Мөғәлләмов Ғәли Мөғәллим улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Мөғәлләмов Ғәли Мөғәллим улы (1904 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сежанты, гвардия кесе ветеринария фельдшеры[1][2], «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены кавалеры.

Мөғәлләмов Ғәли Мөғәллим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 1904
Тыуған урыны Үрмәкәй, Сәйрән ауыл советы, Туймазы районы
Һөнәр төрө ветеринар
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Мөғәлләмов Ғәли Мөғәллим улы 1904 йылда Башҡорт АССР-ының Ҡандра районы Үрмәкәй ауылында тыуа[1]. 1941 йылдың 1 декабрендә Ҡыҙыл Армия сафына Туймазы районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында гвардия өлкән сержанты Мөғәлләмов Ғәли Мөғәллим улы 7 гвардия кавалерия корпусының 16 гвардия кавалерия дивизияһы 58 гвардия кавалерия полкында кесе ветеринария фельдшеры булып хеҙмәт итә[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Мөғәлләмов Ғәли Мөғәллим улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы[1][2] һәм «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены (1943)[2][3] менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә