Ҡороған (Һаҡмар ҡушылдығы)
Ҡороған (рус. Кураган, Кураганок) — Рәсәйҙәге йылға, Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы. Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы һәм «Медногорск ҡалаһы» муниципаль берәмеге аша аға. Ҡыуандыҡҡа еткәс, Һаҡмарға тамағынан 386 км алыҫлыҡта һул ярынан ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 71[2] км. Һыу бассейны майҙаны — 794 км².
Ҡороған | |
Ҡайҙа ҡоя | Һаҡмар |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Беләү (йылға) һәм Имәнле |
Бассейн майҙаны | 794 км² |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе |
Оҙонлоҡ | 71 km |
Ҡороған Викимилектә |
Тамағынан инешенә табан Новоказанка, Йомағужа 2-се, Беләүтамаҡ, Иҙелбай, Рысай, Һарыбай, Ҡыуандыҡ аша аға.
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергә(тамағынан алыҫлығын билдәләй)
Этимологияһы
үҙгәртергәЫрымбур топонимсыһы С. М. Стрельников атаманы төрки йәки монгол сығышлы һүҙ менән бәйләй: алтайса — «кураган», тываса — «хураган», монголдарҙың «хург(н)» — «һарыҡ бәрәсе»[3].
Мәгәр, башҡорт телендә йылғаларға исем ҡылымдар биреү шулай уҡ киң таралған, шуға күрә атама башҡорт сығышлы тип фараз итергә була. Ҡурау — ныҡ кибеү (ҡураған үләндән - ҡурай); ҡураған йылға иһә — өлөшләтә кибә торған йылға тигәнде аңлатыуы ихтимал[4]
Филология фәндәре кандидаты Миңһылыу Усманова иһә йылғаның исемен башҡорт телендәге "ҡороған" һүҙе менән бәйләй [5]
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы инешенән Оло Эйек йылғаһына ҡойғанға тиклем, Бәләкәй йылға бассейны — Яйыҡ (һыу бассейнының Рәсәй өлөшө)[2].
РФ территорияһы буйынса Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән мәғлүмәттәр[2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000512112200005423.
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200542
- Бассейн коды — 12.01.00.005
- ГӨ буйынса саны — 12
- ГӨ буйынса сығарылыш — 2
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 «Курачанка» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области : Топоним. слов. / — Кувандык : Стрельников, 2002. — 173, [1] с.; 20 см; ISBN 5-900802-18-3
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 705-се бит
- ↑ М. Усманова. Имя отчей земли. Уфа, «КИТАП», 1994, 272 бит, - Ҡороған// 190сы бит