Ҡарткиҫәк мәктәбен тамамлаған һәм башҡа мәктәптәрҙә уҡытҡан уҡытыусылар
Ҡарткиҫәк мәктәбен тамамлаған һәм башҡа мәктәптәрҙә уҡытҡан уҡытыусылар
үҙгәртергәБашҡортостандың Асҡын районы Ҡарткиҫәк мәктәбен тамамлаған һәм башҡа мәктәптәрҙә эшләгән директорҙар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр исемлеге.
- Батырова Рәбиға Әхмэтзыя ҡыҙы (04.12.2961) — башланғыс класс уҡытыусыһы. Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Мәсәғүт педагогия училищеһын (1980) тамамлаған. 1980—1984 йылдарҙа Асҡын районы Кучан башланғыс мәктәбе мөдире, 1988—2002 йылдарҙа Мәскәү өлкәһе Раменски районы Заворово ауылында тәрбиәсе булып эшләгән. Әлеге ваҡытта Мәскәү ҡалаһы Садовники Нагатино Дәүләт бюджет учреждениеһы Социаль йорто социаль хеҙмәткәре.
- Вәлинурова Шәмсикамал Васби ҡыҙы (01.12.1954 — 27.12. 2019) — башланғыс кластар уҡытыусыһы. Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Хезмәт ветераны(2009). Бәләбәй педагогия училищеһын (1974) тамамлаған.1974 — 2010 йылдарҙа Ҡыйғаҙы урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән. Заманса уҡытыу алымдары ҡулланып, балаларҙа уҡыуға ихтирам уятҡан, алдынғы уҡытыу алымдары менән район семинарҙарында асыҡ дәрестәрҙә уртаҡлашҡан. Күп йылдар студенттар уҡытыусыла педагогик практика үтеп, оҫталыҡтарын ҡамилләштергән. Уҡыусыларҙы төрлө күләмдәге олимпиадаларға, конкурстарға әҙерләп, призлы урындар алған. Башҡортостан Мәғариф министрлығының, Маҡтау ҡағыҙы, күп һанлы район мәғариф булеге Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
- Ғиззәтуллина Уралиә Мәзит ҡыҙы (26.07.1985). Ҡаҙағстан Республикаһы Целиноград ҡалаһында тыуған. Ҡарткиҫәк урта мәктәбен (2001), 1-се һанлы Өфө педагогия колледжын башланғыс класс, рәсем, хеҙмәт уҡытыусыһы белгеслеге буйынса (2006), М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын (2013) тамамлаған. Бөрө районының Осиновка ауылы Советтар Союзы Геройы Г. С. Овчинников исемендәге урыҫ милли урта дөйөм белем биреү мәктәбендә (2006—2011) башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, (2009—2011) туған телдәр буйынса директор урынбаҫары, (2011—2022) Бөрө ҡалаһының 8-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән.
- Гәрәев Равил Хәлфәт улы (01.07. 1968) — физика һэм математика уҡытыусыһы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. Башкортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы (2014).Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Ҡарткиҫәк урта мәктәбен (1985), Башҡорт дәүләт педагогия институты (хәҙерге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университеты)ның физика һәм математика факультетын (1992) тамамлаған. 1992 йылдан Ҡуяштыр мәктәбендә уҡытыусы, директор урынбаҫары булып эшләй башлай. 1995—1999 йылдарҙа Ҡуяштыр ауыл хакимиәте башлығы, 2012—2021 йылдарҙа 1 — се Асҡын мәктәбенең Ҡуяштыр филиалында етәксе,2021 йылдан 1- се Асҡын мәктәбендә технология уҡытыусыһы булып эшләй. һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһын башҡара. РФ ҮҘӘК ҺАЙЛАУ КОМИССИЯҺЫ Рәхмәт хаты (2018) менән бүләкләнгән.
- Дәүләтова (Нәбиуллина) Әлиә Әхәт ҡыҙы (05.06.1986) — Ҡарткиҫәк урта мәктәбен (2001) , 1 — се Өфө педагогия колледжын башланғыс класс, рәсем, хеҙмәт уҡытыусыһы белгеслеге буйынса (2006) , Бөрө дәүләт социаль — педагогия академияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы белгеслеге буйынса (2010) тамамлаған. Асҡын районы Солтанай мәктәбендә (2006 — 2017) башланғыс кластар укытыусыһы булып эшләгән. 2017 йылдан Янаулда стажировка үтеп, Күп функциялы үҙәктә (МФЦ) әйҙәүсе белгес булып эшләй.
- Зарифуллина Алһыу Нәфҡәт ҡыҙы (10.08.1983) — Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Нефтекама педагогик колледжын(2002) тамамлаған. Нефтекама ҡалаһының 5-се мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлап ебәрә, ситтән тороп М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. 2010 йылдан алып баш ҡаланың 159-сы белем биреү үҙәгендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 2014 йылда «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашып, Өфө ҡалаһы Октябрь районының уҡытыусылары араһында 1-се урынды яулай. Ҡала этабында ла «Баш ҡаланың 5 иң яҡшы уҡытыусыһы» исемлегенә инеп, республика кимәлендә үткәрелгән «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә Өфө ҡалаһы исеменән сығыш яһай. Номинацияға лайыҡ була. Алһыу Нәфҡәт ҡыҙының уҡытҡан уҡыусылары ла район, ҡала, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, йыш призлы урындар яулайҙар.
- Мөхәмәҙуллина Лиана Рафаил ҡыҙы (10.08.1979). Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. 1-се һанлы Өфө педагогия колледжын (1999) тамамлаған. Ключи урта мәктәбендә (2000 — 2004) башҡорт теле hэм әҙәбиәте уҡытыусыhы булып эшләгән. 2004 йылдан Свердловски өлкәһе Екатеринбург ҡалаhында Екатеринбург химия машиналар эшләү техникумында (ЕТХМ) социаль педагог булып эшләй.
- Рәхимйәнова Рәсимә Минниәхмәт ҡыҙы (13.04.1955) — башланғыс кластар уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны. Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған.Бәләбәй педучилищеһын(1974) тамамлаған. 1974-1975 йылдарҙа Арбаш урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.1975-1985 йылдарҙа төрлө өлкәләрҙә(Свердловск, Джамбул, Сорғот, Багануур(Монголия) төрлө вазифалар башҡара. 1985-1986 йылдарҙа Асҡын мәғариф бүлегендә секретарь, 1986-2010 йылдарҙа Асҡын 1-се урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифы министрлығы Почет грамотаһы(1993) менән бүләкләнгән.
- Солтанова Лилиә Әүхәт ҡыҙы (12.10.1984) — Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. 1-се һанлы Өфө педагогия колледжын башланғыс класс, рәсем, хеҙмәт уҡытыусыһы белгеслеге буйынса (2006), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын (2012) тамамлаған. Благовещен районының Богородский урта мәктәбендә (2006-2014)башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән, 2022 йылдан Благовещен ҡалаһының 14-се һанлы балалар баҡсаһында рәсем уҡытыусыһы һәм рәссам — биҙәүсе булып эшләй.
- Суфиярова Эльвира Нәфҡәт ҡыҙы (15.11.1962) — башланғыс кластар уҡытыусыһы. Асҡын районы Ҡарткиҫэк ауылында тыуған. Мәсәғүт педучилищеһын(1981) тамамлаған. 1981 йылда Асҡын районы Урмияҙ урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшлэй башлай.Төмән өлкәһе Красноселькуп районы Толька мәктәп интернатында тәрбиәсе(1984), интернат етәксеһе (1987 — 1991), 1991 — 1993 йылдарҙа шул уҡ мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән. 1993 — 2013 йылдарҙа Асҡын районы Урмияҙ урта мәктәбендэ башланғыс кластар уҡытыусыһы. Мәктәптә куп йылдар методик кабинет етәксеһе, профком агзаһы вазифаларын башҡара. Ауыл советы депутаты булып һайлана. Мактау ҡағыҙҙары(1991,1992),Почет грамоталары(2006,2008)менән буләкләнә.
- Талипова Флиҙә Ғалиулла ҡыҙы (12.12.1965) — башланғыс кластар укытыусыһы. Хеҙмәт ветераны (2016), . Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2016). Асҡын райны Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Мәсәғүт педагогия училищеһын(1984) , Бөрө дәүләт педагогия институтын башланғыс класс уҡытыусыһы белгеслеге буйынса (2003) тамамлаған. 1984 йылда Асҡын районы Ҡашҡа урта мәктәбендә башлангыс класс уҡытыусыһы булып эшкә башлай. 1985—1987 йылдарҙа Ҡаҙағстан ССРы, Караганда өлкәһе Мичурин урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы, 1987—1993 йылдарҙа Караганда өлкәһе Абай ҡалаһында «Космос» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. 1994 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем Асҡын урта мәктәбендә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй. 1997—2018 йылдарҙа башланғыс кластарҙа уҡытыу — тәрбиә буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Асҡын район хакимиәте (2004), Мәғариф бүлеге хакимиәте (2004) , Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы (2009) Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
- Фәррәхова Зинира Фәнил ҡыҙы (09.12.1979) — башланғыс кластар уҡытыусыһы. Нефтекама педучилищеһын (1999), Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия университетының социаль педагог, педагог-психолог факультетын (2003) тамамлаған. 1999 йылда Өфө ҡалаһының 87-се урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә башлай, 2005 йылдан Өфө ҡалаһының 157-се урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. 2016 йылдан хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес, 2018 йылдан башлап һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары, профком ағзаһы вазифаларын башҡара. Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы Маҡтау ҡағыҙы (2005), район мәғариф бүлеге Маҡтау ҡағыҙы(2003,2005,2012, 2018,2019), РФ ҮҘӘК ҺАЙЛАУ КОМИССИЯҺЫ Рәхмәт хаты(2019), «Хеҙмәтте һаҡлау буйынса белем биреү учреждениеһы» (2018) Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
- Шәүәлиева Мөслимэ Саҙретдин ҡыҙы(05.06.1958) — хеҙмәт ветераны (2016), биология уҡытыусыһы. Дыуан ауыл хужалығы техникумын (1980), Бөрө дәүләт педагогия институтының биология факультетын (1989) тамамлаған. 1980—1982 йылдарҙа комсомол секретары (Урмияҙ совхозы), 1983—1986 йылдарҙа Асҡын райком комсомолының ойоштороу булеге мөдире булып эшләгән. 1986—2017 йылдарҙа Ҡышлауйылға урта мәктәбендә биология укытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
- Шәйәхмәтова Рәйфә Әхмәтзыя ҡыҙы (20.04.1955). Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Ҡарткиҫәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбен (1970), Асҡын урта мәктәбен (1972), Мәсәғүт педагогия училищеһын (1976), Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын мәктәпкәсә белем биреү белгеслеге буйынса (1986) тамамлаған.1976 — 1977 йылдарҙа Солтанай һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы, 1978—1979 — Стәрлетамаҡ ҡалаһында балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. 1979—1981 йылдарҙа Фёдоровка районы Кузьминов һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә оҙайтылған көн төркөмөндә тәрбиәсе, 1981—1982 йылдарҙа Стәрлебаш районы Табылды ауылында башланғыс кластар укытыусыһы, 1982—1985 йылдарҙа Стәрлебаш балалар баҡсаһы мөдире, 1985—1987 йылдарҙа Күндерәк урта мәктәбендә оҙайтылған көн төркөмөндә тәрбиәсе булып эшләгән. 1987—1988 йылдарҙа Свердловски ТЭУ- 40 — педагог — ойоштороусы, 1988—1989 — Свердловски мәктәп интернатында тәрбиәсе. Хаклы ялға сыҡҡансы (2016) Свердловскиҙа төрлө эштә төрлө вазифаларҙа эшләгән.
- Әхмәдйәнова (Юмадилова) Фидания Тәфкил ҡыҙы (01.06.1978) — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын (2001) тамамлаған. 2001 йылда Өфө ҡалаһының 94-се Лицейҙа башҡорт теле уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай, 2016 йылдан алып уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары. «Оҫта уҡытыусы» («Педагог-мастер») – 2019 «Электрон белем биреү технологиялары апробаторы» - 2020, «Лучший сайт педагога – 2021” , Бөтә Рәсәй конкурсы 3 урын, XIII Халыҡ –ара «Башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр» - кешелек ҡаҙанышы» конкурсы дипломанты - 2022, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2023» төбәк-ара конкурсы (ҡала этабы) лауреаты, регион –ара этап финалисы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса бшҡарыусы Р.Хәбировтың рәхмәт хаты (2019), «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» билдәһе (2021), Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең рәхмәт хаты (2021), Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең Мәғариф идаралығы Почет грамотаһы (2023), Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы рәхмәт хаты (2019,2020,2021, 2022), Башҡортостан республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы дипломы (2023). В. Сухомлинский исемендәге «Йөрәгемде балаларға бирәм» миҙалы – 2023.