, шуны һайлап эшләй алаһығыҙ.
Унан алда компьютерығыҙҙа Википедиялағы башҡортса тексттар уҡырлыҡ булһын өсөн ошо өс шрифттың береһе булырға тейеш: "Arial Unicode MS", "Palatino Linotype", "Microsoft Sans Serif". Википедиялағы тексттар "Arial Unicode MS" шрифты менән күрһәтеүгә көйләнгән. Әгәр компьютерығыҙҙа "Arial Unicode MS" шрифты булмаһа, Internet Explorer 7, Mozilla Firefox 2, Opera браузерҙары етмәгән хәрефте "Palatino Linotype", "Microsoft Sans Serif" шрифттарынан алып күрһәтәсәк. Шуның өсөн ҡайһы ваҡыт башҡорт хәрефтәренең дәүмәлдәре башҡаса булыуы мөмкин. Әгәр өс шрифттың береһе лә булмаһа, йәки Internet Explorer 6 (һәм унан түбәнерәк) һәм башҡа браузерҙар ҡулланғанда башҡорт хәрефтәре урынына шаҡмаҡтар күренергә мөмкин. Шуның өсөн өс шрифттың береһе булһын һәм браузерҙарҙың заманса өлгөләрен ҡулланығыҙ.
«Хамелеон» программаһының ниндәй ҙә булһа өлгөһөн ҡулланыуҙы тәҡдим итмәйбеҙ.
Википедияның үҙендәге хәрефтәр
үҙгәртергәИң ябайы Википедияның үҙендәге хәрефтәр менән яҙыу. Һәр бер компьютерҙа урыҫ клавиатураһы ҡатламын ҡороп алырға була. Ҡалған туғыҙ хәреф мәҡәлә мөхәррирләү майҙанының аҫтында урынлашҡан. Башҡортса хәреф менән яҙыу өсөн курсор яҙыу майҙанында булған саҡта кәрәкле хәрефкә баҫыу етә.
- Насар яҡтары
33 хәрефте клавиатурала яҙып, башҡорт хәрефтәрен сысҡан менән "сүпләп" ултырырға тура киләсәк. Бик яй яҙасаҡһығыҙ. Яңы бер мәҡәлә яҙғанда тәҡдим ителмәй. Һирәк-һаяҡ орфографик хаталарҙы төҙәткәндә ҡулланыу мөмкин.
- Яҡшы яҡтары
Сит программалар ҡороу кәрәкмәй, һәр ваҡыт ҡул аҫтында.
Урыҫ ҡатламына башҡортса хәрефтәр өҫтәү (AltGr менән яҙыу)
үҙгәртергәТәҡдим ителгән клавиатура ҡатламы Windows NT/2000/XP платформалары өсөн иҫәпләнгән һәм стандарт урыҫ клавиатураһына башҡорт хәрефтәре өҫтәй. Ҡатламдың дөрөҫ эшләүе өсөн һеҙҙең компьютерҙа стандарт урыҫ клавиатураһы ҡоролған булырға тейеш. Бының менән бергә, компьютерығыҙҙа хәким (администратор) хоҡуғына эйә булырға тейешһегеҙ.
Ҡатламды ҡороу ысулы
- Иң тәүҙә компьютерға урынлаштырырға кәрәк булған файлды ошо адрестан күсереп алығыҙ: http://www.peoples.org.ru/font/KeyEurasian32U.zip;
- Күсереп алған архивтағы файлдарҙы бер каталогка сығарығыҙ. Мәҫәлән, "C:\KeyEurasian32U" адресына;
- Эсендәге «kbdnewcy.dll» файлын «c:\windows\system32» (Windows 2000/XP булһа) йәки «c:\winnt\system32» (Windows NT4 булһа) каталогына күсереп ҡуйығыҙ. Әгәр «kbdnewcy.dll» файлы «C:\KeyEurasian32U» каталогы эсендә күренмәй икән, янсыҡ менюһында «Сервис» > «Свойства папки» > «Вид» аша «Показывать скрытые файлы и папки» («Показывать все файлы») юлын ғәмәлгә керетегеҙ;
- "C:\KeyEurasian32U" каталогындағы "regnewcy" файлын үтәлергә ҡушығыҙ. Компьютер биргән һорауға ыңғай яуап бирегеҙ;
- Компьютерығыҙҙы һүндереп яңынан тоҡандырығыҙ;
- Иҫкәрмә: Урыҫса яҙыу өсөн кире ҡайтыу кәрәкмәй. Башҡорт хәрефтәре булыуын теләмәһәгеҙ генә стандарт урыҫ клавиатураһына ҡайта алаһығыҙ. Ә былай башҡорт хәрефтәре эшләүегеҙгә ҡамасауламай. Әгәр кире стандарт урыҫ клавиатураһын өҫтәмә ҡатламһыҙ ҡулланырға теләһәгеҙ, «C:\KeyEurasian32U» каталогындағы "unregnew" файлын үтәлергә ҡушығыҙ. Унан һуң компьютерығыҙҙы һүндереп яңынан тоҡандырығыҙ.
Башҡорт хәрефтәре менән яҙыу тәртибе
Башҡорт хәрефтәре менән яҙыу өсөн урыҫ телен һайлағыҙ. Урыҫ алфавитындағы хәрефтәр менән яҙыу элеккесә. Башҡорт хәрефтәре «AltGr» (уңдағы «Alt») һәм «Shift» төймәләре менән сыға:
- «AltGr» + "хәреф" = "кәрәкле хәреф" (мәҫәлән, «AltGr» + "н" = "ң") - «AltGr» + "Shift" + "хәреф" = "кәрәкле баш хәреф" (мәҫәлән, «AltGr» + «Shift» + "н" = "Ң")
Башҡорт хәрефтәренең урынлашыуы:
- «AltGr» + «Shift» + «е» = «Ә» , «AltGr» + «е» = «ә» ;
- «AltGr» + «Shift» + «о» = «Ө» , «AltGr» + «о» = «ө» ;
- «AltGr» + «Shift» + «у» = «Ү» , «AltGr» + «у» = «ү» ;
- «AltGr» + «Shift» + «г» = «Ғ» , «AltGr» + «г» = «ғ» ;
- «AltGr» + «Shift» + «к» = «Ҡ» , «AltGr» + «к» = «ҡ» ;
- «AltGr» + «Shift» + «н» = «Ң» , «AltGr» + «н» = «ң» ;
- «AltGr» + «Shift» + «з» = «Ҙ» , «AltGr» + «з» = «ҙ» ;
- «AltGr» + «Shift» + «с» = «Ҫ» , «AltGr» + «с» = «ҫ» ;
- «AltGr» + «Shift» + «х» = «Һ» ,«AltGr» + «х» = «һ» .
- Насар яҡтары
Башҡа төрлө программаларҙа был төймәләр ҡулланылырға тейеш түгел. Мәҫәлән: «AltGr»+ "с" — ноутбук экранын көйләүсе программаны саҡырып сығарыуы мөмкин. Яҙған ваҡытта башҡортса хәрефтәрҙе сығарыу өсөн һәр ваҡыт «AltGr» төймәһенә баҫырға тура киләсәк. Яҙырға өйрәнеү өсөн ярайһы уҡ ваҡыт талап итә.
- Яҡшы яҡтары
Бер көйләп алғандан һәм өйрәнгәндән һуң уңайлы яҙыу ысулы. Сит программалар йәки веб-биттәр асыу кәрәкмәй.
Виртуаль клавиатура
үҙгәртергә1 Беренсе башҡорт клавиатураһы
Һылтанма буйынса битте асҡандан һуң сысҡан менән тәҙрәләге төймәләргә баҫып яҙа алаһығыҙ.
- Насар яҡтары
Бар хәрефтәрҙе сысҡан менән "сүпләр" кәрәк. Оҙон текстарҙы яҙғанда уңайһыҙ
- Яҡшы яҡтары
Бер-ике һүҙҙе тиҙ генә йыйып алырға була.
Был клавиатура менән яҙыу өсөн:
Текст керетеү формаһының аҫтындағы «Виртуаль клавиатура» төймәһенә баҫығыҙ. Шул уҡ тәҙрәлә яңы бәләкәй клавиатура тәҙрәһе асыласаҡ:
Асылған тәҙрәне кәрәкле урынға күсереп ҡуйырға була. Мәҫәлән, текст керетеү формаһын да ҡапламаһын һәм тәү ваҡытта ҡарап яҙыр өсөн дә күҙ алдында булһын.
Шунан үҙегеҙгә кәрәкле ҡатламды һайлау өсөн «Ҡатламдар менюһын асырға/ябырға» төймәһенә баҫығыҙ. Һеҙгә ҡатламдар тәҡдим ителәсәк.
Хәҙерге ваҡытта:
- стандарт-ENG
- әлифба тәртибе (баш)-ENG
- әлифба тәртибе (рус)-ENG
- әлифба тәртибе (баш)-RUS
- Башҡортса-Haqmar.v.1-ENG
- Башҡортса- Haqmar.v.1-RUS
- Башҡортса-Виста-ENG
- Башҡортса-Виста-RUS
ҡатламдары бар.
Һәр бер ҡатламда хәрефтәр төрлөсә урынлашҡан.
Үҙегеҙгә уңай булғанын һайлағандан һуң шул ҡатлам буйынса яҙа башлай алаһығыҙ.
Ҡатлам исемдәре аҙағындағы ENG һәм RUS ялғауҙарына иғтибар итегеҙ. Уларҙы компьютерығыҙҙа ниндәй ҡатлам торғанына күрә һайлағыҙ. Мәҫәлән, компьютерығыҙҙа Инглизсә (EN) ҡатлам тора икән һәм Урыҫса өҫтәү өсөн хоҡуҡтарығыҙ булмаһа, ENG менән бөткән ҡатламдарҙы һайлағыҙ. Компьютерығыҙҙы ике ҡатламға ла көйләй алһағыҙ, теләгән береһен һайлап виртуаль клавиатуранан кәрәкле ҡатламды һайлағыҙ:
Мәҫәлән, компьютерығыҙҙа RU ҡатламы тора һәм Башҡортса-Haqmar ҡатламы менән яҙырға теләй икәнһегеҙ - Башҡортса- Haqmar.v.1-RUS ҡатламын (ҡайһы бер урыҫ хәрефтәре алып ташланған, башҡортсалаштырып яҙыу өсөн бик уңай) һайлағыҙ:
Был ҡатламда «Ҡ» хәрефен яҙыу өсөн «Ц/W» төймәһенә, «Ҙ» өсөн «Щ/O», «Ү» - «Я/Z» һ.б. төймәләренә баҫығыҙ. Был ҡатлам менән яҙған вакытта тиҙ генә RUS ҡатламына күсеү өсөн Esc йәки F12 төймәһенә баҫығыҙ. Баҫыу менән виртуаль клавиатура ғәмәлдән сығасаҡ һәм һеҙ ғәҙәттәге урыҫ клавиатураһы менән яҙыуҙы дауам итәсәкһегеҙ.
Мәҫәлән, компьютерығыҙҙағы ҡатлам EN икән һәм әлифба тәртибе менән яҙғанда:
«Q» - А, «W» - Б, «E» - В, «R» - Г, «T» - Д, «Y» - Е хәрефтәренә тап киләләр. Компьютерығыҙҙа EN ҡатламы торһа ла башҡортса яҙа алаһығыҙ. Esc йәки F12 төймәһенә баҫыу менән латин хәрефтәрен ҡуллана башлаясаҡһығыҙ. Операла – Мозилла Файрфокста - төймәләрен ҡулланығыҙ.
Күреүегеҙсә, клавиатураны ҡулланыу бик еңел.
Шулай ҙа клавиатура менән яҙа алмай икәнһегеҙ, һайланған ҡатламдағы хәрефтәргә сысҡан менән берәм-берәм баҫып яйлап яҙығыҙ.
P.S. Ҡайһы бер хәрефтәр өсөн компьютерҙың да һәм виртуаль клавиатуранын да CAPS LOCK төймәһе эшләмәҫкә мөмкин. SHIFT төймәһе хатаһыҙ эшләй. Кәрәкле урында уны ҡуллана алаһығыҙ.
- Насар яҡтары
Аңлап өйрәнеп алыу өсөн ваҡыт кәрәк
- Яҡшы яҡтары
Өйрәнеп алғас, бик тиҙ яҙырға була. Ун бармаҡ менән "һуҡыр" рәүештә яҙыусылар өсөн бик уңай.
Microsoft Word программаһы
үҙгәртергәMicrosoft Word программаһын асҡандан һуң:
- Өҫкө менюлағы «Вставка» - «Символ» юлы буйынса барығыҙ (Адрес Word 2003 өсөн килтерелә, башҡа өлгөләрҙә башҡаса булыуы мөмкин).
Символдар өҫтәү тәҙрәһен асҡандан һуң:
- аҫҡы уң мөйөштәге «Код знака:___из:» юлынан «Юникод (шестн.)»,
- өҫкө һул мөйөштәге «Шрифт:» юлынан ошо өс шрифттың береһен: «Palatino Linotype», «Arial Unicode MS», «Microsoft Sans Serif»,
- өҫкө уң мөйөштә «Набор» юлынан «кириллица» һайлағыҙ.
Кәрәкле хәрефте тапҡандан һуң «Сочетание клавиш» төймәһенә баҫығыҙ.
Шунан ниндәй төймәләргә баҫып ул хәрефте ысулын билдәләгеҙ:
Мәҫәлән, «ү» хәрефен һайланыҡ икән. «Сочетание клавиш» төймәһенә баҫып ул символға төймәләр билдәләнгәнме икәнен ҡарайбыҙ. «Текущие сочетания» буш булһа курсорҙы «Новое сочетание клавиш» юлына күсерәбеҙ. Шунан «Alt» менән бергә «у» төймәһенә баҫабыҙ (һеҙ үҙегеҙ теләгән хәрефте һайлай алаһығыҙ). Юл юлда «Alt+E» килеп сығырға тейеш. Шунан «Назначить» төймәһенә баҫабыҙ. Хәҙер, урыҫ клавиатураһы һайланған ваҡытта, Word-та «Alt» менән бергә «у» төймәһенә баҫһаҡ «ү» хәрефе килеп сығасаҡ.
«Ү» хәрефен сығарыу өсөн: Курсорҙы «Новое сочетание клавиш» юлына күсерәбеҙ. Шунан «Alt» менән бергә «Shift» һәм «у» төймәһенә баҫабыҙ (буталсыҡ булмаһын өсөн шул уҡ хәрефте һайлайбыҙ). Юл юлда «Alt+Shift+E» килеп сығырға тейеш. Шунан «Назначить» төймәһенә баҫабыҙ. Шулай итеп «ү/Ү» хәрефе әҙер.
Ошо ысул менән башҡа хәрефтәрҙе лә билдәләп сығабыҙ.
Иҫкәрмә: символдарҙа «ө/Ө»гә оҡшаған «ѳ/Ѳ» (фита) хәрефе лә бар. «ө/Ө» урынына ҡулланырға була. Техник яҡтан араларында айырма юҡ.
- Насар яҡтары
Һәр ваҡыт ҡул аҫтында Word программаһы булырға тейеш. Һәр бер компьютерҙа көйләүҙәрҙе яңынан башҡарыр кәрәк. Word тышында яҙып булмай. Башҡа «ҡыҫҡа юлдар»(shotcut) менән буталырға мөмкин.
- Яҡшы яҡтары
Көйләү өсөн компьютерҙа админ хоҡуҡтары һәм сит программа ҡороу кәрәкмәй. «Оффлайн» эшләргә була.
KLM программаһын ҡулланыу
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәБашҡорт виртуаль клавиатураһы Башҡорт иле сайтында бар.