«Әйлестан»Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш төбәгендәге биш район өсөн нәшер ителгән ижтимағи-сәйәси гәзит.

«Әйлестан»
Тип

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгенең ижтимағи-сәйәси баҫмаһы

Баҫма 2008 йылдың 1 ғинуарынан сыға, шишәмбе, кесе йома һәм шәмбе көндәрендә 500 данаға тиклем тираж менән донъя күрә. Гәзиттең ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, «Дуванский вестник» редакция-нәшриәт комплексы» дәүләт унитар предприятиеһы.

«Әйлестан» Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылында баҫыла һәм республиканың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан биш район - Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарында таратыла. Гәзиттең индексы 99779. Беренсе мөхәррире - Зыял Шәйхетдинов, СССР Журналистар союзы ағзаһы, «Совет Башҡортостаны» (1992 йылдан «Башҡортостан») гәзитенең төньяҡ-көнсығыш төбәк буйынса элекке үҙ хәбәрсеһе. 2010 йылдың декабренән гәзитте Әкрәм Нуретдинов мөхәрирләй. Әлеге ваҡытта «Әйлестан» гәзитенең «Бәйләнештә» («ВКонтакте») социаль селтәрҙәрендә үҙенең асыҡ төркөмө бар.

2014 йылда Рәсәйҙә һәм Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Мәҙәниәт йылы сараларын әүҙем яҡтыртҡаны өсөн гәзит Балаҡатай районы хакимиәтенең Маҡтау грамотаһына (Рәхмәт хатына) лайыҡ булды.

Баҫманың даими тематик рубрикалары

үҙгәртергә

Гәзиттең һандан-һанға күсеп килгән даими тематик рубрикалары бар. Мәҫәлән, беренсе биттә «Яңылыҡтар» тигән баш аҫтында төньяҡ-көнсығыштың биш районын да ҙур булмаған хәбәрҙәр шәлкеме бирелә. Редакция хеҙмәткәрҙәре төрлө сығанаҡтарҙы ҡулланып әҙерләгән был мәғлүмәт бағанаһы төбәктең күп яҡлы тормошондағы һуңғы хәл-ваҡиғаларҙы яҡтырта.

Төрлө саралар ярҙамында биҙәлеп, шулай уҡ һәр һандың икенсе биттендә донъя күргән «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» рубрикаһы тематикаһы яғынан «Яңылыҡтар»ға оҡшаһа ла, географик йәһәттән күпкә киңерәк: бындағы хәбәрҙәрҙә Рәсәй һәм Башҡортостан тормошон сағылдырыу менән бер рәттән ҡайһы саҡта донъялағы мөһим ваҡиғаларға ла урын бирелә. Улар Башинформ һәм башҡа мәғлүмәт агентлыҡтары, республика һәм үҙәк киң матбуғат саралары таратҡан һәм республиканың төрлө министрлыҡтары һәм ведомстволары сайттарында ҡуйылған материалдарға нигеҙләнә.

«Арҙаҡлылар һүҙе» – был рубрикала төрлө быуын билдәле шәхестәренең (яҙыусылар, шағирҙәр, сәйәсмәндәр һ.б.) йәшәйешебеҙҙең бар яҡтарына ла ҡағылған ҡыҫҡа, әммә оло мәғәнәгә эйә сәсмә һәм шиғри фекерҙәре урын ала.

Баҫмала шулай уҡ шундай рубрикалар аҫтында уҡымлы материалдар баҫыла: «Эшҡыуарлыҡ», «Ауыл уңғандары», «Һаулыҡ һаҡлау», «Мәрхәмәтлек», «Хәтер», «Еңеүҙәр ҡумтаһына» (спорт хәбәрҙәре), «Һауа торошо», «Әүҙем ял», «Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух», «Яҙмыш», «Енәйәт һәм яза» «Төбәк хәбәре», «Сара», «Мосолман календары» һ.б.

«Халыҡ иғтибарына», «Һатыла», «Һатып алам» һәм «Талап ителә» тигән баштар аҫтында уҡыусына һәр ваҡыт ҡыҙынһындырған белдереүҙәр, улар янында шулай уҡ төрлө реклама материалдары баҫыла.

Гәзит һәм уның хеҙмәткәрҙәре хаҡында

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә