Даоси́зм (ҡыт. ябайл. 道教, пиньин: dàojiào) — дао тураһында тәғлимәт йәки «нәмә юлдары», ҡытайҙың йола тәғлимәте, үҙ эсенә шулай уҡ дин элементтарын һәм фәлсәфәне лә ала[1][2].

Ул ҡәҙимгесә бер билдәле тәнҡит стиле менән айырылып тора (дао цзя), рухи практикаларҙың йыйылмаһы булараҡ ҡабул ителә. Тик был бүленеү шартлы. Дао цзя күбеһенсә, текстар менән бәйле. Авторлылҡтары Лао-цзы һәм Чжуан-цзы менән билдәләнә[3].

Ҡытай иероглифы Дао яҙылышы тәртибе.

Даосизмдың барлыҡҡа килеүе

үҙгәртергә

Даосизм ныҡлы дини ойошма булараҡ II быуатта ғына барлыҡҡа килгән. Әммә күп һанлы шаһитлектәр буйынса V быуаттарҙанIII быуаттарҙа уҡ тәғлимәте, йолалары булған. Улар урта быуаттарҙа бик әүҙем ҡулланылған.

Төп сығанағтары булып мистик һәм шамандар культы менән батшалыҡ иткән Чуға һәм Ҡытайҙың көньяғында урынлашҡан ҡырағай дәүләттәрҙең культына бәйле. Шулай уҡ Ҡытайҙың төньяғында үҫешкән Ци батшалығының үлемһеҙлек тәғлимәте һәм магик практикалары булып тора.

Даосизмға ҡағылышлы фәлсәфәүи яҙмалар беҙҙең эраға тиклем бишенсе быуатта Көрәшкән Батшалар осоронан, Конфуций тәғлимәте менән бер үк ваҡытта тиерлек башлана. Традиция легендар Һары Император Хуандиҙы даосизмға нигеҙ һалыусы тип һанай. Даосизмға бер ни тиклем ысын нигеҙ һалыусыһы тип боронғо ҡытай аҡыл эйәһе Лао-цзы һанала. Даос традицияһы уны даосизмдың төп китаптарының береһе — «Дао Дэ Цзин» авторы тип бәйән итә. Был трактат даосизм тәғлимәте формалашыуының йәҙрәһе була. Иртә даоизмдың тағы бер билдәле тексы — Чжуан Чжоу (Чжуан-цзы исеме менән билдәле, уның ижады уның исеме менән аталған) яҙған Чжуан-цзы (беҙҙең эраға тиклем 369—286 йылдар).

Беҙҙең эраның II быуат башында Лао-цзы һыны илаһилаштырыла, тәңреләрҙен һәм ендәрҙең ҡатмарлы иерархияһы төҙөлә, яуыз рухтарҙы «юҡ иткән» йолалар һәм күрәҙәселек үҙәк урынды биләгән культ барлыҡҡа килгән. Даосизм пантеонын Йәшмә хаким (Шан-ди) етәкселек итә, ул күк аллаһы, юғары илаһ һәм императорҙарҙың атаһы («күк улдарының») булараҡ хөрмәт ителә; уның артынан Лао-Цзы һәм донъяны барлыҡҡа килтереүсе Пан-гу килә.

Беренсе даосизм мәктәптәре

үҙгәртергә

Динле даоизм һуңғы Хань династияһы хакимлығы осоронда барлыҡҡа килә: Чжан Даолинг (34 — 156) Сычуань губернаһында Биш Сүмес Дөгө мәктәбенә (һуңыраҡ — Күк Остаздары 天师) мәктәбенә нигеҙ һалған һәм уның беренсе патриархы булған. Икенсе быуаттың икенсе яртыһында «Һары Таҫмалар» ихтилалы даосизмдың популярлығының шарттары булып тора: Өсөнсө Күк остазы Чжан Лу Сычуань провинцияһы тауҙарына терәлеп торған Ханчжун (Шэньси провинцияһы) территорияһын үҙ контроле аҫтына ала, һуңынан беренсе даосизм теократик дәүләткә әйләнә. Даосизм дәүләте 215 йылда Цао Цаонан еңелә һәм юҡҡа сыға, әммә Цао остазға привилегиялар бирә һәм һарайға йәлеп ителә, шуға ла мәктәптәр киң территорияла, шул иҫәптән Ҡытайҙың төньяғында ла тарала. Алты династия дәүерендә мәктәп Күк Остаздары мәктәбе булараҡ билдәлелек ала.

 
Патриарх Чжан Даолин

Һуңыраҡ башҡа даосизм мәктәптәре барлыҡҡа килә. Даосизм үҫешендә Маошань (Шанцин) һәм Линбао мәктәптәре мөһим роль уйнай.

Әҙәбиәттә (шул иҫәптән ҡытай телендәге лә) йыш ҡына һинд фәлсәфәһенән даосизм положениеларын үҙләштереү мөмкинлеге тураһында, йәки киреһенсә, даосизмды Һиндостанға килтереп, унда буддизмға нигеҙ һалыу мөмкинлеге тураһында һүҙ бара. Шулай уҡ һинд йөҙһөҙ Абсолют концепцияһының ҡытай фәлсәфәһе менән оҡшашлығын күрһәтәләр. Төрлө даосизм мәктәптәрендә бындай һорау күп тапҡырҙар күтәрелә. Әммә ентекле тикшереү туранан-тура күсереп алыу гипотезаһын кире ҡаға.

