Башҡортостан хөкүмәте рәйестәре исемлеге
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры (рәйесе) (рус. Премьер-министр (Председатель) Правительства Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте башлығы.
Башҡортостан премьер-министры | |
Вазифала | |
---|---|
Рәсми резиденцияһы | |
Кандидатураны тәҡдим итеүсе | |
Һайлана |
Башҡортостан Республикаһы Башлығы (Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай менән килешкәндән һуң) |
Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан тәҡдим ителә, артабан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан хуплана һәм һуңынан республика башлығы тарафынан раҫлана.
Исемлеккә республиканың барлыҡ хөкүмәт башлыҡтары ингән: 1917 йылдан — Башҡортостан автономияһы хөкүмәте рәйестәре, 1919 йылдан — Башҡортостан хәрби-революцион комитеты рәйестәре, 1920 йылдан — Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы рәйестәре, 1946 йылдан — Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы рәйестәре, 1990 йылдан — Башҡорт ССР-ы—Башҡортостан Министрҙар советы рәйестәре, 1992 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы рәйестәре, 1993 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар кабинеты премьер-министрҙары, 2002 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министрҙары.
Тарих
үҙгәртергәБашҡортостан автономияһының юғары башҡарма органы — Башҡорт Хөкүмәте 1917 йылдаң 20 декабрендә Кесе Ҡоролтай предпарламенты тарафынан булдырыла. Хөкүмәт составына уның рәйесе һәм хәрби, эске эштәр, игенселек, халыҡ мәғарифы, бәйләнештәр, страховкалау, финанс, иҡтисади һәм юстиция бүлектәре мөдирҙәре керә[1].
1919 йылдың мартында, «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү»енә ҡул ҡуйылғандан һуң, республиканың Ваҡытлы революцион комитеты нигеҙендә Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты (Башревком) ойошторола. Башревком составына уның рәйесе, халыҡ комиссарҙары, халыҡ хужалығы Советы рәйесе, мәғлүмәти-ағартыу-ойоштороу һәм таратыу бүлектәре мөдирҙәре ингән[2].
1920 йылдың июлендә РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы һәм Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитетының «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» ҡарарына ярашлы Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы (Хөкүмәте) булдырыла. Хөкүмәт составы республиканың Советтар съездарында һайланған, ул ошо съездарға һәм Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитетына буйһонған[3].
1946 йылдың 26 мартында Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының «Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советын үҙгәртеп ҡороу тураһында» указына ярашлы Халыҡ комиссарҙары советы Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы, ә халыҡ комиссариаттары — министрлыҡтар итеп үҙгәртелә. Министрҙар Советы Башҡорт АССР-ының Юғары Советы тарафынан ойошторола. 1990 йылда Башҡорт ССР-ының Министрҙар Советы тип үҙгәртелә. 1992 йылда — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы, 1993 йылда — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты, 2002 йылда — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тип үҙгәртелә[4][5].
Башҡорт Хөкүмәте (Башҡортостан Хөкүмәте) рәйестәре | ||||
# | Фотоһы | Исем-шәрифе (йәшәү йылдары) |
Вәкәләттәре | |
---|---|---|---|---|
Башланған ваҡыты | Тамамланған ваҡыты | |||
1 | Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы (1883—1942) |
декабрь 1917 | ғинуар 1919 | |
2 | Ҡулаев Мстислав Александрович (Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы) (1873—1958) |
ғинуар 1919 | март 1919 |
# | Фотоһы | Исем-шәрифе (йәшәү йылдары) |
Вәкәләттәре | |
---|---|---|---|---|
Башланған ваҡыты | Тамамланған ваҡыты | |||
Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты (Башревком) рәйестәре | ||||
1 | Йомағолов Харис Йомағол улы (1891—1937) |
май 1919 | ғинуар 1920 | |
2 | Вәлидов Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы (1890—1970) |
февраль 1920 | июнь 1920 | |
3 | Мансырев Фәйзулла Сәйет улы (1882—?) |
июнь 1920 | июль 1920 | |
Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы (Хөкүмәте) рәйестәре | ||||
1 | Шәмиғолов Ғәли Камалетдин улы (1890—1959) |
июль 1920 | октябрь 1920 | |
в.б. | Мансырев Фәйзулла Сәйет улы (1882—?) |
ноябрь 1920 | июль 1921 | |
2 | Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы (1894—1937) |
июль 1921 | ноябрь 1925 | |
3 | Мөхәмәтҡолов Әҡсән Баймырҙа улы (1895—1938) |
ноябрь 1925 | 10 ғинуар 1930 | |
4 | Булашев Зиннәтулла Ғиззәт улы (1894—1938) |
10 ғинуар 1930 | октябрь 1937 | |
5 | Шаһимарҙанов Фазыл Вәлиәхмәт улы (1906—1968) |
октябрь 1937 | февраль 1940 | |
6 | Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы (1904—1993) |
февраль 1940 | апрель 1946 | |
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы рәйестәре | ||||
1 | Ураҙбаев Насир Рафиҡ улы (1902—1981) |
апрель 1946 | апрель 1951 | |
2 | Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы (1914—1982) |
апрель 1951 | февраль 1962 | |
3 | Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы (1924—2000) |
февраль 1962 | 8 ғинуар 1986 | |
4 | Мирғәзәмов Марат Парис улы (1942 йылда тыуған) |
8 ғинуар 1986 | 1990 |
# | Фотоһы | Исем-шәрифе (йәшәү йылдары) |
Вәкәләттәре | |
---|---|---|---|---|
Башланған ваҡыты | Тамамланған ваҡыты | |||
Башҡорт ССР-ы — Башҡортостан Министрҙар Советы рәйестәре' | ||||
1 | Мирғәзәмов Марат Парис улы (1942 йылда тыуған) |
1990 | 1992 | |
Башҡортостан Министрҙар Советы рәйестәре | ||||
2 | Копсов Анатолий Яковлевич (1942 йылда тыуған) |
1992 | 1993 | |
Башҡортостан Министрҙар Кабинеты рәйестәре | ||||
2 | Копсов Анатолий Яковлевич (1942 йылда тыуған) |
1993 | 1994 | |
3 | Баҡыев Рим Сәғит улы (1939 йылда тыуған) |
октябрь 1994 | ғинуар 1999 | |
4 | Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы (1943 йылда тыуған) |
12 ғинуар 1999 | 2002 | |
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте рәйестәре | ||||
4 | Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы (1943 йылда тыуған) |
2002 | 10 апрель 2008 | |
5 | Сарбаев Раил Сәлих улы (1962 йылда тыуған) |
10 апрель 2008 | 23 июль 2010 | |
в.б.[6] | Хәмитов Рөстәм Зәки улы (1954 йылда тыуған) |
23 июль 2010 | 19 май 2011 | |
6 | Илембәтов Азамат Фәттәх улы (1972 йылда тыуған) |
19 май 2011 | 6 август 2012 | |
в.б.[6] | Хәмитов Рөстәм Зәки улы (1954 йылда тыуған) |
6 август 2012 | 26 ноябрь 2015 | |
7 | Мәрҙәнов Рөстәм Хәбиб улы (1964 йылда тыуған) |
26 ноябрь 2015 | 3 декабрь 2018 | |
в.б.[7] | Хəбиров Радий Фəрит улы (1964 йылда тыуған) |
3 декабрь 2018 | 17 сентябрь 2020 | |
8 | Назаров Андрей Геннадьевич (1970 йылда тыуған) |
17 сентябрь 2020 | х. в. |
Графиклы исемлек
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ҡасимов С. Ф. Башҡорт Хөкүмәте // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ҡасимов С. Ф. Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ҡасимов С. Ф. Халыҡ комиссарҙары советы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Сәмиғуллин В. К. Министрҙар советы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Йәнекәев З. И. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 6,0 6,1 Башҡортостан Республикаһы Президенты булараҡ хөкүмәт менән етәкселек иткән.
- ↑ Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булараҡ хөкүмәт менән етәкселек итә.