Үҙәк договор ойошмаһы

1955–1979 йылдарҙа Яҡын һәм Урта Көнсығышта эш иткән хәрби-сәйәси берләшмә

СЕНТО (ингл. CENTO, CenTO, Cento) — Үҙәк договор ойошмаһы (ингл. The Central Treaty Organization, The Baghdad Pact, төр. Merkezi Antlaşma Teşkilatı, Bağdat Paktı, фарс. سازمان پیمان مرکزی, ғәр. حلف بغداد‎), Бағдад  пакты (Бағдад договоры) тип тә йөрөтөлә, Яҡын һәм Урта Көнсығышта  Бөйөк Британия, АҠШТөркиә инициативаһы менән төҙөлгән һәм  1955–1979 йылдарҙа йәшәгән хәрби-сәйәси төркөм. 

Үҙәк договор ойошмаһы
Байраҡ
Нигеҙләү датаһы 24 февраль 1955
Ҡыҫҡаса атамаһы CENTO, СЕНТО һәм SENTO
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Бағдад, Ираҡ
Анкара, Төркиә
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 16 март 1979
Урынлашыу картаһы
 Үҙәк договор ойошмаһы Викимилектә
СЕНТО флагы

Бағдад пактын төҙөү

үҙгәртергә

Икенсе донъя һуғышы  тамамланғас, АҠШ менән Бөйөк Британия Яҡын Көнсығыш Антантаһын тергеҙеү планы менән яна.  Был ойошма 1938—1948 йылдарҙа 1937 йылғы Саадабад пакты нигеҙендә эш иткән була һәм   Афғанстанды, Ираҡты, Иранды,  Төркиәне берләштерә. Әммә төрлө милләтле (төрөктәр, фарсылар, ғәрәптәр, пуштундар) илдәрҙән торғанға күрә ул ныҡлы булмай.  Шуға АҠШ Ираҡ менән башҡа ғәрәп илдәренән яңы Яҡын Көнсығыш берләшмәһе төҙөргә ҡарар итә. Ләкин Беренсе Ғәрәп-Израиль һуғышы ғәрәптәр менән америкалыларҙың араһын боҙа. Шул арҡала элекке берләшмәгә ингән Төркиә,  Ираҡ, Иран, Афғанстан илдәренән генә торған форматты ҡулланырға булалар, ҡайһы бер сәбәптәр буйынса  Афғанстан урынына яңыраҡ суверенитет алған Пакистанды индерәләр.   Бағдад пактына ҡул ҡуйғанға тиклем үк Төркиә менән Пакистан  1954 йылдың февралендә үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек тураһында договор  (пакт) төҙөй. СЕНТО  1955 йылдың 24 февралендә Бағдадта   Ираҡ менән Төркиә араһында хәрби пакт төҙөгән мәлдән эш итә башлай. Уға 4 апрелдә  Бөйөк Британия, 23 сентябрҙә  Пакистан, 3 ноябрҙә Иран ҡушыла. СЕНТО Көньяҡ-Көнбайыш Азия һәм  Һинд океаны төбәге өсөн хәрби блок  итеп күҙаллана, ул СЕАТО-ға (1956—1977 йылдар) — Көньяҡ-Көнсығыш  Азия һәм Тымыҡ океан төбәге хәрби блогына — оҡшатып төҙөлә. Әммә 1959 йылда Ираҡ берләшмәнән сыға, шулай итеп, СЕНТО   Ғәрәп донъяһы вәкилен юғалта.  Шул уҡ йылды АҠШ Иран, Пакистан һәм Төркиә менән тура йәки ситләтелгән  «коммунистик агрессияға» ҡаршы хеҙмәттәшлек тураһында ике яҡлы килешеүҙәргә ҡул ҡуя. Был килешеүҙәр  СЕНТО-ның советтарҙы яҡлаған, көнбайышҡа ҡаршы  булған һәм башҡа  «емерткес» көстәр менән көрәш эшмәкәрлегендә йүнәлеш биреүсе булып  тора.   СЕНТО-ла ҡатнашыусылар  хәрби-диңгеҙ, хәрби-һауа һәм ҡоро ер  манёврҙарын даими үткәрә.

СЕНТО-ның составы

үҙгәртергә
 
Сенто илдәре (картала Британия колониялары күрһәтелмәгән)

Рәсми рәүештә СЕНТО-ға инәләр:

  АҠШ, формаль яҡтан СЕНТО ағзаһы булмаһа ла,  1956—1957 йылдарҙан   уның төп комитеттарына инә. Бөйөк Британия һәм Төркиә (АҠШ менән берлектә) көнбайыштың төп хәрби-сәйәси блогы — НАТО-ның да ағзаһы булып тора.

СЕНТО-ның структураһы

үҙгәртергә

СЕНТО-ның төп органдары түбәндәгеләр була: Даими министрҙар советы (сессиялары йыл да үткәрелә), Секретариат (ойошманың  генераль секретары етәкселегендә) һәм  4 комитет  (хәрби,  «емерткес эшмәкәрлеккә» ҡаршы көрәш, иҡтисад һәм бәйләнештәр буйынса комитеттар); блокты хәрби планлаштырыу менән шөғөлләнгән Берләштерелгән штаб, ярҙамсы комитеттар һәм техник төркөмдәр. Штаб-фатиры  Анкарала  (Төркиә) була.

СЕНТО-ның генераль секретарҙары исемлеге:

Осор Исеме Гражданлығы 
1955-1958 Авни Халиди   Ираҡ Короллеге
1959-1961 Мирза О. А.  Бег   Пакистан Ислам Республикаһы
1962-1968 Ғәббәс-Али Халатбари   Иран  Шаһиншаһ Дәүләте
1968-1972 Рифат Торғот Менеменджиоғлы   Төрөк Республикаһы
1972-1975 Нассир Ассар   Иран Шаһиншаһ Дәүләте
1975-1977 Халук Умит Байүлкен   Төрөк Республикаһы
1977-1978 Сидар Хәсән Мәхмүт (ваҡытлыса)   Пакистан Ислам Республикаһы
1978-1979 Кәмран Гүрүн   Төрөк Республикаһы

Ойошма эшмәкәрлеге башы

үҙгәртергә

СЕНТО ойошторолғас та уның составына ҡағылышлы мәшәҡәттәр тыуа башлай. 1956-57 йылдарҙа Бөйөк Британия, Израиль һәм Франция  Суэц каналын национализациялаған өсөн Мысырға һөжүм итә.  Был  бәрелеш һөҙөмтәһендә ғәрәп илдәрендә милләтселек көсәйә.  1958 йылдың 14 июлендә Ираҡта монархияға ҡаршы инҡилап ҡубып, ил 1959 йылдың  24 мартында рәсми нигеҙҙә ойошманан сыға.  1962 йылда Төньяҡ Йәмәндә лә ошондай инҡилап була. Был ил  СЕНТО-ға инмәһә лә,   договор йоғонтоһо таралған территорияла урынлашҡан була. 1958 йылда британ протектораты аҫтындағы  Маскат Солтанлығы  үҙенең диңгеҙ аръяғындағы һуңғы биләмәһен — портлы ҡала Гвадарҙы Пакистанға тапшыра. Әммә  Маскаттың үҙендә, шулай уҡ формаль йәһәттән бойондороҡһоҙ тип һаналған Оман Имамлығында көсөргәнеш арта бара.   1959 йылда Маскат Солтанлығында Оман  сепаратистары әүҙемләшеп,  Оман Имамлығында милли-азатлыҡ көрәше көсәйгәс, британ ғәскәрҙәре маскат солтаны менән бергә Оман Имамлығының ҙур өлөшөн баҫып ала, был ваҡиға 1960-сы йылдарҙа бөтә халыҡ-ара йәмәғәтселектең етди ризаһыҙлығына осрай.   1963-67 йылдарҙа Көньяҡ Йәмәндә лә азатлыҡ хәрәкәте әүҙемләшә.

