Әхмәр ҡәберлеге (Ишембай районы)
Әхмәр ҡәберлеге— Башҡортостандың Ишембай районындағы археология ҡомартҡыһы (III—IV быуаттар). Ишембай районы Әхмәр ауылынан көньяҡтараҡ 0,3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1972 йылда асылған.[1]
Әхмәр ҡәберлеге | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Тарихы
үҙгәртергә1972—1974 йылдарҙа археолог С. М. Васюткин етәкселегендә экспедиция тарафынан Әхмәр янындағы 27 ҡурған тикшерелгән. Улар Әхмәр ауылынан көньяҡтараҡ, ауылдан 0,3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Мәйеттәр ябай 0,5-0, 75 м соҡорҙарҙа баштары менән төньяҡҡа ҡаратып салҡан ятҡырылған. Баштары тере саҡтарында яһалма деформацияланған. Баш остарында— балсыҡ һауыт-һаба, аяҡ осонда— ҡорбан ителгән хайуандарҙың, һарыҡ йәки ат һөйәктәре. Балсыҡ һауыт-һаба: ситтәре ҡалын итеп эшләнгән һауыттар (көршәктәр, сеүәтәләр, йәйпәк һауыттар һ.б.). Ҡәберҙәрҙә бронза беләҙектәр, баҫмаҡтар, ҡайыш ҡаптырмалары, кейем ҡаптырғыс фибулалар, бронза һәм көмөш алҡалар һ.б. табыла. Урал буйындағы һуңғы осор сарматтарҙың һәм һундарҙың үҙ‑ара йоғонтоһо был ҡәберлектәрҙә табылған ҡомартҡыларҙа асыҡ күренә.
Әхмәр ҡәберлегендә табылған әйберҙәр Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейында һаҡлана.
Әхмәр ҡәберлеге үҙенсәлектәре
үҙгәртергәҒалимдар Башҡортостанда табылған ҡәберлектәрҙе ете кластерға бүлеп йөрөтә. Һуңғы осор сарматтар кластерына (1) ҡараған ҡәберлектәр: Яңы Турбаҫлы, Кушнаренко, Комсомольский, Дербенево, Бекишево III, Сәлих (Ишембай районы) һәм Әхмәр II (Ишембай районы). Әхмәр II һәм Дербенево ҡәберлектәрендә табылған әйберҙәр ғалимдар өсөн бигерәк тә мөһим була. Харин (Пермь крайы Харино ауылы) тибындағы һуңғы сармат осоро кластерына ҡараған ҡәберлектәргә хас үҙенсәлектәр: ҡурған, ҡәбер соҡоро бик тәрән түгел, мәйеттең башы төньяҡ-көнсығышҡа ҡаратып һалына, ҡайһы бер осраҡта ләхет алына, ҡәберҙә балсыҡ һауыт-һаба, йәки берәй өлөшө була. Биҙәүестәрҙән «гәрәбә» муйынса осрай.[2]
Тағы ла ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 82. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- Васюткин С. М. II Ахмеровский курганный могильник позднесарматского времени // Исследования по археологии Южного Урала / Под ред. Р. Г. Кузяева. Уфа, 1977. С. 67-89.