Баймаҡта Башҡорт Хөкүмәте ағзаларын атыу (Баймаҡ фажиғәһе) — 1918 йылдың 7 мартында Баймаҡ (Таналыҡ-Баймаҡ) ауылынан көнбайышҡа табан ярты километр алыҫлыҡта һәм 9 мартта шул уҡ өйәҙҙең Сидоровка (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Фёдоровка) утары янында булған ваҡиғалар.

Баймаҡ фажиғәһе
Урын Баймаҡ
Ваҡиға ваҡыты 7 март 1918

Көньяҡ Уралда Баймаҡ фажиғәһенә тиклемге ситуация

үҙгәртергә

Граждандар һуғышы һәм башҡорт милли хәрәкәте барышында (1917—1921 йылдар) Башҡортостан тарихында ҡанлы эҙ ҡалдырған фажиғәле ваҡиғалар күп була. Илдең башҡа төбәктәрендә һымаҡ, Башҡортостанда ла «аҡ террор» ғына түгел, «ҡыҙыл террор» ҙа була, законлылыҡтың тупаҫ боҙолоуҙары, контрреволюцион тип иғлан ителгән башҡорт халҡына рәхимһеҙ ҡараш хөкөм һөрә. Быларҙың барыһы ла халыҡ өсөн фажиғәғә әйләнә: хәйерселеккә, аслыҡ һәм рухи бөлгөнлөккә төшөү, физик яҡтан юҡҡа сығарыуға килтерә. Большевиктар тарафынан башҡорт милли хәрәкәтенең күренекле эшмәкәрҙәре Ғимран Мағазовты, Ғабдулла Иҙелбаевты, поляк офицерҙарын һәм ирекле отрядтың башҡорт һалдаттарын Таналыҡ-Баймаҡта атып үлтереү — ошондай фажиғәләрҙең береһе.

Таналыҡ-Баймаҡ эшселәр советының Башҡортостан автономияһына ҡарашы

үҙгәртергә

Баймаҡ ауылы (һуңынан ҡала) бөрйән башҡорттары биләмәләрендә Таналыҡ-Баймаҡ баҡыр иретеү заводы янында фәҡәт урыҫ кешеләренән торған завод биҫтәһе булараҡ барлыҡҡа килгән. 1917—1921 йылдарҙағы башҡорт милли хәрәкәте формалашыуы осоронда завод халҡы большевиктар, совет власы яғын ҡабул итә. Тәүге сиратта, завод эшселәренә таянған Эшсе депутаттарҙың Таналыҡ — Баймаҡ советы йөҙөндә яңы власть башҡорт автономияһына ҡарата асыҡтан-асыҡ дошмандарса позицияла тора. Көньяҡ-көнсығыш Башҡортостандың эшселәре, шул иҫәптән, Таналыҡ-Баймаҡ советы тарафынан, үткәрелгән сәйәсәттең асылы 1918 йылдың 12 мартында ҡабул ителгән резолюцияһында иҫ китмәле асыҡ билдәләнә: «Еңеп сыҡҡанса өс төп дошманға ҡаршы көрәшергә:

а) дутовсылар менән;

б) Башҡурдистан менән;

в) бөтә донъя буржуазияһы менән».

«Башҡурдистан» аҫтында 1917 йылдың 15 ноябрендә иғлан ителгән һәм 1917 йылдың 20 декабрендә III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы тарафынан раҫланған Башҡортостан автономияһы күҙ уңында тотола. Шулай итеп, Таналыҡ-Баймаҡ советы өсөн, шул иҫәптән советтың беренсе рәйесе Леонид Азанов өсөн дә, башҡорт автономияһына, башҡорт халҡының милли дәүләтселегенең ниндәй булһа ла сағылышына ҡаршы һуғыш — төп мәсьәләләрҙең береһе була.

Эшсе депутаттарҙың Таналыҡ-Баймаҡ советы 1917 йылдың 16 мартында барлыҡҡа килә. XX быуат башында уҡ Көньяҡ-Көнсығыш Башҡортостан башлыса күп милләтле булыуына ҡарамаҫтан, әлеге эшселәр советы составында бер башҡорт та булмай. Башҡорттарҙың милли дәүләтселеккә ынтылыуында был һәм башҡа советтар үҙҙәренең тар милли мәнфәғәттәренә ҡурҡыныс янауын ғына күрә. Бөтә аҙымдарын улар Екатеринбург ҡалаһы властары менән бергәләп хәл итә. Эшсе һәм крәҫтиән депутаттарының Урал өлкә советы һәм Халыҡ хужалығының өлкә советы президиумының 1918 йылдың 20 майындағы ҡарарына ярашлы Көньяҡ Урал тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте (ЮУГАО) заводтарының һәм рудниктарының национализациялауы үткәрелә. Ырымбур губернаһының Орск өйәҙенә ҡараған Көньяҡ Урал тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте предприятеларын Леонид Азанов һәм уның ярҙамсылары Башҡортостан юрисдикцияһынан сығарыуға өлгәшәләр, алдан уҡ Таналыҡ- — Баймаҡ баҡыр иретеү заводы һәм башҡа сәнәғәт предприятиеларҙы Башҡорт республикаһы составынан сығарыу йүнен күрәләр[1]

1918 йылдың 16-22 февралендәге (1-9 марттағы) «Баймаҡ ваҡиғалары»

үҙгәртергә

Башҡорт лидерҙары милли хәрби ғәскәрһеҙ ниндәйҙер маҡсаттарға ирешеүе мөмкин булмауын һәйбәт аңлайҙар. Иҫке Рәсәй армияһы офицерҙары, шулай уҡ поляк офицерҙарының бер төркөмө, башҡорт халҡына, башҡорт автономияһын яулауға хеҙмәт итергә теләк белдерәләр. Орск өйәҙенең хәрби комиссары прапорщик Бриц Башҡорт хөкүмәте яғына күсә һәм Башҡорт хөкүмәте ҡарамағына 60 мең һум һәм патрондар менән 300 винтовка тапшыра.

1918 йылдың 5 ғинуарында уҡ Башҡорт хөкүмәте беренсе башҡорт полктарын ойоштороу өсөн үҙенең ағзаларын (Ғ. Иҙелбаев, Ғ. Мағазов, Ғ. Мерәҫов, Ә. Ҡарамышев, Х. Бейешевтарҙы) Бөрйән-Түңгәүер кантонының Таналыҡ-Баймаҡ биҫтәһенә йүнәлтә. 1918 йылдың 17-18 ғинуарында ҙур булмаған башҡорт отряды Ырымбурҙан сыға, отрядта барыһы 70 тирәһе атлы һәм пехота яугирҙары була, шул иҫәптән 10 поляк офицеры. Отрядты йәш офицер, хәрби врач Мағазов етәкләй. Полк һалдаттарын кейем, ҡорал, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн милли фонд булдырыу тураһында ҡарар сығарыла, бының өсөн налогтар индереү, Бөрйән-Түңгәүер һәм башҡа кантондарҙағы шәхси предприятиеларҙың, алпауыт усадьбаларының, заводтарҙың, алтын сәнәғәте приискыларының милеген конфискациялау ҡарала. Экспроприацияны алпауыт Шоттан һәм Үҫәргән кантонындағы Самакин спирт заводынан башларға булалар. Мәҫәлән, спирт заводынан тартып алынған продукция яҡынса 500 мең һумға һатыла. Приискыларҙа 300 кг көмөш һәм 130 кг алтын һәм бик күп аҙыҡ-түлек алына[2]. Отряд Макрушин араҡы заводында туҡтала (бында уларға поляк Бриц ҡушыла), артабан Таналыҡ-Баймаҡҡа тиклем маршрут Ҡаҙырша, Йомаш ауылдары аша үтә[1].

Биҫтәлә алдан Ғабдулла Иҙелбаев һәм Әмир Ҡарамышев булып китәләр, улар отрядтың төбәктә булыуын, урындан урынға күсенеүе тураһында иҫкәртеп ҡуялар, урындағы Совет менән бер фекергә киләләр: башҡорт полкын булдырыу буйынса ризалыҡ алына. Башҡорт офицерҙары үҙҙәрен большевиктар тип таныта. Ғ. Иҙелбаев 1918 йылдың 17 февралендә ошо мәсьәләләр буйынса — Башҡорт Ҡыҙыл гвардияһын булдырыу буйынса — Петроградҡа, Ленин менән осрашыу өсөн китергә тейеш була.

1918 йылдың февраль уртаһына башҡорт полкында 400 һалдат иҫәпләнә, уларҙың 300 ҡоралланған була. Полк командирҙар составы 24 офицерҙан торған. Башҡорт полкы Таналыҡ-Баймаҡ урамдарынан йәшел флаг аҫтында, строй йырҙарын башҡорт телендә йырлап уҙғандар. Офицерҙар һәм һалдаттарҙың күк төҫтәге енгә беркетелгән айырыу билдәләре булған. Былар барыһы ла, күрәһең, биҫтә халҡында ойошторолоп ятҡан полкка ҡарата нәфрәт хистәрен көсәйткәндер.

Ырымбурҙағы Башҡорт хөкүмәте 1918 йылдың 27 ғинуарында Ленинға телеграмма менән мөрәжәғәт итә:

«Высокую власть Советов принимаем при возможности самостоятельно заниматься нашими внутренними делами, образовать собственный полк»[1].

31 ғинуарҙа Ҡыҙыл Гвардия частары Ырымбурҙы баҫып алалар һәм губернала тулыһынса тиерлек большевистик диктатураһын урынлаштыралар. Атаман Дутов Верхнеурал яғына сигенә. Башҡорт хөкүмәте ҡалала ҡалырға ҡарар итә.

1918 йылдың 3 февраленән 4 февралгә (16, 17 февраль) ҡараған төндә «дутовсылар менән бәйләнештәре өсөн» Башҡорт хөкүмәтенең һәм шуроның 7 ағзаһы (Әхмәтзәки Вәлиди менән бергә) төрмәгә ябыла. «Известия» губерна гәзитендә яҙылыуынса, улар Ырымбур мосолман хәрбм комитеты рөхсәте менән ҡулға алына. 1918 йылдың ғинуар—февралендә Кесе ҡоролтай ағзалары Ғ.С.Иҙелбаев, Ә.Б.Ҡарамышев һәм Ғ.С.Мағазов Орск өйәҙендә башҡорт полкын ойоштороу буйынса эшен башлайҙар. Баймаҡ яулап алына һәм күрше ауылдарға, приискыларға, рудниктарға контроль урынлаштырыла. Ырымбур ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт мәркәз шураһы ағзаларының ҡулға алыныуы тураһында хәбәр алыу менән полк командованиеһы уларҙы азат итеүгә әҙерлек башлай.

Башҡорт хөкүмәтенең һәм ойошторолоп ятҡан полк хәжәттәре өсөн Таналыҡ — Баймаҡ баҡыр иретеү заводында 8 бот алтын, 17 бот көмөш һәм 700 мең дәүләт игене конфискациялана. Баймаҡтан Совет хөкүмәте исеменә Башҡорт хөкүмәтен азат итеү талабы менән телеграмма ебәрелә. Таналыҡ-Баймаҡ Советына эшселәр отрядын төҙөү өсөн 2000 һум аҡса бирелә, 100 эшсе ҡорал һәм боеприпастар менән тәьмин ителә. Эшселәр отрядына ингәндәргә һәйбәт күләмдә эш хаҡы түләнә, Ҡыҙыл Гвардия сафына инеү эшселәрҙең ғаиләләренә файҙа килтерә[1].

Башҡорт полкы етәкселәре беренсе көндән үк талау — ҡыйралыштарға ҡаршы етди көрәш башлай, шуға күрә башта биҫтә халҡының башҡорт полкына ҡарата фекере ыңғай була.

13 февралдә башҡорт отрядын тар-мар итеү өсөн Ырымбурҙан татар полкы килә тигән хәбәр тарала. Полк командованиеһы был хәбәрҙәргә тейешле иғтибар бирмәй.

1918 йылдың 16 февралендә төнгө сәғәт берҙә Баймаҡ Советы Ырымбурҙан 5-се һанлы Бойороҡ ала: «бандалар менән аяуһыҙ һуғыш алып барырға», «башҡорттар иғлан иткән мобилизацияны» юҡҡа сығарырға тигән талаптар ҡуйыла. Ырымбур губерна хәрби революцион комитеты рәйесе С. М. Цвиллинг бойороғо буйынса 2 мартта полк һалдаттарын һәм Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәрен Баймаҡ эшселәре ҡулға ала. Цвиллингтан алынған телеграммала: «Баймаҡ эшселәр депутаттары Советына. Ырымбур мосолман революцион комитеты ҡарары буйынса Баймаҡтағы башҡорт отрядының башлыҡтарын ҡулға алығыҙ…» тип яҙыла.

Шул уҡ төндө, сәғәт дүрттә, 1918 йылдың 16 февралендә эшселәр отряды, дүрт взводҡа бүленеп, офицерҙар йәшәгән казармаларға, ҡорал һаҡланған складтарға һөжүм итәләр. Офицерҙар һәм һалдаттар, ҡаршылыҡ күрһәтмәйенсә, биреләләр. Башҡорт отрядтарына тәғәйенләнгән винтовкалар Самакин заводы эшселәренә таратыла[2] 17 февралдә көндөҙгө сәғәт 12-гә 16 башҡорт, шулай уҡ поляк офицерҙарының бер өлөшө Баймаҡ төрмәһенә бикләнә. Башҡорт полкы ғәмәлдән сығарыла, һалдаттарға өйҙәренә ҡайтырға бойорола.

Төрмәгә эләккән башҡорттар һәм поляк офицерҙары ҡаты язаларға дусар ителәләр. Допростарҙы күпселектә татар милләтле большевиктар башҡара[1].

Әмир Ҡарамышев ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 14 көньяҡ-көнсығыш волосынан 5-6 мең кешелек ғәскәр туплауға өлгәшә. 1918 йылдың 19 февралендә Баймаҡты бөтә яҡтан да баш күтәргән башҡорттар уратып ала. Ҡамауҙа ҡалған биҫтәлә барыһы 100 ҡораллы эшселәр була. Ҡамау өс көн дауамында бара. Эшселәр отрядына түбәнге талаптар ҡуйыла: беренсенән, ҡоралһыҙланырға; икенсенән, ҡулға алынғандарҙы сығарырға. Баймаҡ эшселәр советы башҡорттар менән һөйләшеүҙәргә ризалаша. Әммә 1918 йылдың 21 февраленән 22 февралгә ҡараған төндө «кулак Баранов етәкселегендәге урыҫтарҙан һәм татарҙарҙан торған ҡыҙыл гвардия отряды» Таналыҡ-Баймаҡты ҡамауҙан азат итә. Һөжүмдең көтөлмәгәнлеге һәм һөжүмләгән отрядтың яҡшы ҡоралланыуы үҙ эшен эшләй: Ҡарамышев, һалдаттарын таратып, үҙе Бөрйән урмандарында йәшенергә мәжбүр була. Ҡарамышев Баймаҡ советы менән һөйләшеүҙәр аша ҡулға алынған иптәштәрен азат итергә теләй, әммә киҫкен аҙымға барыуға уға, Зәки Вәлидиҙең фекеренсә, Ырымбурҙа төрмәлә ултырған башҡорт хөкүмәте ағзаларына зыян килтереү ҡурҡынысы бирмәй.

1918 йылдың 22 февралендә (хәҙерге стиль буйынса 7 март) бөтә ҡулға алынғандарҙы сисендерәләр һәм иҫке-боҫҡоға кейендерәләр. Ошо уҡ көндә бер-бер артлы өс «суд» үтә. 1918 йылдың 22 февралендә көндөҙгө сәғәт дүрттә ҡулған алынған башҡорттарҙы һәм поляк офицерҙарын атып үлтерәләр (төрлө мәғлүмәттәргә ярашлы, 20-25 кеше атып үлтерелә[2]). Эшсе халыҡ күңел аса, еңеүҙе байрам итә. Биҫтәгә эргә-тирәләге урыҫ ауылдарынан крәҫтиәндәр күпләп килеп тула. Таналыҡ-Баймаҡтан бер километр тирәһе алыҫлыҡта, юл эсендә, башҡорт офицерҙары Ғимран Мағазовты һәм Ғабдулла Иҙелбаевты, шулай уҡ биш поляк офицерҙарын теҙеп ҡуялар.

«…ҡыйлыҡтан алып киленгән калуштарҙа, талауҙан һуң хатта ойоҡбашһыҙ, тишек калуштарҙан күренеп торған ялан аяҡтары менән улар ҡарҙа торалар. Йөрәкте өҙгөс, ҡурҡыныс ине был күренеш…

..Ҡыҙылдарҙың башлығы намаҙға команда бирҙе. Беҙҙекеләр ике тапҡыр дүрт рәҡәғәтле намаҙ уҡынылар. Поляктар суҡындылар. Намаҙҙан һуң Ғабдулла Иҙелбаев һәм Ғимран Мағазов аяҡ өҫтө, ә поляктар тубыҡланып ҡабаттан стройға теҙелделәр. Ғабдулла Иҙелбаев әйтте:
Беҙҙе үлтерәһегеҙ, әммә тағы ла тере ике миллион башҡорт ҡала. Ошо ике миллионлыҡ халыҡты ҡырып бөтөрмәйенсә, һеҙ беҙҙең изге идеяны баҫтыра алмаҫһығыҙ. Үлемебеҙҙе беҙ тыныс күңел менән ҡаршы аласаҡбыҙ.

Артынса ҡыҙылдар башлығының бойороғо булды. Атыусылар иҫерек булғанға күрә, залп уты килеп сыҡманы, атыш тарҡау булды. Әле йәнен бирмәгән поляк офицерҙары ҡыбырлайҙар ине. Ғабдулла менән Ғимран, ниндәйҙер көс табып, һаман аяҡ өҫтө торалар ине. Бына поляк офицерҙары тымдылар. Ә беҙҙекеләр һаман тора. Ниһайәт, башта Ғимран, уның артынан Ғабдулла, яйлап артҡа ауып, ҡоланылар һәм батырҙарса, күкрәк киреп данлы үлемдәрен ҡаршы алдылар»,

 — тип яҙа Х. Ғәбитов.

Атылыу алдынан Ғабдулла Иҙелбаев ҡысҡырып өлгөрә: «Йәшәһен автономиялы Башҡортостан! Башҡортостан йәшәйәсәк! Атығыҙ!». Уларға язалаусылар яуап итеп: «Бына һеҙгә автономия!» — тип ҡысҡыралар. «Баймаҡ ваҡиғалары» ҡыҙылгвардиясылар отрядының бер ниндәй ҙә ғәйебе булмаған башҡорттарҙы массауи язалауының беренсе осрағы була. Х. Ғ. Ғәбитов, У. Х. Йәһүҙин, М. К. Әҙеһәмов һәм 2 поляк һаҡ аҫтында ҡалдырыла. 50-нән ашыу башҡорт һалдаты азат ителә, 9 мартта Сидоровка (Федоровка) утарында Баймаҡ советы тарҡатҡан полкынан 10 башҡорт һалдаты атып үлтерелә. Язаланғандарҙы яҡындағы шахтаның шурфына ташлайҙар.

Шулай итеп, тәүге Башҡорт ғәскәре көс менән баҫтырыла, етәкселәре язалап үлтерелә. Башҡорт милли формированиеһын тарҡатыу төбәктәге яҡлауһыҙ ҡалған халыҡты талауға, мыҫҡыллауға, хөкөмһөҙ үлтереүгә юл аса.

Баймаҡ ваҡиғалары тураһында документтарҙа

үҙгәртергә

1918 йылдың февраль-март айҙарында булған ваҡиғаларға төрлө баһа бирелә, әммә Совет осоронда был тема ыңғай күҙлектән ҡаралмай, сөнки башҡорт милли хәрәкәте, уның менән бәйле булған ваҡиғалар тураһында дөрөҫлөктө эҙләү мөмкин булмай, төплө анализлау үткәрелмәй (мәҫәлән, тарихсылар Р. М. Раимов, З. А. Әминев хеҙмәттәре). С. С. Атанғоловтың эшендә тәүге тапҡыр Баймаҡ фажиғәһе иҫкә алына, әммә ваҡиғаларға «башҡорт ихтилалы» тип баһа бирелә, әммә был дөрөҫлөккә тап килмәй: башҡорт офицерҙары урындағы власть менән килешеп эшләү яҡлы була. Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы командиры Муса Мортазин Таналыҡ-Баймаҡтағы ваҡиғаларға объектив баһа бирә: атыуҙың сәбәбен ул Ырымбур ҡалаһындағы татар эшмәкәрҙәренең провокацион эше тип һанай. Баймаҡ крәҫтиән депутаттары советы яғында туранан-тура ҡатнашҡан А. Е. Шивкоплясовтың хәтирәләре ваҡиғаларға бер аҙ асыҡлыҡ индереүгә булышлыҡ итә ала. 1980 йылдарҙың икенсе яртыһынан башлап большевистик милли сәйәсәтте анализлау, шәхес культы һәм торғонлоҡ замандарында ебәрелгән хаталарҙы фашлау, яңы мәғлүмәттәрҙең асылыуы, бигерәк тә йәмғиәт алдында башҡорт милли хәрәкәтенең лидеры Әхмәтзәки Вәлиди исемен аҡлау был ваҡиғаларға ла объектив күҙлектән ҡарарға мөмкинлек бирә. Был юҫыҡта, тәүге сиратта, М. М. Ҡолшәриповтың, Б. Х. Юлдашбаевтың хеҙмәттәре, башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы Хәбибулла Ғәбитовтың хәтирәләре, Башҡорт ирекле полкы подпоручигы У. У. Йәһүҙиндың рапорты, Көнсығыш фронтының 1-се армияһы командующийы Г. Д. Гайҙың хәтирәләре, Баймаҡ советы ағзаларының анкеталары һәм башҡа документтар Баймаҡ ваҡиғаларын ентекләп өйрәнеүгә юл аса[2].

1918 йылдың көҙөндә Бөрйән-Түңгәүер кантоны халҡы тыуған Башҡортостаны өсөн ҡорбан булған Ғабдулла Иҙелбаев һәм Ғимран Мағазов иҫтәлегенә Таналыҡ-Баймаҡ ауылында 15-20 шәкертлек башланғыс мәктәп-пансион (интернат) асыу буйынса ҡарар ҡабул итә. Артабан мәктәпте урта мәктәп итеп үҙгәртеү планлаштырыла[3].

1918 йылдың көҙөндә Башҡорт хәрби советы 2-се Башҡорт кавалерия покына Ғабдулла Иҙелбаевтың исемен бирә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 А.Б.Зарипов. История Баймакского края в 1917-1922 годах: правда и вымысел // Труды кафедры истории Сибайского института Башкирского Государственного университета: Сборник научных статей. – Уфа: РИО БашГУ, 2005. – 164 с. – С.49 – 61.[1]
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 ФЕВРАЛЬСКИЙ ИНЦИДЕНТ 1918 ГОДА В ТАНАЛЫКОВО-БАЙМАКЕ. А. С. Хусаинов Бюллетень БГУ
  3. Кульшарипов М. М. Братья Идельбаевы // Ватандаш. — ISSN 1683-3554.

Һылтанмалар

үҙгәртергә