Блоктың тарҡалыуы

үҙгәртергә
 
Өс «F-4 Фантом II» истребителе СЕНТО илдәре күнекмәләре ваҡытында Шираздағы  авиабазала, Иран, 1977 йыл

Тиҙҙән Бөйөк Британия Урта һәм Яҡын Көнсығыштағы биләмәләрен юғалта башлай. Кипр (1960), Күвейт (1961), Мальдив  (1965), Көньяҡ Йәмән (1967), шулай уҡ Фарсы ҡултығының көньяғы һәм Көнсығыш Ғәрәбстан илдәре Оман, Катар, Бахрейн,  Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре (1971) бойондороҡһоҙлоҡ ала.  1971 йылда  Пакистандан Көнсығыш   Пакистан (Бангладеш) айырыла. Йәнә 1960-сы — 1970-се йылдар башында  СЕНТО илдәре араһында фекер айырымлыҡтары башлана. Ҡайһы берҙәре АҠШ һәм башҡа көнбайыш илдәре булышлыҡ иткән Израилде ғәйепләй (1967 йылғы Алты көнлөк һуғыш,  1973 йылғы Ҡиәмәт көнө һуғышы һәм башҡалар өсөн) һәм блокта иҡтисади хеҙмәттәшлекте әһәмиәтлерәк тип һанай.  1974 йылда Төркиә  Кипрҙы баҫып ала. Был ваҡиғаға  СЕНТО ағзаларының күбеһе кире мөнәсәбәт күрһәтә. Ислам инҡилабы һөҙөмтәһендә Иран  СЕНТО-нан сыға, 1979 йылдың мартында Пакистан ла ойошманы ташлай. Һөҙөмтәлә, блокта тик НАТО ағзаһы булған илдәр генә ҡала. Шул уҡ йылды Төркиә хөкүмәте   СЕНТО эшмәкәрлеген туҡтатырға тәҡдим итә, сөнки ойошманың бурыстары юҡҡа сыға. Формаль рәүештә СЕНТО   1979 йылдың авгусына тиклем эшләй.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Большая Советская энциклопедия.
  • Советский энциклопедический словарь.
  • A Bagdadi Paktum. In: Dokumentumok a Közel-Kelet XX. századi történetéhez. Szerk.: Lugosi Győző. Budapest, L’Harmattan, 2006. ISBN 9639683264. pp. 309–310.  (венг.)(венг.)
  • Klaus Brollinger: NATO, CENTO, SEATO, OAS : imperialistische Paktsysteme, Berlin 1964.  (нем.)(нем.)
  • Gazdik Gyula: A közel-keleti térség. In: 20. századi egyetemes történet. (II. kötet: Európán kívüli országok.) Szerk.: Németh István. Budapest, Osiris, 2006. ISBN 9633897602. pp. 272–294.  (венг.)(венг.)
  • Hadley, Guy. CENTO: The Forgotten Alliance ISIO Monographs, University of Sussex, UK (1971): 2. (на англ. яз.)
  • Lenczowski, George. American Presidents and the Middle East, 1990, p. 88.  (инг.)(инг.)
  • Martin, Kevin W. (2008). "Baghdad Pact". In Ruud van Dijk et al. Encyclopedia of the Cold War. New York: Routledge. pp. 57. ISBN 9780415975155.[1] "Thus, the Baghdad Pact is widely considered the least successful of the Cold War schemes engendered by the Anglo-American alliance".  (инг.)(инг.)
  • Dimitrakis, Panagiotis. "The Value to CENTO of UK Bases on Cyprus", Middle Eastern Studies, Volume 45, Issue 4, July 2009, pp 611–624.  (инг.)(инг.)
  • Michael Ploetz, Tim Szatkowski: Akten zur Auswärtigen Politik der Bundesrepublik Deutschland 1979 Bd. I: Januar bis 30. Juni 1979. R. Oldenburg Verlag München, 2010, S. 84.  (нем.)(нем.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

 дня))

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Ғәрәп Берләшмәһе
  • АНЗЮК
  • АНЗЮС (Тымыҡ океан хәүефһеҙлек пакты)
  • Яҡын Көнсығыш Антантаһы (Саадабад  пакты)
  • НАТО
  • Америка Дәүләттәре Берләшмәһе
  • СЕАТО (Манила пакты)
  • САТО («Көньяҡ Атлантик Договор Ойошмаһы»)