Юлай (исем)

башҡорт ир-ат исеме

Юлай — башҡорт ир-ат исеме.

Юлай

Этимологияһы

үҙгәртергә

Юлай — юлда тыуған тигәнде аңлата (ғәҙәттә юлда тыуған балаға ҡушҡандар). Салауат Юлаевтың атаһының исеме[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Юлай Аҙналин (1722 йыл — 1797-1800 йылдар араһы) — башҡорт йөҙбашы (1766), Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы (1766), 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Салауат Юлаевтың атаһы.

Ғәйнетдинов Юлай Ишбулды улы (8 ғинуар 1954 йыл) — ҡурайсы, фольклорсы һәм телерадиожурналист. Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм БАССР-ҙың (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).

Үҙәнбаев Юлай Хәмит улы (3 апрель 1967 йыл) — композитор, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Байрамғолов Юлай Ейәнғәле (Жыянғале) улы (15 декабрь 1937 йыл) — инженер-механик, ғалим, университет уҡытыусыһы, уйлап табыусы. Техник фәндәр докторы (1993), профессор (1994), Башҡортостан Республикаһының инженерҙар академияһы академигы (1995). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1978), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1999).

Ильясов Юлай Талха улы (10 июнь 1969 йыл) — дәүләт хеҙмәткәре. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы башлығы. Башҡортостан Республикаһы ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры (2010—2012), Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты башлығы (2005—2008), Өфөнөң Киров районы башлығы (2008—2010).

Янбаев Юлай Әғләм улы (21 ғинуар 1962 йыл) — ғалим-биолог, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡорт дәүләт университеты ректорының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Фәндәр Академияһының ғилми хеҙмәткәре.

Моратов Юлай Хәким улы (21 май 1949 йыл — 4 октябрь 2015 йыл) — уҡытыусы, үҙешмәкәр композитор, йырсы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992). Үҙешмәкәр композиторҙарҙың асыҡ фестиваль-конкурсы лауреаты (2002).

Байрамғолов Юлай Ғайнулла улы (25 ноябрь 1934 йыл — 18 сентябрь 2010 йыл) — ғалим-инженер, сиҙәм күтәреүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1970). Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты.

Фамилияла

үҙгәртергә

Салауат Юлаев (16 июнь 1754 йыл — 26 сентябрь 1800 йыл) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Салауат районының почетлы гражданы.

Миндеғол Юлаев (?-1741, башҡа сығанаҡтар буйынса ?- 1749.) — (башҡ. Ҡараһаҡал, татар. Qarasaqal, Карасакал, ҡаҙ. Қарасақал). Ағаһының йәшерен мәкерлеге арҡаһында тәхеттән мәхрүм булған жунғар ханы тип, ялған исем менән йөрөүсе. Хәбәрһеҙ юғала. Башҡорт фольклорында (йырҙарҙа, риүәйәттәрҙә) Салауат Юлаев кеүек киң билдәле.

Юлай (рус. Юлаево) — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл. Ҡорғат ауыл Советына ҡарай.

Юлай (рус. Юлаево, 1952 йылда исемен үҙгәрткәнгә тиклем, боронғоса — Шағанай ауылы) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Әлкә ауыл Советына ҡарай

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

«Юлаевсы» боҙло арена — Өфөнөң Шаҡша микрорайонында күп функциялы спорт комплексы. 2009 йылдың декабрендә асыла. Аренала шайбалы хоккей, фигуралы шыуыу һәм шорт-трек менән шөғөлләнеп була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