Әхмәр (Ишембай районы)
Әхмәр (рус. Ахмерово) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 984 кеше[2]. Төп халыҡ — башҡорттар. Ишәй ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453235, ОКАТО коды — 80231835007.
Ауыл | |
Ахмерово башҡ. Әхмәр | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Конфессиональ составы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34794 |
Почта индексы |
453235 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Тарихы
үҙгәртергәӘхмәр (рус. Ахмерово) — Илсектимер түбәһенең Һәләүек йылғаһы эргәһендәге тораҡ пункты. Беренсе күскенсенең улы Аҡҡусҡар Әхмәров 1754-1818 йылдарҙа йәшәгән. 1795 йылда 45 ихатала 411 кеше йәшәгән. 1860 йылда унда 64 йорт булған, 710 кеше йәшәгән. 1920 йылда 1104 кеше һәм 246 йорт була.
XIX быуат уртаһында Әхмәр халҡы һаман да малсы булып ҡала. 1839 йылда 528 кеше йәшәгән 82 йорт хужалығында 912 ат, 752 һыйыр, 157 һарыҡ, 165 кәзә була. Бер ихатаға 3 умарта тура килгән. Башҡорттар тормошона игенселек әллә ни үтеп инмәгән. 1842 йылда уларҙың барыһына 304 бот ужым һәм 432 бот ярауай (яҙғы) ашлыҡ сәселә. 1906 йылда мәсет, земство мәктәбе, ике һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән, улус идараһы урынлашҡан була.
1839 йылда 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, көмөш миҙалдар кавалерҙары Байгилде Үзбәков, Ибраһим Аҡсурин, Мөхәмәтрәхим Юнысов иҫән булалар әле[3].
2008 йылға тиклем[4] ауыл Әхмәр ауыл Советының административ үҙәге була[5].
Хәҙерге осор
үҙгәртергәАуылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[6].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1104 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1140 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1408 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 989 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 963 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 984 | 489 | 495 | 49,7 | 50,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса ауылда башҡорттар йәшәй[7].
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 32 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 21 км
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[8]:
- Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
- Юл урамы (рус. улица Дорожная)
- Урман урамы (рус. улица Лесная)
- Башҡорт урамы (рус. улица Башкирская)
- Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
- Аграр урамы (рус. улица Аграрная)
- Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
- Гараж урамы (рус. улица Гаражная)
- Яр урамы (рус. улица Береговая)
- Тау урамы (рус. улица Горная)
- Интернационал урамы (рус. улица Интернациональная)
- Туғай урамы (рус. улица Луговая)
- Яңы ауыл урамы (рус. улица Новоселов)
- Парк урамы (рус. улица Парковая)
- 1-се Май урамы (рус. улица Первомайская)
- Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
- Урал урамы (рус. улица Уральская)
- Хәйбуллин урамы (рус. улица Хайбуллина)
- Цайгановка урамы (рус. улица Цайгановка)
- Шоссе урамы (рус. улица Шоссейная)
Тарихи урындар
үҙгәртергә- Әхмәр ҡәберлеге (Ишембай районы)— III-IV быуаттарға ҡараған һуңғы сармат осоро ҡәберлеге. Археология ҡомартҡыһы.
Мәҙәниәт
үҙгәртергә2013 йылда Ф. Акназаров Әхмәр урта мәктәбе уҡыусыларынан «Сатҡылар» коллективын ойоштора, шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: коллектив район һәм республика ярыштарында ҡатнаша, «Байыҡ-2014» балалар телевизион конкурсының беренсе туры финалистары.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ибраһимова Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы (20.03.1959), педагогик хеҙмәт ветераны, үҙешмәкәр йырсы. 1980–2010 йылдарҙа Баймаҡ районының мәктәпкәсә балалар учреждениелары тәрбиәсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара фестивале (1994) һәм Башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың «Яҙғы моңдар» (1992) республика конкурсы дипломанты, һәүәҫкәр йырсыларҙың «Һаҡмар һандуғасы» бәйгеһендә Гран-при яулаусы (1992)[9].
- Мусина (Юлдашбаева) Римма Мөхтәр ҡыҙы (1.01.1937), йырсы, педагог. 1971—2014 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (1996). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986)[10].
- Шаһибәк Үзбәков, Башҡорт милли–азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан офицерҙарҙың береһе, Әхмәтзәки Вәлиҙең яҡташы, остазы һәм дуҫы.
- Хәйбуллин Миңлеғәлим Хисам улы (12.02.1929), агроном, хужалыҡ эшмәкәре, 1976—1989 йылдарҙа Ишембай районының «Коммунизм» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1988). Ленин (1976), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1973), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының почётлы гражданы.
- Хәйбуллин Мөхәмәт Миңлеғәлим улы (1.06.1956), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2013).
- Әминев Ғәликарам Хәмит улы (рус. Аминев Галикарам Хамитович; 1922 — 16 февраль 1945) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се артиллерия-миномёт полкында өлкән разведчик. Гвардия ефрейторы.
- Бирҙеғолов Миңнеғол Ишемғол улы (рус. Бирдегулов Миннигул Ишемгулович; 10 ғинуар 1922 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия кесе лейтенанты. 112 -се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының ҡылыссылар взводы командиры. «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены (1945) кавалеры.
- Юлдашбаева Римма Мөхтәр ҡыҙы (1937 йылдың 1 ғинуарында БАССР -ҙың Маҡар (хәҙерге Ишембай) районының Әхмәр ауылында тыуа); тыуғанда Мусина) — башҡорт опера йырсыһы, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
Видеофильмдарҙа
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 125. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Закон Республики Башкортостан «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населенных пунктов» (Принят Государственным Собранием — Курултаем Республики Башкортостан 18 ноября 2008 года)
- ↑ Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
- ↑ Әхмәр (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Әхмәр (Ишембай районы) ауылы
- ↑ Календарь знаменательных и памятных дат Республики Башкортостан на 2019 год 2019 йыл 14 февраль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 март 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мусина Римма Мөхтәр ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 9 июнь 2018)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Әхмәр (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 март 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 125. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Әхмәр (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Әхмәр (Ишембай районы) ауылы