Ғәниев Камил Сәмиғулла улы
Ғәниев Камил Сәмиғулла улы (10 ғинуар 1922 йыл — 7 декабрь 1992 йыл) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Армия командующийы, генерал-лейтенант (1984). Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ, 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» ордендары кавалеры.
Ғәниев Камил Сәмиғулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 10 ғинуар 1922 |
Тыуған урыны | Үрге Бишенде, Туймазы районы |
Вафат булған көнө | 12 декабрь 1992 (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | полководец |
Уҡыу йорто | Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәКамил Сәмиғулла улы Ғәниев 1922 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны[1] Үрге Бишенде ауылында тыуған. Милләте башҡорт.
Түбәнге Троицк ауылында йәшәгән. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
1939 йылдан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт итә. 1941 йылдың июленән Көнбайыш фронтта һуғыша.
1943 йылда — Көнбайыш фронтта 104-се танк дивизияһы 145-се танк батальонының элемтә взводы командиры, өлкән лейтенант. 1942 йылда яралана[2].[3]
Көнбайыш фронты 33-сө армияһы ғәскәри берләшмәһенең 1942 йылдың 22 сентябрендәге 529-сы приказы нигеҙендә 104-се танк дивизияһы 145-се танк батальонының элемтә взводы командиры өлкән лейтенант Ғәниев «Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.[4][5]
Көнбайыш фронты 33-сө армияһы ғәскәри берләшмәһенең 1942 йылдың 7 сентябрендәге 963-сө приказы нигеҙендә 104-се танк дивизияһы 145-се танк батальонының элемтә взводы командиры өлкән лейтенант Ғәниев Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.[6]
2-се Белорус фронты 5-се армияһы ғәскәри берләшмәһенең 1944 йылдың 17 ғинуарындағы 4-се приказы нигеҙендә 43-сө гвардия танк бригадаһының 2-се батальоны командиры урынбаҫары Ғәниев 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[7].[8]
2-се Белорус фронты 49-сы армияһы ғәскәри берләшмәһенең 1944 йылдың 31 июлендәге 19-сы һанлы приказы нигеҙендә 43-сө гвардия танк бригадаһының 2-се полкы командиры урынбаҫары гвардия капитаны Ғәниев Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[9].
Һуғышты гвардия майоры званиеһында тамамлай, И. В, Сталин исемендәге БТ һәм МВ Хәрби Академияһы тыңлаусыһы була.
Уҡыуҙы тамамлағандан һуң — 3-сө Белорус фронтының 101-се гвардия танк полкы командиры урынбаҫары.
Төркөстан хәрби округында хеҙмәт итә. Генераль штабтың Хәрби академияһын тамамлай.
5-се армия (2-се формирование) командующийы итеп тәғәйенләнә.
Артабан Урта Азия хәрби округы командующийының 1-се урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Медеолағы шыуғынды бөтөрөү ваҡытында Алма-Ата ҡалаһын ҡотҡарыу буйынса эштәр начальнигы вазифаһын да башҡара.
1985 йылда 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Генераль штабтың Хәрби академияһында факультет начальнигы итеп тә тәғәйенләнә.
РСФСР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
1992 йылдың 12 декабрендә Мәскәүҙә вафат булған.
Наградалары
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1942);
- «Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн» миҙалы (1942);
- Ике тапҡыр 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1944, 1985);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)[10];
- «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[11].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы
- ↑ Ганеев Камиль Самигулович, 09.08.1942, эвакуирован, :: Донесение о потерях :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Проверено 18 июля 2018.
- ↑ Ганеев Камиль Самигулович, 09.08.1942, эвакуирован, :: Донесение о потерях :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Проверено 18 июля 2018.
- ↑ Ганиев Камиль Самигулович, Медаль «За боевые заслуги» :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Проверено 18 июля 2018.
- ↑ Ганиев Камиль Самигулович, Медаль «За боевые заслуги» :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Проверено 18 июля 2018.
- ↑ Гонеев Камиль Самигулович, Орден Красного Знамени :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Проверено 18 июля 2018.
- ↑ Ганиев Камиль Самигулович, Орден Отечественной войны I степени :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Проверено 18 июля 2018.
- ↑ Ганиев Камиль Самигулович, Орден Отечественной войны I степени :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Проверено 18 июля 2018.
- ↑ Ганиев Камиль Самигулович, Орден Красной Звезды :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Проверено 18 июля 2018.
- ↑ Ганиев Камиль Самигулович, Орден Красной Звезды :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Проверено 18 июля 2018.
- ↑ Ганеев Камиль Самигулович, Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Проверено 18 июля 2018.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бикмеев М. А. Ганеев Камиль Самигуллович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.