Төньяҡ Двина́ — Рәсәйҙең европа өлөшөндәге йылға.

Төньяҡ Двина
Юг һәм Сухона йылғалары ҡушылған урын
Юг һәм Сухона йылғалары ҡушылған урын
Характеристика
Оҙонлоғо 744 км
Бассейн 357 000 км²
Һыу сығымы 3490 м³/с
Һыу ағымы
Инеше ҡушылған йылғалар: Сухона менән Юг
 · Координаталар 60°43′56″ с. ш. 46°19′49″ в. д.HGЯO
Тамағы Двина ҡултығы
 · Урынлашыуы Архангельск
 · Координаталар 64°32′ с. ш. 40°29′ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Аҡ диңгеҙ

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Вологда өлкәһе,Архангельск өлкәһе
РДҺР 03020100312103000005014
Төньяҡ Двина (Архангельск өлкәһе)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Төньяҡ Двина Викимилектә

География

үҙгәртергә
 
Төньяҡ Двина бассейны

Оҙонлоғо — 744 км, Сухона менән бергә — 1300 км, Вычегда менән бергә — 1803 км. Бассейн майҙаны — 357 мең км².

Вологда өлкәһенең Бөйөк Устюг ҡалаһы янында Сухона һәм Юг йылғаларының ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Артабан төньяҡҡа табан, Архангельск өлкәһенең территорияһы буйлап аға. Котлас ҡалаһы янында Вычегда йылғаһы менән ҡушылғандан һуң төньяҡ-көнбайышҡа борола, ә аҙаҡ яйлап төньяҡҡа йүнәлә. Новодвинск ҡалаһында йылға дельтаһы (майҙаны яҡынса 900 км²) башлана. Архангельск һәм Северодвинск ҡалалары янында Аҡ диңгеҙҙең Двина ҡултығына ҡоя.

Уртаса һыу сығымы — Сухона һәм Юг ҡушылған урында — 770 м³/с, тамағында — 3490 м³/с.

Төп ҡушылдыҡтары: Вычегда, Пинега, Вага, Юмиж.

Төньяҡ Двина буйындағы ҡалалар: Бөйөк Устюг, Красавино, Котлас, Коряжма, Сольвычегодск, Новодвинск, Архангельск, Северодвинск.

Төньяҡ Двина үҙенең барлыҡ оҙонлоғонда суднолар йөрөшлө һәм Волга-Балтик һыу юлы менән тоташҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә



  Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