«Кёнигсбергты алған өсөн» миҙалы
«Кёнигсбергты алған өсөн» миҙалы СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 9 июнендәге Указына ярашлы Бөйөк Ватан һуғышы барышында Кёнигсберг ҡалаһын алыу хөрмәтенә булдырыла. Миҙал проекты авторы — рәссам А. И. Кузнецов.
«Кёнигсбергты алған өсөн» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 9 июнь 1945 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Будапештты алған өсөн» миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | «Венаны алған өсөн» миҙалы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | баҡыр иретмәһе[d] |
Һаны | 760 000 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр |
«Кёнигсбергты алған өсөн» миҙалы Викимилектә |
Миҙал тураһындағы Положение
үҙгәртергә«Кёнисбергты алған өсөн» миҙалы менән 1945 йылдың 23 ғинуары — 10 апреле осоронда туранан-тура Кенисберг ҡала-ҡәлғәне штурмлауҙа һәм алыуҙа ҡатнашҡан Ҡыҙыл Армия, Хәрби-Диңгеҙ флоты хәрбиҙәре һәм НКВД ғәскәрҙәре, шулай уҡ ҡаланы азат иткәндә хәрби операцияларҙың етәкселәре һәм ойоштороусылары бүләкләнә. «Кёнисбергты алған өсөн» миҙалы — СССР-ҙың берҙән-бер ҡала-ҡәлғәне алған өсөн булдырылған награда[1].
«Кёнисбергты алған өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡа СССР ордендары һәм миҙалдары булған осраҡта «Будапештты алған өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.
1987 йылға ҡарата «Кенисбергты алған өсөн» миҙалы яҡынса 760 000 кеше лайыҡ була[1].
Миҙалдың тасуирламаһы
үҙгәртергә«Кёнисбергты алған өсөн» миҙалы баҡыр иретмәһенән эшләнә, диаметры- 32 мм, теүәл түңәрәк формала.
Миҙалдың алғы яғында, уртала — «ЗА ВЗЯТИЕ КЕНИГСБЕРГА» яҙыуы, яҙыу өҫтөндә — нурҙары таралған биш осло йондоҙ, аҫта — лавр ботағы. Миҙалдың алғы яғы түңәрәк буйлап ҡаймаланған.
Миҙалдың кире яғында Кёнисбергты алған датаһы — «10 апреля 1945», дата өҫтөндә — биш осло йондоҙ.
Миҙалдағы бөтә яҙыуҙыр һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнелгән.
Миҙал биш мөйөшлө ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла. Ҡалып 24 мм киңлегендәге ебәк таҫма менән уратылған. таҫма үҙ-ара сиратлашҡан 5 буйҙан тора: өс ҡара һәм ике йәшел. Таҫманың ситтәре тар ғына йәшел буйҙар менән ҡаймаланған.
Иллюстрациялар
үҙгәртергә-
Миҙалдың реверсы
-
Рәсәй Почта маркаһы, 2015 йыл
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 МЕДАЛЬ «ЗА ВЗЯТИЕ КЕНИГСБЕРГА» . Бюджетное учреждение города Омска "Омские муниципальные библиотеки". Дата обращения: 10 декабрь 2018.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 110—111. — ISBN 5-7062-0111-0.
- Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 85.