Солтанай (Асҡын районы)

Солтанай (рус. Султанай) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 243 кеше[1]. Почта индексы — 452896, ОКАТО коды — 80204813005.

Ауыл
Солтанай
Солтанай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Асҡын районы

Координаталар

56°01′42″ с. ш. 56°28′56″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 204 813 005

ОКТМО коды

80 604 413 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Солтанай (Рәсәй)
Солтанай
Солтанай
Солтанай (Асҡын районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Солтанай

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Ауылда мәҙәниәт йорто, китапхана, фельдшер — акушерлыҡ пункты, аҙ комплектлы башланғыс мәктәп, ике шәхси һатыу йорто бар. Бөтә урамдарға ла асфальт йәйелгән, телефон, интернет, IP телевидение эшләй. Халыҡ шәхси хужалыҡта терлекселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнә.

1933 йылда беренсе мәктәп асыла. Айырым бина булмағанлыҡтан, ике йыл колхоз идараһы бинаһында уҡыталар. Ике синыфҡа айырым ике ҡатлы бина 1935 йылда барлыҡҡа килә . Уҡыуҙарҙы Садриев фамилиялы кеше алып бара. Бөйөк Ватан һуғышында 27 кеше ҡатнаша, уның 12 һе һәләк була. 1967 йылда фельдшер — акушерлыҡ пункты асыла. 1968 йылда ауылға электр кертелә.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 243 122 121 50,2 49,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 9 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яубүләк): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 117 км

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[2]

  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Механиҙаторҙар урамы (рус. улица Механизаторов)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. «Налог Белешмәһе» системаһында Солтанай ауылы