Цин империяһы

манжурҙар тарафынан төҙөлгән һәм улар идара иткән күп милләтле империя
(Цин битенән йүнәлтелде)
Ҡытай империяһы бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Ҡытай империяһы (мәғәнәләр).

Бөйөк Цин дәүләте ( дайциң гүрүн ҡыт. ғәҙәти 大清國, , палл.: Да Цин го) — манжурҙар тарафынан төҙөлгән һәм улар идара иткән күп милләтле империя. Традицион ҡытай историографияһы буйынса — Ҡытайҙағы һуңғы монархия династияһы. 1616 йылда Манжурия (Төньяҡ-Көнсығыш Ҡытай) территорияһында Айсин Гёро манжур кланы менән төҙөлә. 30 йылдан кәм ваҡыт эсендә уның власы аҫтында бөтә Ҡытай, Монголияның өлөшө һәм Урта Азияның бер өлөшө.

Бөйөк Цин дәүләте
ҡыт. ғәҙәти 大清國,
Флаг
Флаг
Гимн:
«Алтын кубок»

Цин имерияһы 1890—1912 йылдарҙа
Цин имерияһы 1890—1912 йылдарҙа

 
 
 
 
 
1636 — 1912
Баш ҡала

Мукден (1636—1644)
Пекин (1644—1912)

Телдәр

манжур, монгол, ҡытай, тибет

Дин

Конфуцианлыҡ, Даосизм, Буддизм

Аҡса берәмеге

Көмөш лян (1636—1835)
Ҡытай юаны (1835—1912)

Майҙаны

14,7 млн. км² (1790 йыл)

Халҡы

383 100 000

Идара итеү формаһы

Абсолют монархия

Династия

Айсин Гёро

 Цин империяһы Викимилектә
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Тарихҡа тиклемге Ҡытай
Өс хаким һәм биш император
Ся династияһы
Шан династияһы
Чжоу
Көнсығыш Чжоу Яҙҙар һәм Көҙҙәр
Һуғышыусы батшалыҡтар
Цинь династияһы
Чу династияһы — болалы ваҡыт
Хань Көнбайыш Хань
Синь: Ван Ман
Көнсығыш Хань
Өс батшалыҡ дәүере: Вэй, Шу, У
Көнбайыш Цзинь
Ун алты вәхши дәүләт Көнсығыш Цзинь
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар
Суй династияһы
Тан династияһы
Сун
Төньяҡ Сун
Көнбайыш Ся
Көньяҡ Сун

Башта династия «Цзинь» (金 — алтын), традицион ҡытай историографияһында «Хоу Цзинь» (後金 — Һуңғы Цзинь) — чжурчжэндарҙың[1] элекке дәүләте — Цзинь империяһы атамаһына ярашлы алынған. 1636 йылда илдең атамаһы «Цин» (清 — «таҙа») тип үҙгәртелә. XVIII быуаттың беренсе яртыһында Цин хөкүмәтенә ил менән эффектив идара итергә килеп сыға, бының һөҙөмтәләрәнең береһе булып был быуатта Ҡытай халҡы һанының иң тиҙ артыуы күҙәтелеүе булып тора. Хөкүмәт илде «ябыу» сәйәсәтен (Хайцзинь) алып барғандар, был XIX быуатта Беренсе опиум һуғышына килтерә һәм Ҡытай Көнбайыш илдәре менән көсләп «асыла».

1911 йылда башланған Синьхай инҡилабы эҙемтәләре арҡаһында Цин империяһы емерелә, уның урынына хань халҡының милли дәүләте — Ҡытай Республикаһы ойошторола. 1912 йылдың 12 февралендә кесе йәштәге һуңғы император Пу И исеменән әсәһе — тол императрица Лунъюй тәхеттән баш тарта.

 
Цин империяһы, 1844 йылда.

Манжур дәүләтенең барлыҡҡа килеүе

үҙгәртергә

XVII быуат башында Манжурияла йәшәгән чжурчжэндарҙың юлбашсыһы Нурхаци (1559—1626) үҙ башланғысы менән бер нисә ҡәбиләләрҙе берләштереп кенә ҡалмай, ә яңы сәйәси ошошмаға ла нигеҙ һалыуға ирешә. Боронғо Цзинь чжурчжэн династияһы (1115—1234) менән туғандашлыҡҡа дәғүә итеп, үҙенең нәҫелен «Алтын нәҫел» (Айсин Гёро) тип иғлан итә. Нурхаци нәҫеленә Ҡытайҙың төньяҡ сигенең аръяғында урынлашҡан Манчжоу биләмәһе булған.

Ике тиҫтә йылдар араһында манжурҙар күршеләренә 20-гә яҡын хәрби экспедицияларын ойоштора. 1589 йылда Нурхаци үҙен ван (бөйөк кенәз), ә 1596 йылда — Цзяньчжоу дәүләте ваны тип иғлан итә. 1606 йылда союздаштары — көнсығыш монгол кенәздәре уға Кундулэн-хан титулын бирәләр. 1616 йылда Нурхаци чжурчжэн дәүләте Цзиньдың тергеҙелеүе хаҡында иғлан итә. 1629 йылда Нурхациның вариҫы һәм улы Абахай союздаштары менән Бөйөк Ҡытай диуары аша үтеп инеп Пекин ҡалаһы янына килеп етә. Ҡаланан манжурҙар бай табыш алып ҡайталар. 1636 йылда Абахай династияға «Цин» исемен бирә, ә үҙенең подданныйҙарын чжуржэндар түгел, ә манжурҙар тип атарға ҡуша. Цин империяһына Ҡытайҙың бер өлөшө һәм Көньяҡ Монголияның өлөшө инә. 1637 йылда манжурҙар Кореяға үтеп инәләр һәм Корея короле үҙен циндарҙың вассалы тип танырға мәжбүр була.

