Яруллина Нурия Кинжәбай ҡыҙы
уҡытыусы, журналист
Яруллина Нурия Кинжәбай ҡыҙы (20 сентябрь 1951 йыл) — уҡытыусы, журналист. 1999—2006 йылдарҙа Салауат районының башҡорт телендә нәшер ителгән «Йүрүҙән» гәзитенең баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
Яруллина Нурия Кинжәбай ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 сентябрь 1951 (73 йәш) |
Тыуған урыны | Ахун ауылы, Мәсетле ауыл советы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, журналист |
Биографияһы
үҙгәртергәНурия Кинжәбай ҡыҙы Яруллина (ҡыҙ фамилияһы Ханова) 1951 йылдың 20 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Ахун ауылында тыуған.
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлаған.
2014 йылда Салауат Юлаев музейында ойошторолған Сәсәндәр мәктәбе ағзаһы[1].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)