ДаруғаАлтын Урҙа дәүерендә (XIII-XIV быуттарҙа) һәм Ырымбур экспедицияһынан һуң Башҡортостанда административ-территориаль берәмек. Башҡортостан дүрт даруғага бүленгән, һәр даруғала идара башлығы тора. Даруғалар исемдәрен үҙҙәре бойһонған ханлыҡ исеменән алған. Төньяҡ-көнбайыш өлөшө Ҡазан даруғаһы, көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш өлөшө Нуғай даруғаһы, төньяҡ-көнсығыш өлөшө Себер даруғаһы, Өфө менән тоташҡан тар ғына өлөшө Уҫы даруғаһы тип аталған. Даруғаларҙың аныҡ билдәләнгән сиге булмай. Даруғалар олостарға (волос) бүленә.

Өфө провинцияһын һәм Башҡортостанды даруғаларға бүлеү. Ырымбур губернаһы ланскарталары" картаһы.Красильников, 1755 йыл

XVIII быуат башына Себер даруғаһында 24, Нуғай даруғаһында 20,Ҡазан даруғаһында 12, Уҫы даруғаһында 3 олос иҫәпләнә.

Даруғаларға бүлеү XVIII быуат аҙағына тиклем һаҡлана.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә