Ырғыҙлы
Ырғыҙлы (рус. Иргизлы) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. Ырғыҙлы ауыл советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 366 кеше[2]. Почта индексы — 453585, ОКАТО коды — 80219816001.
Ауыл | |
Иргизлы башҡ. Ырғыҙлы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Вознесенка баҡыр иретеү заводы |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34755 |
Почта индексы |
453585 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 50 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 195 км[3].
Ырғыҙлы ауылы Ағиҙел юлағынан (XX быуат башында Ағиҙел, ауылдың ситенә тиклем килеп етеп, элмәк булып бөгөлөп аҡҡан була, һуңғараҡ йырҙа яһалма рәүештә төҙәйтелә — элекке бөгөлдән йылғаның ике иҫке үҙәне тороп ҡала, һәм шуның береһе һыу юлы, йырҙа, менән тоташа) көньяҡҡа табан 1,5 километрҙа, Ырғыҙлы йылғаһы буйында, район үҙәге Иҫке Собханғол ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 50 километр һәм Белорет тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 195 километр алыҫлыҡта, «Башҡортостан» милли паркы территорияһында урынлашҡан[4].
Ауылдың тарихы
үҙгәртергә1773 йылдың октябрендә торамаға атаман Хлопуша етәкселегендә Пугачёв ғәскәренең алдынғы отряды килә. Уларҙы ҡыҙыҡһындырғаны — ошо ауылда 1756 йылда граф Карл фон Сиверсон төҙөткән ете мейесле баҡыр иретеү заводы була. Хлопуша отрядының бер өлөшө заводты пушкаларҙан утҡа тотһа, икенсе яртыһы заводтың гарнизонын ҡамауға ала. Тиҙҙән бында «батша», йәғни 1,5 меңлек ғәскәре менән Пугачёв үҙе килеп етә. Вознесенка заводында Пугачёв ғәскәре 1774 йылдың апреленә тиклем тора, һуңынан улар тарафынан завод яндырыла. Үҙ ирке менән уларға ҡушылыусылар иҫәбенә ғәскәрен тулыландырған Пугачёв Ағиҙел йылғаһының үр яғындараҡ урынлашҡан Әүжән-Петровск заводына юллана. Ғәскәр торған тауҙы, улар киткәс, башҡорттар «Бүгәс тауы» тип атай.
Бында рус халҡы йәшәгән берҙән-бер завод барлыҡҡа килгән. Был Вознесенка (Ырғыҙлы) баҡыр иретеү заводы 1756 йылда эшләй башлай, ул К. Э. фон Сивере тарафынан Ағиҙел йылғаһының ҡушылдығы Ырғыҙлы йылғаһы буйында төҙөлә. Унда 7 баҡыр иретеү мейесе, 3 күрек һәм 1 һуғыу сүкеше була. Завод өсөн ерҙе хужаһы Бөрйән һәм башҡа улустар башҡорттарынан һатып алған. Уға 450 шахта беркетелә. Заводта 150 йорттан торған завод хеҙмәтсәндәре һәм эшселәре була. Заводҡа Ҡазан өйәҙе Нуғай һәм Зөрәй даруғаларының 1000 дәүләт крәҫтиәне беркетелә. Заводта сменалап эшләйҙәр, унда 330 кешенән торған партиялар менән йөрөйҙәр. Крәҫтиәндәрҙең оҙайлы сәйәхәте һәм аяуһыҙ эксплуатациялауы крәҫтиәндәр араһында сыуалыштарға килтерә. Башҡорттар, килешеп, күмер яндырған, завод өсөн мәғдән ташыған. 1765 йылда фабрика ҡаҙнаға һатып алына. Йылына 5000 ботҡа тиклем баҡыр иретелә. Биш йылдан һуң заводҡа академик Иван Лепехин килә. Пугачевтың баш күтәреүселәр армияһына завод крәҫтиәндәре әүҙем ҡушыла. Башҡорт Солтанғол Тимеркәев хәбәр итеүенсә, Пугачёв «хәҙерге ваҡытта (1774 йылдың апрель башы) Әүжән туптар һәм боньба заводында дары эшләй». Уның булыуы тураһында күп дәлилдәр бар: 4 апрелдә ул (Вознесенка заводы) үҙенең партияһы менән төрлө дәрәжәле мең ярым кешене тәшкил итә»; 19 апрелдә Г. M. Голицын 3-се Хәрби коллегия президентына хат яҙа. Г. Чернышевҡа: «Ташлы ауылынан Пугачёв, үтә алмаҫлыҡ ауыр юлдар менән ҡасып, Вознесенка һәм Әүжән-Петровск заводтарына барып етте» һәм башҡалар. Һаҡмар ҡаласығы янында еңелгәндән һуң, Пугачев үҙ көстәренең ҡалдыҡтары менән Ташлы ауылындағы Ыҡ йылғаһына сигенә, һәм унан Вознесенска заводына йүнәлә, шунда уҡ яңы ғәскәр ойоштороуға тотона[5].
Төрөкмән Йәнсәйетов, Таулыҡай Сураҡов отрядтары составында башҡорттар һәм урыҫтар 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша, 1812 йылғы Ватан һуғышында халыҡ ополчениеһы һәм башҡорт полктары составына инә[6].
Ырғыҙлы ауылы XX быуат башында элекке Вознесенка заводы янындағы торама урынында утар булараҡ барлыҡҡа килә. Вознесенка (Ырғыҙлы) заводы биләмәһе рус халҡы йәшәгән утрау булып торған. 1920 йылда Ырғыҙлы утарында 85 урыҫ кешеһе йәшәгән 14 ихата була. Бөгөн ауылда башҡорттар ҙа, урыҫтар ҙа йәшәй.
1930-сы йылдарҙан башлап хәҙерге статусына эйә.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[7] | 2009[7] | 2010[1] |
403 | ↘387 | ↘366 |
- Милли составы
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, башҡорттар (65 %), рустар (30 %) тәшкил итә[8].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1920 йыл 26 август | 85 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 545 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 742 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 366 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 403 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 366 | 182 | 184 | 49,7 | 50,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ырғыҙлы ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто бар[9].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Исҡужин Рәмил Кәбир улы (5.03.1958), ғалим-хоҡуҡ белгесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2007—2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты. Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы (24.03.1974), дәүләт эшмәкәре, музыкант-пианист. 2012 йылдың ноябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (2002) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2005).
- Михаил Николаевич Косарев (8 август 1957 йыл) — «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған экологы (2018), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты
Урамдары
үҙгәртергә- Бәләкәй урам (рус. Белекейка (улица)
- Василий Рылов урамы (рус. Василия Рылова (улица)
- Ҡурсаулыҡ урамы (рус. Заповедная (улица)
- Кинйә Арыҫланов урамы (рус. Кинзи Арсланова (улица)
- Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица)
- Пугачёв урамы (рус. Пугачёва (улица)
- Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица)
- Иҫке завод урамы (рус. Старозаводская (улица)
- Яков Горшенин урамы (рус. Якова Горшенина (улица)[10]
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Иҫтәлекле урындары
- Ырғыҙлы ауылында ЮНЕСКО тарафынан донъя халыҡтарының мәҙәни мираҫы тип танылған Шүлгәнташ мәмерйәһен үҙ эсенә алған «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының үҙәк усадьбаһы урынлашҡан.
- Ҡара кеше тауы. Ауылдың көньяҡ-көнбайышындағы «Ҡара кеше» тип аталған тауҙың атамаһы ла 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаһы менән бәйле. Пугачёв ғәскәре Вознесенка заводына көнсығыштан килеп ингән була. Ә уларға ҡаршы ебәрелгән батша ғәскәренең каратель отряды ауылға көньяҡ-көнбайыштан яҡынлай һәм шул яҡтағы тау түбәһендә туҡтала, сөнки был бейеклектән завод тотошлайы менән күренеп тора. Карателдәр ҡара мундирҙа булғанлыҡтан, алыҫтан бөтә тау башы ҡап-ҡара булып күренә. Шунлыҡтан был тауҙы урындағы башҡорттар «Ҡара кеше тауы» тип атаған. Пугачёвсылар һан буйынса өҫтөнлөк иткәнгә күрә, карателдәр (ҡырғындар) уларға туранан-тура һөжүмгә күсергә батырсылыҡ итмәй. Шулай ҙа был урында пушканан атылған йәҙрә ярсыҡтары, мушкет штыктары һәм пугачёвсыылар яғынан атылған уҡтар, уҡ остары, йылдар үтһә лә, табыла тора.
Эҙләнеү эштәре
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ырғыҙлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 46, 49-50 б.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Ырғыҙлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Вознесенский (Иргизлинский)
- ↑ Вознесенский (Иргизлинский)
- ↑ 7,0 7,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Ырғыҙлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Улицы
- ↑ Ырғыҙлы ауылының ер-һыу атамалары
- ↑ Ырғыҙлы ауылы ер-һыу атамалары
- ↑ Топонимы деревни Иргизлы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Ырғыҙлы Викидәреслектә | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Ырғыҙлы Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |