Чжоу Эньлай (ҡыт. трад. 周恩來, упр. 周恩来, пиньинь: Zhōu Ēnlái пиньинь Zhōu Ēnlái) (5 март 1898 йыл8 ғинуар 1976 йыл) — Ҡытайҙың сәйәси эшмәкәре, ҠХР барлыҡҡа килгәндән алып 1949 йылға тиклем ҠХР дәүләт советының беренсе башлығы; неоконфуцианлыҡҡа нигеҙ һалыусы Чжоу Дуньиҙың 33-сө быуын вариҫы.

Чжоу Эньлай
ҡыт. ғәҙәти 周恩來, ябайл. 周恩来
Чжоу Эньлай
Флаг
Флаг
Ҡытай Халыҡ Республикаһының сәйәси консультатив советы Рәйесе
Флаг
Флаг
25 декабрь 1954 йыл — 8 ғинуар 1976 йыл
Алдан килеүсе: Мао Цзэдун
Дауамсы: Дэн Сяопин
Флаг
Флаг
Ҡытай Халыҡ Республикаһының Дәүләт Советының 1-се Премьеры
Флаг
Флаг
1 октябрь 1949 йыл — 8 ғинуар 1976 йыл
Алдан килеүсе: должность учреждена
Дауамсы: Хуа Гофэн
Флаг
Флаг
ҠХР-ҙың 1-се сит ил эштәре Министры
1949 — 1958
Алдан килеүсе: должность учреждена
Дауамсы: Чэнь И
 
Дине: атеизм
Тыуған: 5 март 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1][2][3][…]
Хуайань[d], Хуайаньская управа[d], Цзянсу[d], Цин империяһы
Үлгән: 8 ғинуар 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[4][1][2][…] (77 йәш)
Пекин, Ҡытай[5]
Атаһы: Чжоу Инэн
Әсәһе: Ваньши
Ҡатыны: Дэн Инчао
Балалары: юҡ
Партия: Ҡытай коммунистар партияһы[d]
Белеме: Университет Мэйдзи[d]
Университет Васэда[d]
Нанькайский университет[d]
 
Автограф:

Күренекле дипломат. Көнбайыш менән тыныс йәшәүҙе булышлыҡ итә, бер үк ваҡытта Советтар Союзы менән мөнәсәбәттәрҙе өҙмәҫкә тырыша. Нескә сәйәсәте һәм эшендә принципиаллеге уға «мәҙәни революция» осоронда премьер-министр вазифаһын һаҡлап ҡалыуҙы тәьмин итә, ә дипломатиклыҡ һәм юғары эшкә һәләтлелек халыҡ араһында данын арттыра.

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

үҙгәртергә

Чжоу Эньлай 1898 йылдың 5 мартында Хуайань идаралығының Шаньян өйәҙендә (хәҙерге Цзянсу провинция территорияһы) тыуған. Уның атаһы Чжоу Инэн (ул шулай уҡ Чжоу Шаоган) боронғо феодаль нәҫеленә ҡарай, ләкин карьера эшләй алмай, Эньлай тыуған мәлгә Чжоу кланы бөлгөнлөккә төшә[6]. Ул ата-әсәһен бик иртә юғалта, Ҡытайҙың төрлө райондарында яҡын туғандарында тәрбиәләнә. Ярты йыл да тулмаҫтан, уны Чжоу Игань уллыҡҡа ала. Игань Хуайандәге ҡала усадьбаһында йәшәгән атаһының балаһыҙ һәм ҡаты сирле ағаһы була. Ҡарауға алған атаһы тиҙҙән вафат була, һәм ул мәрхүмдең тол ҡатыны ҡарамағында ҡала.

Дүрт йәшенән тәрбиәгә алған әсәһе ҡарауында иероглифтар яҙырға һәм тан дәүере (618—907 йй.) шағирҙарҙың классик шиғырҙарын уҡый башлай. Биш йәшендә ул шәхси мәктәпкә йөрөй, балалар өсөн дидактик әҫәрҙәрҙе яттан өйрәнә. 8 йәшендә әсәһе яғынан ике туған революцион ҡарашлы ағаһы, Гун Инсундың, шәхси мәктәбенә бирәләр. Ағаһы унда сәйәси ваҡиғаларға ҡыҙыҡһыныу уята. 1907 йылдың яҙында Ваньшаның әсәһе, ә бер йыл үткәс, тәрбиәгә алған әсә туберкулездан вафат була.

1910 йылдың яҙында, 12 йәштә Чжоу Игэн үҙ ғаиләһенә ала һәм уны Мукден алтынсы мәктәбенә бирә [7].

1911 йылдың октябрендә, Синьхай революцияһы башланыуы тураһында тәүге хәбәрҙәр ишеткәс, Цин империяһы властарына ҡаршы протест билдәһе итеп толомон ҡырҡа. Бының менән ул иптәштәренә өлгө күрһәтә.

1913 йылдың яҙында 15 йәшлек Чжоу Эньлай Тяньцзинь ҡалаһына, апаһының ғаиләһенә ебәрелә. Унда август уртаһында Нанькай урта мәктәбенә ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшыра. Көнбайыш Европа мәғрифәтселәренең китаптарын: «Йәмәғәт килешеүе» Ж.- Ж. Руссо, «Закондар рухы» Монтескье, «Эволюция һәм этика» Гексли Ҡытай реформаторы Янь Фу тәржемәһендә уҡый.

 
Чжоу Эньлай 4 май Хәрәкәте осоронда

1917 йылда Чжоу Эньлай уҡытыусылар һәм дуҫтары ярҙамында Японияла уҡыу өсөн аҡса йыя[8]. Ярты йыл самаһы ул япон телен өйрәнеүгә бағышлай, ләкин 1-се Токио юғары мәктәбенә имтихандарҙы уңышлы тапшырыр өсөн етерлек һөҙөмтәләргә өлгәшә алмай. Уға әҙерлекте дауам итергә тура килә. Японияла Рәсәйҙә революцион ваҡиғалар тураһында белә, тәүге тапҡыр социалистик һәм марксистик идеялар менән таныша. Дуҫының хаты аша Нанькай урта мәктәбе нигеҙендә асыласаҡ Нанькай университеты тураһында хәбәр белә. Япониянан китергә һәм белем алыуын тыуған илендә дауам итергә ҡарар итә, 1919 йылдың апрель аҙағында Тяньцзингә ҡайта.

Тяньцзинда 4 май ваҡиғалары һуң кисекмәҫтән йәштәрҙең патриотик протест акцияларына ҡушыла. Июнь айында «Тяньцзинь студенттарының берләшкән союзы» гәзите мөхәррире була; уның «4 май хәрәкәте» тураһындағы тәүге мәҡәләһен Тяньцзинь гәзите баҫтырып сығара. Тәүҙә гәзит өс көнгә бер сыға, ләкин тиҙҙән көн һайын 20 мең дана тираж менән сыға башлай. 1919 йылдың 16 сентябрендә "Аңды уятыу йәмғиәте"н («Общества пробуждения сознания») ойоштороуҙа ҡатнаша, унда ул бер нисә тапҡыр үҙенең революцион публицистикаһын файҙалана, «У Хао» («Бишенсе номер») псевдонимын ала. Йәмғиәттең манифесын яҙа. Унда Ҡытайҙа милитаризм, сәйәсмәнлек, бюрократизм, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың тигеҙһеҙлеген, консерватив фекерләүҙе һәм иҫке әхлаҡты бөтөрөү кәрәклеге тураһында әйтелә. 1919 йылдың 21 сентябрендә уның тәҡдиме буйынса Йәмғиәт ағзалары алдында сығыш яһарға Пекин университетының танылған профессоры Ли Дачжао саҡырыла.

Октябрҙә, Синьхай революцияһының йыллығын байрам иткәндә, күпләп ҡулға алыуҙар була, Йәмғиәт Тяньцзинда ризаһыҙлыҡ белдерә, полицияны ҡулға алынғандарҙы сығарырға мәжбүр итә. 15 ноябрҙә Чжоу Эньлай рәйеслегендә үткән аң уятыу Йәмғиәтенең ғәҙәттән тыш ултырышында был түңәрәкте йәштәрҙең хәрби ойошмаһына әйләндерергә ҡарар ителә. 1919 йылдың декабрендә Тяньцзинь уҡыусылары ассоциацияһының Берләшкән союзы етәксеһе итеп һайланған Чжоу Эньлай ҡаланың башҡа йәмәғәт ойошмалары ҡатнашлығында япон тауарҙарының дөйөм ҡала бойкотын ойоштора. 1920 йыл ғинуарында Японияға ҡаршы петицияны Чжили провинция губернаторына тапшырырға тырышҡан уның етәкселегендәге төркөм ҡулға алына.

Чжоу төрмәһендә Эньлай иптәштәре араһында тәртипте һаҡлай, көнүҙәк социаль һәм сәйәси мәсьәләләр буйынса сәйәси занятиелар һәм дискуссиялар ойоштора. Чжоу Эньлай эше буйынса асыҡ тыңлауҙар 1920 йылдың июлендә ҡалала ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. 17 июлдә суд Чжоу Эньлайҙы һәм уның иптәштәрен "төрмә срогы үткәс"азат итеү тураһында хөкөм ҡарарын уҡып ишеттерә. Һаҡ аҫтында булған ваҡытта Эньлай Нанькай университетынан ҡыуыла, шуға күрә хөкүмәт тарафынан өлөшләтә субсидияланған программа сиктәрендә Францияла уҡыуын дауам итергә ҡарар итә. Тяньцзинда билдәле журналист һәм мөхәррир булараҡ, сит илгә китер алдынан урындағы абруйлы «Ишибао» гәзитен Европа илдәрендә таныштырыу ризалығын алыуға өлгәшә. Гәзиттән алынған гонорар тәүге осорҙа уға матди ярҙам күрһәтер, тип иҫәпләй[9].

Европалағы тормошо

үҙгәртергә
 
Чжоу Эньлай Вампу Академияһының сәйәси бүлеге начальнигы булып эшләгән ваҡытта
 
Чжоу Эньлай Ҡытайҙа граждандар һуғышы ваҡытында

1920 йылдың 13 ноябрендә Марселгә килә, унан поезд менән Парижға сыға, Латин кварталында арзан ҡунаҡханала урынлаша. Парижда йәшәгәндә ул «Рено» автомобиль заводына эшсе булып урынлаша, артабан бер нисә ай Лилле күмер шахтаһында, Лионаға яҡын Сен-Шамонда металлургия заводында эшләй . 1921 йылдың яҙында Париж коммунистар төркөмө ағзаһы итеп ҡабул ителә, һуңынан Ҡытай коммунистар партияһына берләшкән һигеҙ коммунистик ячейканың береһе була. Европала , Франциянан тыш, Шулай уҡ Англия һәм Германия буйлап йөрөй, һәм даими рәүештә «Ишибао» гәзите өсөн репортаждар яҙа, Ҡытай уҡыусыларына донъяла барған ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт бирә. Ҡытай коммунистик ячейкаһы ҠКП-ның Беренсе съезына (1921 йылдың июле) делегаттар ебәрергә саҡырыу ала, ләкин техник сәбәптәр арҡаһында уны тормошҡа ашыра алмай.

1922 йылдың мартында Берлинға күсә, унда тиҙҙән ҠПК-ның герман ячейкаһына нигеҙ һала. 1922 йылдың майында «Европала йәшәгән Ҡытай йәштәренең Коммунистар партияһы» тип аталған яңы ойошманың устав проектын тәҡдим итә. Ойошма бер йылдан һуң булдырыла. 1922 йылдың октябрендә Берлинда билдәле Сычуань генералы Чжу Дэ менән таныша һәм ул генералға ҠКП-ға инергә кәңәш бирә. ҠКП Гоминьдан менән хеҙмәттәшлек тураһында ҡарар ҡабул иткәс, 1923 йылдың 25 ноябрендә Лионда Гоминьдандың Европа бүлексәһенең ойоштороу йыйылышы Чжоу Эньлайҙы үҙенең етәксеһе итеп һайлай. Шуның менән бергә ул ҠКП-ның Европа ойошмаһын һәм Ҡытай йәштәр коммунистик ойошмаһының Европа бүлексәһен булдыра, Был ойошмаларҙың баҫма органдарын — «Шаонянь» («Йәштәр») һәм «Чигуан» («Алый свет») журналдарын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша һәм 1922—1924 йылдарҙа уларҙа бик күп мәҡәләләр баҫтыра.

Европала Чжоуҙы ауыр йәшәү шарттары тыйнаҡ тормошҡа өйрәтә: ул үҙе ашарға әҙерләй, йыуа, йыйыштыра, әйберҙәрен ремонтлай. Шуның менән бергә ул эрудициялы, белемле кеше була, инглиз, француз һәм немец телдәрен белә.

1924 йылдың йәйендә Ҡытай Коммунистар Партияһы Үҙәк Комитеты талабы буйынса кире Ҡытайға китә.

Гоминьдан менән союзда

үҙгәртергә

Октябрь башында Чжоу Эньлай Гуандун провинцияһы партия комитетының ваҡытлыса башлығы, шулай уҡ хәрби бүлек һәм пропаганда бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ул эшсе һәм крәҫтиән үҙ-үҙен обороналау дружиналарын ойоштора, революция хөкүмәте Сунь Ятсенға ярҙам итеү һәм контрреволюцияны аяҡҡа баҫтырыу өсөн көстәрҙе мобилизациялау өсөн митингыларҙа һәм йыйылыштарҙа сығыш яһай. Тиҙҙән сәйәси инструктор сифатында Көньяҡ Ҡытай революцион хөкүмәте армияһы өсөн кадрҙар әҙерләгән Вампу Академияһына ебәрелә, ә ноябрҙән Академияның сәйәси бүлеге мөдире була[10].

1-се һәм 2-се Көнсығыш походтары ваҡытында Академия курсанттары менән бергә алғы һыҙыҡта була, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Шулай уҡ был ваҡытта ул ҠКП һәм Гоминьдандың сираттағы съездары эшендә ҡатнаша. Гуанчжоуҙа ул ваҡытта Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы, Гоминьдан Үҙәк һайлау комиссияһына ағзалыҡҡа кандидат, «Политик аҙналыҡ» журналы мөхәррире, күренекле Ҡытай революционеры Мао Цзэдун менән таныша.

1925 йылда Гванчжоу хөкүмәте Чжоуға генерал-майор званиеһын бирә, уның урындағы милитарист Чэнь Цзюмин ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа туранан-тура ҡатнашыуын, Милли-революцион армияның (НРА) хәрби частары һәм берләшмәләренең сәйәси бүлектәренә етәкселек итеүен билдәләй.

Хәрби түңкәрелештән һуң 1926 йылдың 20 мартында Чан Кайши бөтә коммунистарҙы Милли-революцион армияның офицерҙар корпусынан бушатырға бойороҡ бирә. Эштәрен тапшырғандан һуң Чжоу Эньлай сәйәси әҙерлек буйынса махсус курстар начальнигы булып китә; был курстарҙы тамамлаусыларҙың күбеһен Е Тин етәкселегендәге айырым полкка оҙата. 1926 йылдың декабрендә ҠКП бойороғо буйынса Шанхайға ебәрелә һәм ҠКП Үҙәк Комитетының Ойоштороу бүлеге начальнигы һәм ҠКП Үҙәк Комитетының Хәрби комитеты ағзаһы булып эшләй башлай. 1927 йылдың 21 мартында фетнәсел пролетариат Шанхайҙа власты баҫып алыуға өлгәшә һәм Милли революцион армия частары яҡынлашҡанға тиклем ҡаланы өс аҙна буйына ҡулында тота. Ләкин Чан Кайши, 12 апрелдә империалистик державалар һәм урындағы контрреволюция менән берләшеп, ҡалаға ғәскәр ебәрә, баш күтәреүселәрҙе язалайҙар. Чжоу Эньлай ҡасып өлгөрә,, уның башы өсөн ҙур бүләк иғлан ителә.

ҠКП Үҙәк комитетының хәрби бүлеге етәксеһе сифатында ул Е Тин, Чжу Дэ һәм Хэ Лун менән бергә 1927 йылдың 1 авгусында күтәрелгән революцияға тоғро ҡалған Наньчан ихтилалын етәкләй. Әммә ихтилал еңелә. Баш күтәреүселәрҙең бер өлөшө, улар араһында Чжоу Эньлай ҙа бар, яу менән көньяҡҡа, революцион база урынлашҡан Гуандун провинцияһына, икенсе отряд Чжу Дэ етәкселегендә Хунань провинцияһына китә, унда улар Мао Цзэдун төркөмөнә ҡушыла. Ихтилалдың уңышһыҙ тамамлауына ҡарамаҫтан, 1927 йылдың ноябрендә ҠКП Үҙәк Комитетының ашығыс кәңәшмәһендә Чжоу Эньлай ҠПК Үҙәк Комитетының Политбюро ағзаһы һәм Политбюроның даими комитеты ағзаһы итеп һайлана.

1928 йылдың тәүге яртыһында Чжоу Эньлай Коминтерн ярҙамында йәшерен рәүештә СССР-ға килә, унда июнь-июль айҙарында ҠПК съезы үтә. 1928 йылдың йәйендә ул Коминтерн конгресы эшендә ҡатнаша, Коминтерн Башҡарма комитеты ағзалығына кандидат итеп һайлана. 1928 йылдың октябрендә йәшерен рәүештә Шанхайға әйләнеп ҡайта һәм ҠПК эшмәкәрлеген яңы шарттарҙа ойоштора башлай.

1931 йылдың 17 ноябрендә Совет райондары вәкилдәренең Бөтә Ҡытай съезында Көньяҡ Совет республикаһының Үҙәк башҡарма комитеты составына һайлана һәм Революцион хәрби советы ағзаһы итеп алына. Быға тиклем ошо вазифаны Мао Цзэдун биләй. 1932 йылдың көҙөндә сәйәси комиссар итеп тәғәйенләнә. 1934 йылдың ғинуарында совет райондары вәкилдәренең II Бөтә Ҡытай съезында Революцион хәрби совет рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. 1934—1935 йылдарҙа штаб начальнигы сифатында Бөйөк походта ҡатнаша.

 
Александр Шелепин һәм Анастас Микоян Георге Георгиу-Дежаны ерләүҙә

1936 йылдың аҙағында, Сиань ҡалаһында генералдар Чжан Сюэлян һәм Ян Хучэн фетнә ҡуптарғас, Чан Кайшиҙы ҡулға алалар һәм япондарға ҡаршы бергәләп көрәшеү өсөн коммунистар менән берҙәм фронт ойоштороуҙы талап итәләр («Сиань инциденты» булараҡ билдәле ваҡиғалар). Чжоу Эньлай хәлде тыныс юл менән көйләүгә ирешә.

Оҙаҡламай Чан Кайши хөкүмәте менән берҙәм Японияға ҡаршы фронт тураһында һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн ҠПК вәкиле булып китә. Коминтерн тарҡалғандан һуң 1943 йылдың майында Гоминьдан менән берҙәм фронт сәйәсәтенә таяныуы өсөн ҡаты тәнҡиткә дусар ителә; 1944 йылдың мартында «стилде тәртипкә килтереү хәрәкәте» барышында Чжоу Эньлайға тәнҡит менән сығыш яһарға тура килә.

1944 йылда ул яңынан, Америка ҡушма штаттары аралашсылығында, Гоминьдан (Чжан Цюнь вәкиле) менән һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн ҠПК вәкиле сифатында ебәрелә.

1947 йылдың авгусында ҠПК Үҙәк Комитетының Хәрби советы рәйесе урынбаҫары һәм Ҡытай Халыҡ-азатлыҡ армияһы Генераль штабы начальнигы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. 1948 йылдың аҙағына — 1949 йылдың башына уның иң ҙур операциялары: Ляоси-Шэньян, Бэйпин-Тяньцзинь һәм Хуайхай менән етәкселек итеүҙә ҡатнаша. 1949 йылдың мартында Гоминьдан хөкүмәте делегацияһы менән граждандар һуғышын туҡтатыу тураһында тыныс һөйләшеүҙәрҙә ҠПК делегацияһын етәкләй.

