Атыу ҡоралы
Атыу ҡоралы — снарядты (минаны, пуляны) тиҙ хәрәкәткә килтереү һәм көбәктән сығарып бәреү, осороу өсөн шартлаусы матдә (дары) йәки махсус янар май ҡушымталары янғанда барлыҡҡа килгән газдың баҫым көсө ҡулланылған кинетик ҡорал. Үҙендә сәпкә тейеү сараһын (артиллерия снаряды, мина, пуля) һәм уларҙы сәпкә осороу ҡулайламаһын (пушка, миномет, мылтыҡ һ. б.) берләштерә.
Атыу ҡоралы | |
Алдағы | early thermal weapons[d] |
---|---|
Нимә менән тоташа | gun mount[d] |
Һештег | firearms[1], GunOfTheDay[2] һәм Guns[3] |
Берекмәләре | исемлекте ҡарағыҙ[d] |
Атыу ҡоралы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәТәүге атыу ҡоралы (бамбуктан эшләнгән «утлы һөңгө») X быуатта Ҡытайҙа барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләнә.
Европала атыу ҡоралы XIV быуатта, техника үҫеше дары энергияһын ҡулланырға мөмкинлек биргәндән һуң барлыҡҡа килгән, тип һанала. Был яңы эраның башланыуын аңлатҡан — артиллерия (шул иҫәптән ҡул артиллерияһы) барлыҡҡа килгән.
Атыу ҡоралының тәүге өлгөләре бер яғы томалап иретеп йәбештерелгән сағыштырмаса ҡыҫҡа тимер йәиһә бронза көпшәләр булып торған. Ҡоралды яһау иң ябай ысул менән башҡарылған: каналға дары һалынған, шунан шунда уҡ тимер йә ҡурғаш пуля индерелгән. Атыусы кеше ҡоралды ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған йәки яурынына терәгән (ҡайһы саҡ ергә лә терәгәндәр). Яһаҡты тоҡандырыу өсөн көйрәгән филтәне көпшәнең өҫкө яғындағы бәләкәс тишеккә терәгәндәр.
XV быуаттың беренсе сирегендә үк ҡул атыу ҡоралының ҡоролошо камиллаштырыла башлай — көпшәләрҙе оҙонораҡ, төйҙәне бөгөлгән итәләр, тоҡандырыу тишеген көпшәнең өҫкө яғында түгел, ә ҡабырғаһында эшләйҙәр. Ә көбәктең үҙендә төбәү ҡулайламалары барлыҡҡа килә. Бындай ҡоралды Европала кулеврина тип атағандар. Был төр ҡоралдан атыуҙың һөҙөмтәлелеге түбән ҡала килгән, ә яһау ваҡыты бер нисә минутҡа һуҙылған. Яһаҡты тоҡандырыу ысулы ла бик уңайһыҙ булған — көйрәүсе филтә атыусының иғтибарын төбәүҙән ситкә йүнәлткән.
Төрҙәре
үҙгәртергәУҡсы ҡоралы
үҙгәртергәУҡсы ҡоралы — пуля йәки башҡа тейҙереү элементтары менән атыу өсөн көбәкле ҡорал. Тейҙереү элементын осороу өсөн энергия сығанағы ниндәй булыуға ҡарап, утлы атыу, пневматик, механик һәм электр уҡсы ҡоралына бүлеп йөрөтәләр.
Пистолеттар
үҙгәртергәПистолет (фр. pistolet ← фр. pistole чех píšťala — «пищаль, һыбыҙғы») — ҡыҫҡа көбәкле автоматик булмаған йә үҙьяһаулы (һирәгерәк автоматик) утлы атыу ҡоралы. Ғәҙәттә ҡыҫҡа араға(25-50 метр) бер йәки ике ҡулдан атыу өсөн ҡулланыла. Һөжүм итеү өсөн дә, һаҡланыу өсөн дә ҡулланыла ала. Тәүге пистолеттар шыма көбәкле һәм бер яһаулы булған, ә хәҙергеләре, ҡағиҙә булараҡ, һырлы һәм күләмле магазинлы. Магазин, ғәҙәттә, һапта урынлаша һәм 7-нән (Кольт M1911) 17-гә (Беретта Px4 Storm) тиклем һәм күберәк патрон һыйҙырышлы була.
Пистолет-пулемёттар
үҙгәртергәПистолет-пулемёт — өҙлөкһөҙ атыу өсөн пистолет патрондарын ҡулланған шәхси автоматик уҡсы атыу ҡоралы.
Пистолет-пулемёт Беренсе донъя һуғышы йылдарында эшләнгән, танк һәм химик ҡорал менән бер рәттән, позиция һуғышы торошон ҡырҡа үҙгәртеүгә өлөш индерергә тейеш булған. Был төр ҡорал булдырыу идеяһы бер үк ваҡытта бер нисә илдә барлыҡҡа килә һәм тормошҡа ашырыла.
Ул ваҡытҡа пулемёттар уты үҙенең юғары һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған була инде, әммә ул йылдарҙағы пулемёттар лафеттан йәки станоктан атҡан, бик ауыр булған. Мәҫәлән, киң билдәле Максим пулемёты станокһыҙ, һыуһыҙ һәм патрондарһыҙ 20 кг тирәһе тартҡан, ә һуғышҡа әҙер рәүештә, станогы менән — 65 кг-дан артығыраҡ. Уны хеҙмәтләндереү өсөн 2—6 кеше кәрәк булған. Нығытмаларҙы һаҡлау өсөн бик яҡшы булһа ла, улар һөжүм итеү өсөн бөтөнләй ярамаған. Шуға бер кеше йөрөтә һәм һөҙөмтәле ҡуллана алған ҡоралдың барлыҡҡа килеүе көтөлгән хәл булған.
Автоматтар
үҙгәртергәАвтомат, йәки автоматик карабин, сит ил әҙәбиәтендә шулай уҡ штурм винтовкаһы — яҡын алышта дошмандың тере көсөн юҡ итеү өсөн тәғәйенләнгән һәм ут асырға һәләтле ҙур тығыҙлыҡлы шәхси автоматик уҡсы атыу ҡоралы.
СССР-ҙа автоматтар Бөйөк Ватан һуғышынан һуң киң таралыш ала, улар пистолет-пулемёттарҙы, автоматик булмаған карабиндарҙы, төрлө винтовкаларҙы алмаштырған.
7,62-мм Калашников автоматы (АК, ГРАУ индексы — 56-А-212, йыш ҡына АК-47 тип яңылыш атайҙар) — Михаил Калашников тарафынан 1946—1947 йылдарҙа эшләнгән һәм Совет Армияһына 1949 йылда ҡоралланыуға ҡабул ителгән автомат.
Оҙон мылтыҡтар
үҙгәртергәВинтовка (башта «винтлы мылтыҡ»; шулай уҡ немец. Gewinde — «киҫеү», «семәрләү») — Ике ҡул менән яурынға терәп атыу өсөн тәғәйенләнгән, көбәгенең эсе һырланған ҡорал[4]. Мылтыҡ — хәҙерге тар мәғәнәлә, атҡанда ике ҡул менән тотоп тороу һәм төҙләү өсөн тәғәйенләнгән, ғәҙәттә, яурынынға терәп, шыма йәки ҡатнаш (шыма һәм һырлы) пуля йәки йәҙрә менән ата торған ҡорал. Сағыштырмаса һуңғы ваҡытҡа тиклем (XX быуат башына) киң мәғәнәлә «мылтыҡ» теләһә ниндәй оҙон көбәкле ҡул ҡоралын аңлата, шул иҫәптән һырлы һәм автоматик, башта был һүҙ рус телендә «ҡорал» һүҙенең синонимы тиерлек була.
Карабиндар
үҙгәртергәКарабин — ҡыҫҡартылған көбәкле еңел винтовка[5]. Ошо уҡ терминды етештереүселәр шыма мылтыҡтарҙың ҡайһы бер моделдәре тип тә атаған. Карабиндар — атыу ҡоралының махсус өлгөләре, шулай уҡ пехота ҡоралланыуы өсөн ҡабул ителгән винтовка системаһы варианттары, еңеллеге, оҙонлоғо һәм конструкцияның ҡайһы бер деталдәре менән айырыла. Тәғәйенләнеше буйынса улар хәрби, һунар, хеҙмәт (полиция, тактик һ. б.) йәки үҙ-үҙеңде һаҡлау ҡоралы була ала (Рәсәйҙә үҙ-үҙеңде яҡлау өсөн оҙон көбәкле һырлы ҡорал ҡулланыу рөхсәт ителмәй). Рәсәйҙә автоматик ут режимы булған карабиндар айырым атыу ҡоралы класына — автоматтарға бүленә.
Пулемёт
үҙгәртергәПулемёт — ерҙәге, һыуҙағы һәм һауа сәптәренә пулялар менән атыу өсөн тәғәйенләнгән ҙур булмаған автоматик ҡорал төркөмө. Пулемёт уты ғәҙәттә терәгес йәки станоктан алып барыла. Шулай уҡ пулемёттар йыш ҡына төрлө самолёттарҙа, бронемашиналарҙа, караптарҙа (кәмәләрҙә) һәм автомобилдәрҙә ҡорал итеп ҡуйыла. 1883 йылда америка уйлап табыусыһы Хайрем Максим (1840—1916) автоматик ҡоралдың беренсе өлгөһөн — Максим пулемётын эшләй[6]. Ул ҡоралдың быға тиклем ҡулланылмаған кире ҡайтарыу энергияһын ҡулланырға ҡарар итә. 1880 йылдар башында Хайрем Максим АҠШ хөкүмәтенә үҙенең пулемётын сафҡа индерергә тәҡдим итә. Әммә Америкала бер кем дә уйлап табыу менән ҡыҙыҡһынмай, шуға күрә Максим Бөйөк Британияға эмиграцияға китә, унда уның асышы башта хәрбиҙәр яғынан да әллә ни ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмай. Максимдың ҡорал компанияһы күп кенә дәүләттәрҙә үҙҙәренең эшен күрһәтеп, пулемёттар етештерә һәм рекламалай башлай. 45 калибрлы (11,43 мм) пулемёттың күргәҙмә өлгөһө Рәсәйгә 1887 йылда килтерелә, полигонда һынау үтә. 1888 йылдың 8 мартында унан император Александр III атып ҡарай. Хайрем Максим ҡоралының бик яҡшы һәм ышаныслы булыуына өлгәшә, ә 1899 йылдың аҙағында уның пулемёты бер ниндәй етди ҡыйынлыҡһыҙ 15 000 патрон ата ала.
Артиллерия
үҙгәртергәЯр буйы артиллерияһы
үҙгәртергәКарап артиллерияһы
үҙгәртергәКарап артиллерияһы — хәрби караптарҙа урынлаштырылған һәм яр буйында (ҡоро ерҙә), диңгеҙҙә (ер өҫтө) һәм һауа объекттарында ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән артиллерия ҡоралдары йыйылмаһы. Яр буйы артиллерияһы менән бер рәттән диңгеҙ артиллерияһы ла булып та хеҙмәт итә. Хәҙерге концепцияла карап артиллерияһы — артиллерия ҡоролмалары, ут менән идара итеү системалары һәм артиллерия боеприпастары комплексы. Диңгеҙ артиллерияһын ҡулланыу хәрәкәт итеүсе һәм бәүелеүсе платформаһынан башлана, ҡағиҙә булараҡ, хәрәкәт итеүсе сәптәргә атыу ойошторола. Диңгеҙ артиллерияһының был үҙенсәлектәре ҡатмарлы ут менән идара итеү ҡоролмаларын һәм пулемёт менән идара итеү механизмдарын булдырыуҙы талап итә. Диңгеҙ артиллерияһының уртаса ут арауығы ҡоро ер артиллерияһы алыҫлығынан артып китә, шуға күрә оҙонлоғо 30-ҙан ашыу калибрлы орудиелар ҡулланыла[7]. Ҡыҫҡа араға һәм уттың теүәллеге үҫеше арҡаһында ракеталар ҡулланыу мөмкин булмаған урындарҙа, мәҫәлән, диңгеҙ блокадаһының өҙөлөүенә, ярҙамсы судноларҙың емерелеүенә, яр буйын утҡа тотоуға юл ҡуймау, йәғни ярҙамсы бурыстарҙы хәл итеү өсөн карап артиллерияһы ҡоролмалары ҡулланыла.
Туптар
үҙгәртергәПушка — артиллерияның бер төрө; һүҙ «пущати» (йәғни «ырғытыу») ҡылымынан килеп сыҡҡан. Көбәкле артиллерияның башҡа төрҙәренән, мәҫәлән, гаубицанан йәки миномёттан, орудие көбәге (40—80 калибр), снарядтың башланғыс тиҙлеге һәм диапазоны менән айырыла, әммә максималь бейеклек мөйөшө бәләкәйерәк. Гаубица һәм пушка көбәге араһындағы шартлы сик уның 40 калибрлы оҙонлоғо һанала. Көбәгенең оҙонлоғо 40 калибрҙан кәмерәк булғанда, орудие пушка-гаубица (гаубица-пушка) тип классификациялана; ҙур булһа — пушка.
Авиация туптары
үҙгәртергәСамолёт орудиелары — автоматик пушкалар, ҡулайлаштырылған йәки махсус самолёттарҙа ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән пушкалар. Самолёт орудиеларының үҙенсәлекле һыҙаттары булып, уларҙың түбән ауырлығы, юғары ут тиҙлеге, компактлылығы һәм сағыштырмаса ҙур булмаған калибры (45 мм тиклем) тора.
Зенит туптары
үҙгәртергәЗенит пушкаһы(зенит орудиеһы, шулай уҡ жаргонда зенитка) — лафетта махсуслаштырылған артиллерия орудиеһы, замансараҡ версия булараҡ, берҙәм үҙйөрөшлө тәгәрмәсле йәки ҡарышлауыҡ сынйырлы шассиға ҡуйылған һәм бик ҙур бейеклек мөйөшө менән («зенитҡа ут асыу», тимәк, дошман авиацияһы менән көрәшеү өсөн тәғәйенләнгән «зенит орудиеһы» атамаһы. Беренсенән, снарядҡа юғары башланғыс тиҙлек һәм теүәллек хас, был йәһәттән зенит орудиелары йыш ҡына танкыға ҡаршы орудиелар сифатында ҡулланыла. Зенит орудиеларының бер өлөшө, сафтан сығарылғандан һуң, таулы ерҙәрҙә тыныс шарттарҙа ҡулланыу өсөн ҡар ишелмәләренә ҡаршы орудие итеп үҙгәртелә.
Танкыға ҡаршы туптар
үҙгәртергәТанк тубы
үҙгәртергәГаубицалар
үҙгәртергәМортиралар
үҙгәртергәМинометтар
үҙгәртергәГранатометтар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (4) #firearms - Twitter Search / Twitter
- ↑ (4) #GunOfTheDay - Twitter Search / Twitter
- ↑ #Guns | Truth Social
- ↑ ГОСТ 28653-90 Оружие стрелковое. Термины и определения 2017 йыл 11 сентябрь архивланған.
- ↑ ГОСТ 28653-90 «Оружие стрелковое. Термины и определения» 2017 йыл 11 сентябрь архивланған.
- ↑ До этого в 1862 году Ричард Гатлинг разработал первый пулемёт (пулемёт Гатлинга), но для его работы приходилось вручную вращать блок стволов, так что автоматическим в современном понимании он не был.
- ↑ Невский Н. А. Военно-морской флот. — М.: Военное издательство министерства обороны СССР, 1959. С. 134.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Огнестрельное оружие // Объекты военные — Радиокомпас / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1978. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 6).
- Федоров В. Г. Эволюция стрелкового оружия. Часть I. Развитие ручного огнестрельного оружия от заряжания с дула и кремневого замка до магазинных винтовок. — М.: Государственное военное издательство Наркомата обороны Союза ССР, 1938 (рус.)
- Федоров В. Г. Эволюция стрелкового оружия. Часть II. Развитие автоматического оружия. — М.: Государственное военное издательство Наркомата обороны Союза ССР, 1939 (рус.)
- Материальная часть стрелкового оружия. Под ред. А. А. Благонравова. — М.: Оборонгиз НКАП, 1945, 1946 (рус.)
- Жук А. Б. Энциклопедия стрелкового оружия. — М.: Воениздат, 1998.
- Chase, Kenneth. Firearms: A Global History to 1700. — Cambridge University Press, 2003. — ISBN 0521822742. (инг.)
- Crosby, Alfred W. Throwing Fire: Projectile Technology Through History. — Cambridge University Press, 2002. — ISBN 0521791588. (инг.)
- Needham, Joseph. Science & Civilisation in China. — Cambridge University Press, 1986. — Vol. 7 The Gunpowder Epic. — ISBN 0521303583. (инг.)
Һылтанмалар
үҙгәртергәАтыу ҡоралы Викимилектә | |
Атыу ҡоралы Викияңылыҡтарҙа |
- Онлайн энциклопедия огнестрельного оружия 2022 йыл 10 март архивланған. (рус.)
Был ҡоралдар тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |