Әғзәм (Ағзам) — төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Әғзәм — «бөйөк», «дәрәжәле» мәғәнәһен аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1]. Был исемдең икенсе варианты — Ағзам.

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Сөләймәнов Әғзәм Сибәғәт улы (рус. Сулейманов Агзам Сибагатович) (1917 йыл — 18 февраль 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы, 17-се гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, ҡылыссы. Яуҙа һәләк була. Полесье өлкәһе Передрейка ауылында (Белоруссия) ерләнгән.

Сәлихҡолов Әғзәм Ғибат улы (19 март 1909 йыл — 17 февраль 1995 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой. Ике тапҡыр II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры . Башҡортостандың Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған.

Вәлиханов Әғзәм Вәлихан улы (27 февраль 1927 йыл — 5 октябрь 2006 йыл) — нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1965—1977 йылдарҙа «Татнефть» берекмәһе начальнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Татар АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе, Академик И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты.

Фәйзуллин Әғзәм Шакир улы (1921 йыл — 19 март 1984 йыл) — комсомол органдары эшмәкәре, мәғариф хеҙмәткәре. 1946 йылдан ВЛКСМ‑дың Өфө ҡала комитеты, 1947 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары; 1953 йылдан Өфөләге 2‑се урта мәктәптең директор урынбаҫары, 1955 йылдан 39‑сы урта мәктәп директоры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1948) ордендары кавалеры.

Фәссәхов Әғзәм Фәйзрахман улы (1. 01. 1955) — уҡытыусы, Илсекәй төп мәктәбе директоры. Башҡорт дәүләт университетының роман-герман филологияһы факультетын тамамлаған (1982). Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы[2].

Фамилиялар

үҙгәртергә

Әғзәмов Ғилметдин Әғзәм улы (рус. Агзамов Гильмутдин Агзамович; 1903 йыл — 30 ғинуар 1991 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкы 82-мм миномёт батареяһының сүкеүсе тимерсеһе. Гвардия ҡыҙылармеецы, ефрейтор, прапорщик. Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.

Әғзәмов Эдуард Лотфи улы (псевдоимы Эдуард Әғзәми; 5 ноябрь 1937 йыл) — журналистика ветераны, яҙыусы, 1961 йылдан СССР Журналистар союзы, 1993 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Яңауыл ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (1997) һәм Ғәли Соҡорой исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (1999).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