Ле́на (саха Өлүөнэ, бүр. Зγлхэ) — Рәсәйҙәге йылға, Көнсығыш Себерҙең иң ҙур йылғаһы[2]. Төньяҡ Боҙло океандың Лаптевтар диңгеҙенә ҡоя. Донъяла оҙонлоғо буйынса унынсы һәм тулы һыулығы буйынса һигеҙенсе йылға.

Лена
саха Өлүөнэ
«Лена бағаналары»
«Лена бағаналары»
Характеристика
Оҙонлоғо 4400 км
Бассейн 2 490 000 км²
Һыу сығымы 16 350 [1] м³/с (тамағынан 4,7 км алыҫлыҡта)
Һыу ағымы
Инеше Байкал һырты
 · Урынлашыуы Качуг районы
 · Бейеклеге 1650 м
 · Координаталар 53°56′00″ с. ш. 108°05′01″ в. д.HGЯO
Тамағы Лаптевтар диңгеҙе
 · Урынлашыуы Булун улусы
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 72°24′42″ с. ш. 126°41′05″ в. д.HGЯO
Йылға ауышлығы 0,375 м/км
Урынлашыуы
Һыу бассейны Лаптевтар диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Иркутск өлкәһе,Саха Республикаһы
РДҺР 18030900112117500000010, 18030300212117200000003 һәм 18030700112117400000000
Лена (Рәсәй)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Лена (Дальневосточный ФО)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Лена Викимилектә

Иркутск өлкәһе һәм Саха Республикаһы территорияһы аша аға, ҡайһы бер ҡушылдыҡтары Байкал аръяғы, Красноярск, Хабаровск крайҙарына, Бүрәт Республикаһына һәм Амур өлкәһенә ҡарай. Лена — бассейны тулыһынса ил сиктәрендә булған Рәсәйҙәге иң ҙур йылға[3].

География

үҙгәртергә
 
Лена бассейны

Оҙонлоғо — 4400 км, бассейн майҙаны — 2490 мең км².

Байкалдан 7 км көнбайыштараҡ урынлашҡан бәләкәй генә күл Лена йылғаһының инеше тип иҫәпләнә. Был күл Байкал һырытында, 1470 м бейеклектә урынлашҡан[4].

Төп ҡушылдыҡтары: Оло Патом, Чая, Витим, Алдан, Кута, Олёкма, Вилюй, Киренга, Чуя, Молодо, Бирюк, Лунгха. Уларҙың иң ҙурыһы — Алдан йылғаһы, уның бассейн майҙаны — 729 000 км², ә тамағындағы һыу сығымы 5 060 м³/с тәшкил итә.

Инфраструктура

үҙгәртергә
 
Лена йылғаһы — мөһим транспорт магистрале

Лена бөгөнгө көнгә тиклем Саха Республикаһын федераль транспорт инфрастуктураһы менән бәйләүсе төп транспорт артерияһы булып тора. Суднолар йөрөшөнөң башы тип Качуг пристане иҫәпләнә. Навигация осоро 125-тән 170 тәүлеккә тиклем дауам итә.

Лена йылғаһындағы төп порттар[5] (инешенән тамағына тиклем): Осетрово, Киренск, Ленск, Олёкминск, Покровск, Яҡутск, Сангар, Тикси.

Лена ҡушылдыҡтарының иң ҙур порттар: Бодайбо (Витим йылғаһында), Хандыга (Алдан йылғаһында), Джебарики-Хая (Алдан йылғаһында).

Лена йылғаһында (инешенән тамағына тиклем) 6 ҡала урынлашҡан: Усть-Кут, Киренск, Ленск, Олёкминск, Покровск, Яҡутск.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. А.А. Зайцев, О.М. Кирик, В.С. Михайлов ВЗАИМОДЕЙСТВИЕ РЕЧНОГО ЛЬДА С РУСЛОМ НА р. ЛЕНЕ И ЕЕ ПРИТОКАХ // НАУЧНО-ИССЛЕДОВАТЕЛЬСКАЯ ЛАБОРАТОРИЯ ЭРОЗИИ ПОЧВ И РУСЛОВЫХ ПРОЦЕССОВ им. Н.И. МАККАВЕЕВА. — Москва: МГУ. — С. 244.
  2. Большая река Сибири 2012 йыл 4 июль архивланған.
  3. Немного о величии. // The New Times, 1.11.2010
  4. Природа Байкала. Байкало-Ленский район. Озеро — исток Лены.Открыты истинные истоки Лены и Енисея 2022 йыл 6 июнь архивланған., Промышленные ведомости
  5. Большая советская энциклопедия (3-е изд.) : Онлайн-версия на портале «Яндекс». Статья «Ленского бассейна речные порты(недоступная ссылка)».

Һылтанмалар

үҙгәртергә