Ҡанундың барлыҡҡа килеүе

үҙгәртергә

Беҙҙең эраның V быуатына даосизм ҡануны Дао цзан (Дао ҡаҙнаһы) барлыҡҡа килә, буддизм ҡануны өлгөһөндә 250-нән ашыу даосизм текстарын үҙ эсенә ала. Ниһайәт, Дао цзан 1607 йылда формалашаша, уға 56 әҫәрҙән торған һуңғы төркөм өҫтәлә. Хәҙерге формаһында Дао цзан 1488 әҫәрҙән торған йыйынтыҡ.

Даосизмдың Цин дәүерендә бөлгөнлөккә төшөүе

үҙгәртергә

Билдәле булыуынса, Канси императоры (1654—1722) һәр төрлө ғөрөф-ғәҙәттәргә һәм мистик ғәмәлдәргә шикләнеп ҡараған. Был һис тә ғәжәп түгел, сөнки ул маньчжур булған һәм ҡытай фәлсәфәһенә битараф ҡараған. Ҡытайҙың көньяғына сәфәрҙәрҙең береһендә урында йәшәүсе ир уға алхимия аша үлемһеҙлеккә өлгәшеү тураһында трактат бүләк итә. Канси яуап итеп китапты уның үҙенә кире ташларға бойора. Император фавориттары араһында хатта юғары дәрәжәле даоссылар ҙа булмай[4].

Даосизм хәҙерге заманда

үҙгәртергә
 
Даосизм ғибәҙәтханаһы Чан Чунь (Мәңге Яҙ), Ухань

Циндар ваҡытында даосыларҙы тағы ла ҡытай ҡәтғи классиканы нәҙер иткән кешеләр традицион ҡиммәттәрҙе боҙоуҙа ғәйепләй, һөҙөмтәлә илде «варварҙар» баҫып алған тиҙәр. Был ғалимдар даосизмды һәм буддизмды алып ташларға әйҙәйҙәр. Тайпин ихтилалы (1850) ваҡытында даосизм монастырҙары талауға дусар була, баш күтәреүселәрҙең етәкселәре быны «ырымдар менән көрәшеү» кәрәклеге менән аңлата. Даосизм әҙәбиәте китапхана коллекцияларынан шул тиклем ашҡынып сығарыла, XX быуат башына Дао цзан бер күсермәлә генә тиерлек ҡала.

1970-се йылдарға мәҙәни мираҫҡа ҡағылышлы сикләүҙәр туҡтап ҡала, әммә даосизм һәм даос фәлсәфәһенең сағыштырмаса реабилитацияһы (конфуцианлыҡ һәм буддизм менән бер рәттән) Дэн Сяопиндың реформа барышын рәсми рәүештә иғлан итеүенән башлана (1978). Тайваньда даосизм беҙҙең көндәргә тиклем үҙенең йоғонтоһон һәм традицион институттарын һаҡлап ҡалған. Ҡытайҙа хәҙерге ваҡытта иң билдәле даоизм үҙәге булып Пекиндағы Байюньсы монастыры тора.

Даосизмда билдәле шәхестәр

үҙгәртергә
  • Хуан-Ди — Ҡытайҙың легендар хакимы һәм мифик персонаж, даосизмға нигеҙ һалыусы тип һанала
  • Лао-цзы — б.э.т. VI—V быуаттағы боронғо тибет фәйләсуфв, даосизмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
  • Чжан Даолин — Хань дәүерендә беренсе тотороҡло даосизм ойошмаһына нигеҙ һалыусы (Биш Сүмес Дөгө).
  • Гэ Сюань — легендар даос, яҙмалары Лингбао традицияһына нигеҙләнгән.
  • Гэ Хун — ҡытай даосизм ғалимы һәм алхимиғы, Гэ Сюаньдың туғанының ейәне, ул Баопу-цзы тышҡы алхимия буйынса энциклопедик әҫәрен яҙа.
  • Гэ Чаофу Ге Хонгтың туғанының ейәне, Лингбао мәктәбенә нигеҙ һалыусы.
  • Коу Цяньчжи — Күк Остаздары мәктәбенең реформаторы, тәүге тапҡыр даосизмды дәүләт дине тип иғлан итеүгә өлгәшә.
  • Ян Си — даос, Шанцин мәктәбенә нигеҙ һалыусы
  • Тао Хунцин — Шанцин мәктәбен нығытҡан даосизм энциклопедист
  • Люй Дунбинь — легендар патриарх, Һигеҙ Үлемһеҙҙәргә инә.
  • Чэнь Туань — Уданшань тауынан билдәле даос, Ҡытайҙа йәмғиәт фекеренә йоғонто яһай.
  • Ван Чунъян — Цюаньчжэнь мәктәбенә нигеҙ һалыусы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Даосизм// Большой толковый словарь по культурологии. Кононенко Б. И.. 2003.
  2. Даосизм// Большой Энциклопедический словарь. 2000
  3. «Даосизм» // Новая философская энциклопедия, 2003 г.
  4. Jonathan D. Spence, Emperor of China ISBN 0-394-71411-3, p.101-102

Һылтанмалар

үҙгәртергә