Хазина (ансамбль)
«Хазина» — муниципаль автономиялы учреждениеһы Учалы филармонияһының башҡорт фольклор ансамбле[1].
Хазина | |
Нигеҙләү датаһы | 2000 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Тарихы
үҙгәртергәУчалы филармонияһының «Хазина» башҡорт фольклор ансамбле Учалы ҡәла мәҙәниәт йортон яңыртып ҡорған саҡта, 2000 йылда, ойошторола.
2003 йылда ансамблгә «халыҡ» исеме бирелә.
Ансамблгә нигеҙ һалыусы, коллективты ойоштороусы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәрифә Ғиниәтулла ҡыҙы Кудрявая.
Репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары[2], халыҡ бейеүҙәре, мөнәжәттәр, бәйеттәр, таҡмаҡтар, башҡорттарҙың ғаилә-көнкүреш, календарь йолалары. «Хазина» ансамбленең музейы булдырылған, унда башҡорт йорто һәм ихатаһы күренештәре күрһәтелгән, йорт йыһаздары ҡуйылған.
Ансамблдең 26 ҡатнашыусыһы урындағы халыҡ ауыҙ-тел ижады табыштарына таянып, уларға яңы һулыш өрөп, уңышлы ижад итә.
Урал аръяғы райондарында башҡорт кейеме тарихы, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре эшләү, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла.
Башҡортостан Республикаһының «Ашҡаҙар», «Юлдаш» Дәүләт радиоларында Көньяҡ Урал башҡорттары кейемдәренең тарихы буйынса 21 тапшырыуҙа, «Милли биҙәүестәр» темаһына 4 тапшырыу әҙерләнгән[3].
Аҙна һайын балалар өсөн «Өләсәйем һандығы» практик һабаҡтар ойошторола[4].
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә«Хазина» ансамбле коллективы Халыҡ-ара, Республика, Төбәк фестивалдәре лауреаты.
Ансамбль «Башҡортостандың алтын мираҫы-1», «Башҡортостандың алтын мираҫы-2» фильмдарын төшөрөүҙә ҡатнашты. Учалы телевидениеһы менән берлектә «Заманалар сигендә» проекты эшләнде, тапшырыуҙарҙа йолалар күрһәтелде.
«Тамаша» журналында «Хазина» ансамбле төҙөгән «Урал аръяғы туй йолалар» һәм «Боронғо һандыҡ сере» атамалы сценарийҙары баҫылып сыҡты. 2-се урынға лайыҡ булды. Алты йыл дауамында Республиканан ситкә саҡырылып 32 класс оҫталыҡ дәресе күрһәтелде. «Хазина» ансамбленең мини-музейы ойошторолдо, ул боронғо йолаларға таянып биҙәлгән.
Ансамбль маһирҙары бында фильм төшөрә, артистар менән берлектә клиптар өҫтөндә эшләй. Республиканан ситтә ҡатнашҡан Һабантуйҙа 13-сө урын яулап, «Иң яҡшы тирмә, ихата, милли мөйөш» өсөн дипломдары менән билдәләнде.
«Хазина» башҡорт фольклор ансамбле коллективы Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Бәхетнамә», «Сәләм», «Алтын тирмә» программаһында сығыш яһаны.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры тарихында тәүге тапҡыр һәүәҫкәрҙәрҙән торған «Хазина» ансамбле миҙгел асыуҙа ҡатнашты. Режиссёр Айрат Абушахманов ҡуйған «Шәүрәкәй» спектакле премьераһын әҙерләгәндә, «Хазина» коллективы етәксеһе Кудрявая Ғ.Ғ. халыҡ ижады буйынса консультант булып сығыш яһаны.
Республика халыҡ ижады үҙәге нәшриәте ансамбль эшкәрткән һәм төҙөгән материалдар буйынса «Байрам» китабын баҫтырып сығарҙы. Был йыйынтыҡта Урал аръяғы халыҡ ижады буйынса бай материал тупланған, улар — рус һәм башҡорт телдәрендә «Календарь, дини, йола байрамдары», шулай уҡ ауылдарҙың тарихы, уҡыу программалары, яҡынса сценарийҙар.
Хәҙерге ваҡытта коллективтың етәксеһе Сәғитов Салауат Сәғит улы[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы лауреаты (Салауат районы Малаяҙ ауылы, 2004)[6],
- «Малахит ҡумта» халыҡ кәсептәре фольклор фестивале һәм йәрминкәһе (Екатеринбург ҡалаһы, 2009),
- «Еңеү салюты» республика үҙешмәкәр сәнғәт ижады конкурсы (2010),
- «Берҙәмлек-Содружество» Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале дипломанты (Өфө, 2011)
- «Яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләрҙең ижади фестивале (2012, 2015),
- «Селтәр» Республика сәхнә костюмы фестивале (Өфө, 2014),
- «Кушнаренко таңдары фольклор ижады» фестивале (Кушнаренко районы, 2018);
- «БР Хеҙмәт министрлығы ойошторған конкурста Урал аръяғының туй йолалары» сценарийы һәм костюмдар өлгөләре өсөн Гран-при
- Таҡмаҡтар, сәсәндәр конкурсында Гран-при. Күмертау ҡалаһы.
- «Ер һәм кешеләр» телевизион тапшырыуында Халыҡ-ара кинофестивалдә «Боронғо һандыҡ сере». Гран-при[7].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ХАЗИНА
- ↑ ЧЕТЫРЕСТА БАШКИРСКИХ НАРОДНЫХ ПЕСЕН
- ↑ ХАЗИНА
- ↑ ХАЗИНА
- ↑ Народный фольклорный ансамбль «ХАЗИНА» Организатор Кудрявая Гарифа Гиниятулловна. Руководитель Сагитов Салават Сагитович
- ↑ ХАЗИНА
- ↑ Народный фольклорный ансамбль «ХАЗИНА» Организатор Кудрявая Гарифа Гиниятулловна. Руководитель Сагитов Салават Сагитович