Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы

Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип
(Ҡулаев Мстислав Александрович битенән йүнәлтелде)

Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).

Мстислав Александрович Ҡулаев
(Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы Ҡулаев)
Мстислав Александрович Ҡулаев
Флаг
Флаг
Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе
 
Тыуған: 7 февраль 1873({{padleft:1873|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Рәсәй империяһы Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылы
Үлгән: 1959({{padleft:1959|4|0}})
Татар АССР-ы Ҡазан ҡалаһы
Белеме: Ҡаҙан Император университеты
 
Наградалары:
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Башҡорт Хөкүмәте менән М. А. Ҡулаевҡа бирелгән танытма.

Биографияһы

үҙгәртергә

Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар[1][2]. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була[2]. Сығышы менән Үҫәргән ырыуы башҡорттарынан[3][4].

Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында "Башҡорт стипендияһы"на уҡый[5]. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя[6]. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас, динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә[1][7]. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра[4], уларҙың өс ҡыҙы тыуа[1][8].

1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй[9].

1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә[4]. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып, Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй[6].

Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә[1]. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана[10]. Мәскәүҙә үҙәк совет власы вәкилдәре менән һөйләшеү алып барған башҡорт делегацияһын етәкләй һәм 1919 йылдың 20 мартындағы "Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү"гə ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша[9]. Мәскәүҙән ҡайтышлай Ҡазанға ғаиләһенә бара, бында тиф менән ауырып дауаханаға эләгә һәм сәйәсәттән китергә мәжбүр була[11].

1919 йылдың сентябренән алып Ҡазанда хәрби госпиталдең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1921—1928 йылдарҙа ҡаланың Булаҡ аръяғы өлөшөндәге үҙе ойошторған дауаханаһының баш табибы була, шул уҡ ваҡытта Ҡазан туберкулёз диспансерында 1950-се йылдар аҙағына тиклем эшләй[6]. Медицина өлкәһендәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе һәм «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[6][12].

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

«… Әсәй теле менән ингән һүҙҙәр күңелдә ныҡ ята, иҫтән сығарып булмай, төплө килә, тотанаҡлы була. Әсәй телен ташламаған халыҡтар тереклеккә ныҡ торош итә. Шуның, өсөн әсәй телен тик кәрәк сағында ғына, кәрәк урындарҙа ғына үҙгәртеп, һәр ҡасан бик һаҡлап, таҙалыҡта тоторға тейеш. Шул ваҡытта ул тел, инә теле булып, башҡорт белемдәренә ныҡ, бөтмәҫ ҡаҙна (нигеҙ) булып ятасаҡ. Белемде ныҡ урынлаштыра торған тел — әсәй теле, ана теле, әсәйҙең өндәшеүе. Башҡорттарга белем алыр өсөн үҙ теле кәрәк — әсәй теле.»

М. А. Ҡулаев

Башҡорт теленең фонетикаһын, морфологияһын, синтаксисын, лексикологияһын өйрәнә. Туған телдең өндәрен, уларҙың үҙенсәлектәрен тикшереп һәр өнгә хәрефтәр билдәләй. 1912 йылда Ҡазанда «Башҡорттар өсөн өн әйтелеше нигеҙҙәре һәм әлифба» (рус. «Основы звукопроизношения и азбука для башкир») исемле китабын донъяға сығара. Уның был китапта урын алған башҡорт алфавиты 34 хәрефтән тора, башҡорт өндәрен тулыһы менән сағылдырыр өсөн, кириллица хәрефтәре менән бергә грек графикаһы ҡулланылған[13].

Ҡулаевтың 1919 йылда башҡорт телендә сыҡҡан «Әлепей» исемле китабы революциянан һуң сыҡҡан тәүге башҡорт әлифбаһы булып тора[13]. Телсе үҙенең тикшеренеүҙәрендә башлыса башҡорт теленең көньяҡ диалектына, үҫәргән башҡорттарының һөйләү теленә[14] нигеҙләнгән һәм барлыҡ хеҙмәттәрендә тик үҙе төҙөгән алфавитты ҡулланып яҙған[4]. Фольклор буйынса ла материалдар йыйған[4].

Рәсәй фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Ғилми архивында Ҡулаевтың «Башҡорт теленең ҡылымдары», «Үҫәргән башҡорттары теле грамматикаһы», «Башҡортса-русса һүҙлек», «Башҡорт теленең һүҙбәйләнеше», «Үпкә туберкулёзын диагностикалау буйынса очерктар» һ. б. күп кенә баҫылмаған ҡулъяҙмалары һаҡлана[7][12].

 
1919 йылғы «Әлепей» әсбабы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Основы звукопроизношения и азбука для башкир. Казань, 1912.
  • Әлепей. 1919.
  • О звуках башкирского языка. Казань, 1928.
  • Твердый алфавит башкирского языка. Казань, 1928.
  • О глаголах башкирского языка. Казань, 1930.
  • 2021 йылда тыуған ауылы Ейәнсурала Мөхәмәтхан Ҡулаевҡа таҡтаташ асылды[15].

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Адрестары

үҙгәртергә
  • 1948 ― Ҡазан, Маяковский урамы, 10-сы йорт, 3-сө фатир.[17]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Сибагатова Р., Ураксин З. Ученый, политик и врач. Бельские просторы (2007). Дата обращения: 5 сентябрь 2015.
  2. 2,0 2,1 Псәнчин В. Ш. М. Ҡулаев — дәүләт эшмәкәре һәм телсе ғалим // Ватандаш. — 1997. — № 9. — С. 131—138. — ISSN 1683-3554.
  3. Галяутдинов И. Г. Из истории языковых и культурных процессов в Башкортостане в XIX — начале XX вв // Ватандаш. — 2000. — № 12. — ISSN 1683-3554.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Рәшит Шәкүр, 2005
  5. Псәнчин В. Ш. Ҡулаев М. А. — хәҙерге башҡорт алфавитына нигеҙ һалыусыларҙың береһе // Башҡортостан уҡытыусыһы. — 1964. — № 3. — С. 51—53.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Зыятдинов К. Ш., Киньябулатов А. У., Загидуллин Ш. З., Шарафутдинова Н. Х., Аминов Т. З. М. С. Кулаев — организатор здравоохранения Татарской и Башкирской АССР // Казанский медицинский журнал. — 2012. — № 3. — С. 554—555.
  7. 7,0 7,1 Романов В. Он был одним из основателей башкирской автономии (К 140-летию со дня рождения Мстислава Кулаева). «Башинформ» (25 ғинуар 2013). Дата обращения: 5 сентябрь 2015.
  8. Аҡбулатова А. Табип, филолог, хөкүмәт башлығы. «Йәшлек» (8 февраль 2013). Дата обращения: 5 сентябрь 2015.
  9. 9,0 9,1 Ғәләүетдинов И. Ғ., Ҡолшәрипов М. М. Ҡулаев Мстислав Александрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Касимов С. Ф. Автономия Башкортостана. — Уфа: Китап, 1997. — С. 113—114.
  11. Кулаев Мухаметхан Сахипгареевич. «Архивы Российской академии наук». Дата обращения: 5 сентябрь 2015.
  12. 12,0 12,1 Ниғмәтуллина З. Мөхәмәтхан Ҡулаев. «Киске Өфө» (31 август 2015). Дата обращения: 5 сентябрь 2015.
  13. 13,0 13,1 Галяутдинов И. Г., Псянчин В. Ш., Сынбулатова Ф. Ш. Букварь // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
  14. Хәҙерге башҡорт диалектологияһында ҡабул ителгән классификацияға ярашлы көньяҡ диалекттың эйек-һаҡмар һөйләшенә ҡарай
  15. В Оренбургской области проходят Дни башкирской культуры и просвещения // Башинформ. — 2021.
  16. Зиннур Ураҡсин. «Тәҙрә уйыусы». — Өфө: «Китап», 2015 й. — С. 8-89-сы.
  17. Список абонентов Казанской городской телефонной сети (1948)

Һылтанмалар

үҙгәртергә