Манжурҙарҙың Ҡытайҙы яулап алыуы

үҙгәртергә

Ҡытай манжурҙар менән һуғышҡан осорҙа илдә крәҫтиән ихтилалдары тоҡана. Баш күтәреүселәр Пекинды баҫып ала. 1644 йылда Пекинға манжур армияһы бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ баҫып ингәнә. Төбәктәрҙәге кенәздәр бер нисә йыл дауамында яңы хакимдарға ҡаршылыҡ күрһәтә.

Элекке баҫҡынсыларҙан айырмалы рәүештә манжурҙар ерле халыҡ араһында юғалып ҡалмай, ә үҙҙәренең өҫтөнлөгөн һәм хоҡуҡтарын тәьмин итә. Ҡатнаш никахтар тыйыла, манжурҙарҙың береһе лә ҡатынлыҡҡа йәки һәрәмгә ҡытай ҡатын-ҡыҙын ала алмай. Манжурҙарҙың кейеме лә ҡытайҙарҙыҡынан айырылып тора.

Дәүләт ҡоролошо

үҙгәртергә

XVII—XVIII быуаттарҙа идара итеү ҡоролошо буйынса Цин империяһы абсолютр монархия була. Дәүләт башында император — богдыхан тора. Ул бөтә Ғәләм менән хөкөм итеүсе Күктең Улы тип иҫәпләнә. Богдыхан изге йән тип иҫәпләнә: император Пекин ситендәге йәйге һарайына күскән саҡта, император үткән урамға ҡараған бөтә тәҙрәләр, ишектәр ныҡ итеп томаланыр була. Баш ҡала халҡы «алла йөҙөн» күрергә тейеш булмай. Императорҙың ысын исемен дә әйтеү тыйыла. Халыҡ үҙенең хакимын тәхеткә ултырғанда һайлаған идара итеү акты буйынса ғына белә. Богдыхан һары кейемдә йөрөй, был төҫ ҡояшты аңлата, һәм император һәм уның туғандарынан башҡа берәү ҙә кейемендә хатта бер бөртөктә һары еп йөрөтөргә баҙнатсылыҡ итмәй. Император, туған-тумасалары һәм үҙ даирәһе — вариҫтар, шаһзадалар, кенәздәр менән уратып алынып, Пекиндағы Тыйылған ҡалала бөтөнләй сыҡмайынса тип әйтерлек йәшәй.

 
1898 йылғы Ҡытайҙы бәлеш итеп һүрәтләндергән билдәле француз карикатураһы. Бәлеште Бөйөк Британия королеваһы Виктория, Германия императоры Вильгельм II, Рәсәй империяһы батшаһы Николай II һәм Япония императоры Мэйдзи, һәм тағы ла Францияны кәүҙәләндергән Марианна бүләләр. Артҡы планда Ҡытай мандарины быны туҡтатырға теләй, әммә көстәр тигеҙ түгел.


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Манжурҙар үҙҙәрен шуларҙан килеп сыҡҡандар тип иҫәпләйҙәр
  • Бичурин Н. Я. Статистическое описание Китайской империи. М., 2002. (1-е изд. 1842).
  • Бичурин Н. Я. Китай в гражданском и нравственном состоянии. М., 2002. (1-е изд. 1848).
  • Дмитриев С. В., Кузьмин С. Л. Что такое Китай? Срединное государство в историческом мифе и реальной политике // Восток (Oriens), № 3, 2012, с. 5-19.
  • Дмитриев С. В., Кузьмин С. Л. Империя Цин как Китай: анатомия исторического мифа // Восток (Oriens), № 1, 2014, с. 5-17.
  • Мясников В. С. Империя Цин и Русское государство в XVII в. — М.: Наука, 1980. — 312 с.
  • Непомнин О. Е. История Китая: Эпоха Цин. XVII — начало XX века. М.: Восточная литература, 2005. ISBN 5-02-018400-4.
  • Пан Т. А. Маньчжурские письменные памятники по истории и культуре империи Цин XVII—XVIII вв. СПБ., 2006.-228 с. ISBN 5-85803-309-1
  • Cotterell, Arthur. The Imperial Capitals of China — An Inside View of the Celestial Empire. — London: Pimlico, 2007. — ISBN ISBN 9781845950095.
  • Elliot, Mark C. The Manchu Way: The Eight Banners and Ethnic Identity in Late Imperial China. Stanford: Stanford University Press, 2001.
  • Paludan, Ann. Chronicle of the China Emperors. — London: Thames & Hudson, 1998. — ISBN ISBN 0-500-05090-2.
  • Spence, Jonathan. The Search for Modern China. New York: W W Norton & Company, 1990.
  • Spence, Jonathan. God’s Chinese Son: The Taiping Heavenly Kingdom of Hong Xiuquan. New York: W W Norton & Company, 1997.
  • Struve Lynn A. Voices from the Ming-Qing Cataclysm: China in Tigers' Jaws. — Yale: Yale University Press, 1968. — ISBN ISBN 0300075537, 9780300075533.