Әминев Ғәликарам Хәмит улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се артиллерия-миномёт полкының өлкән разведчигы. Гвардия ефрейторы

Әминев Ғәликарам Хәмит улы (рус.  Аминев Галикарам Хамитович; 1922 — 16 февраль 1945) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се артиллерия-миномёт полкында өлкән разведчик[1]. Гвардия ефрейторы[2].

Әминев Ғәликарам Хәмит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1922
Тыуған урыны Әхмөр, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Вафат булған көнө 16 февраль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ефрейтор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәликарам Хәмит (Хисмәт) улы Әминев (Әхмәтов) 1922 йылда БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантонында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы) Әхмәр ауылында тыуған[3].

1942 йылда Маҡар районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Гвардия ефрейторы Әминев Ғәликарам Хәмит улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се артиллерия-миномёт полкында өлкән разведчик булып хеҙмәт итә.

1944 йылдың 12 ғинуарындағы һуғышта шәхси ҡоралы менән 2 дошман һалдатын атып үлтерә. Был ҡаһарманлығы өсөн 1944 йылдың 1 майында «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы тапшырыла.

1945 йылдың 16 февралендә һәләк була. Германияла Браллентин ҡалаһында ерләнгән[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Әминев Ғәликарам Хәмит улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ның Ишембай районы Әхмәр ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 690155. Единица хранения 5136

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә