Республика йорто

(Республика йорто (Өфө) битенән йүнәлтелде)

1979

Иҫтәлекле урын
Республика йорто
Ил Башҡортостан
Төҙөүсе «Башнефтезаводстрой»
Төҙөлөшө ???—1979 йылдар
Статус файҙаланыла

Республика йорто (рус. Дом Республики) — Башҡортостан Республикаһының төп хөкүмәт бинаһы. Республика баш ҡалаһында — Өфөлә, Туҡай урамы, 46 адресы буйынса урынлашҡан.

Һүрәтләнеше

үҙгәртергә

Бина Хөкүмәттең, Конституция Судының, Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең, Йәмәғәт именлеге советының, шулай уҡ Башҡортостандың башҡа башҡарма власть органдарының штаб-фатиры булып тора.

Йорт Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан. Уның урынында XIX быуатта, XX быуат башында Йәмиғ майҙаны була, уртаһында Воскресенск кафедраль соборы — 1841 йылдан Өфөнөң төп православие ҡорамы тора (XX быуаттың 30-сы йылдарында емертелә).

Республика йорто 5 ҡатлы. Диуарҙарҙы кирбес. Йорт яҡтары 90-ға 105 метр булған, эске ихаталы тура мөйөшлө бинаны тәшкил итә. Ихатала эске юл менән тоташтырылған икенсе бина урынлашҡан.

Республика йорто эргәһендәге майҙанда барельефтар менән биҙәлгән, эргәлә генә Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов) баҡсаһы, унда скульптуралар һәм фонтандар урынлашҡан. Элек баҡса Ушаковский исемен йөрөтһә, революциянан һуң Азатлыҡ баҡсаһына әйләндерелә, Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы тип атала. Революциянан һуң паркта күптәр ерләнә, унда Граждандар һуғышы геройҙары — эске эштәр комиссары Шәһит Хоҙайбирҙинға, Александр Чеверевҡа, шағир Мәжит Ғафуриға мемориалдар ҡуйылған.

Бина эргәһендә урынлашҡан сквер дәүләт эшмәкәре Зыя Нуриев исемен йөрөтә[1].

 

Файҙаланыуға 1979 йылда тапшырылған. Проект архитекторҙары — В. Б. Залегаллер һәм Ю. П. Печкин. Йортто «Башнефтезаводстрой» тресы тәҙәүселәре төҙөгән[2].

Бинала Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы,  КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты һәм автономияның башҡа дәүләт учреждениелары урынлаша.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Республика Хөкүмәте йорто янындағы скверға Зыя Нуриев исеме бирелде. «Башинформ» (18 март 2015). Дата обращения: 23 сентябрь 2016.
  2. История Уфы. Краткий очерк. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1981. — С. 480.
  • Валитов Н. Ф. Неизвестная история города Уфы. — Уфа, 2004.
  • История Уфы. Краткий очерк. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1981. — С. 480.
  • Семёнова С. Ю. Из истории уфимских зданий. // Башкирский край: сб. ст. Вып. 3. — Уфа, 1993.
  • Синенко С. Г. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с.
  • Уфа: страницы истории./ Сост. М. В. Агеева. — Уфа: Китап, 2006. — 376 с.
  • Пулечкина О. П. Прогулки по старой Уфе: Архитектура XVI—XX вв. — Уфа, 1999.

Һылтанмалар

үҙгәртергә