1949 йылдың 1 октябрендә Ҡытай Халыҡ Республикаһы иғлан ителгәндән һуң, Ҡытай Халыҡ Республикаһының Дәүләт административ советы премьеры һәм Ҡыттай Халыҡ Республикаһының сит ил эштәре министры итеп тәғәйенләнә. Чжоу Эньлай арҡаһында Ҡытай дипломатияһы ҙур уңыштарға өлгәшә; хәҙерге Ҡытай һәм көнбайыш историографияһында Чжоу Эньлай «тыныс һыйышып йәшәүҙең биш принцибы» инициаторы булып һанала[11]. 1960-сы йылдар башында Көнбайыштың капиталистик илдәре Һәм Япония менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу һәм СССР менән мөнәсәбәттәрҙә көсөргәнешлекте йомшартыу юлы менән ҠХР-ҙың тышҡы сәйәсәтен идеологиялаштырыуҙан, уны тик « өсөнсө донъя» ға ғына йүнәлтеүҙән ҡотолорға тырыша; Мәҙәни революция йылдарында был ҡайһы бер хунвэйбинов һәм цзаофаней ойошмалары яғынан «ревизионистик ҡараштар һәм фекерҙәр»өсөн уны ғәйепләйҙәр.

 
Ричард Никсон һәм Чжоу Эньлай Пекинда, 1972 йыл

1969 йылдың сентябрендә Пекин аэропортында А. Н. Косыгин менән яҙ көнө Даманский утрауындағы сик буйы конфликты арҡаһында килеп тыуған көрсөктөң тамамланыуына сик ҡуйған һөйләшеүҙәр алып бара.

1971 йылда Чжоу Эньлайҙың Г. Киссинджер менән йәшерен һөйләшеүҙәре һөҙөмтәһендә 1972 йылда АҠШ президенты Р. Никсондың Ҡытайға сәфәре ойошторола, был Ҡытай-Америка мөнәсәбәттәрен яйға һалыуға килтерә[12].

1973 йылда Чжоу Эньлай һөргөндән премьер урынбаҫары вазифаһын биләгән Дэн Сяопинды ҡайтарыуға өлгәшә.

Ауырыуы һәм үлеме

үҙгәртергә

Чжоуҙың партия документтарын тикшереү бүлегенең элекке ғилми хеҙмәткәре Гао Вэньцян яҙған биографияһына ярашлы, Чжоуҙа беренсе тапҡыр 1972 йылдың ноябрендә бәүел ҡыуығы яман шеше асыҡлана.[13]. Чжоу командаһы дауалағанда һауығыуға өмөт ҙур булыуын хәбәр итә; ләкин партияның юғары вазифалы ағзаларын дауалауҙы Мао хупларға тейеш була. Мао Чжоуға һәм уның ҡатынына диагноз тураһында хәбәр итмәҫкә, бер ниндәй операция яһамаҫҡа һәм өҫтәмә тикшереү үткәрмәҫкә бойора[14]. Цзи Чаочжу әйтеүенсә, Чжоу Эньлайҙың шәхси тәржемәсе, Генри Киссинджер Чжоуҙы дауалау өсөн Ҡушма Штаттарҙан яман шеш буйынса белгестәр ебәрергә тәҡдим итә, ләкин был тәҡдим ахыр сиктә кире ҡағыла[15]. Чжоуҙың хәле тураһында белгән башҡа Ҡытай лидерҙары баҫымы аҫтында Мао 1974 йылдың июнендә хирургия операцияһын үткәрергә бойора, ләкин был яман шеш башҡа органдарға метастаза бирә. Артабанғы ҡайһы бер операциялар ҙа яман шештең аҙыуын туҡтата алмай[16]. Чжоу дауаханала эшләүен дауам итә, ә Дэн Сяопин, премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары булараҡ, Дәүләт советының мөһим мәсьәләләренең күпселеге менән шөғөлләнә, Чжоу Эньлаҙың һуңғы халыҡ алдында ҙур сығышы 1975 йылдың 13 ғинуарында 4-се саҡырылыш Бөтә Ҡытай халыҡ вәкилдәре йыйылышының беренсе ултырышында була, унда хөкүмәт эше тураһында отчет бирә. Һуңынан өҫтәмә медицина ярҙамы алыу өсөн ул йәмәғәтселек иғтибарынан төшөп ҡала.[17] 1976 йылдың 8 ғинуарында Пекин ваҡыты буйынса иртәнге 9 сәғәт 57 минутта вафат була.

Чжоу Эньлай хөрмәтенә Тяньцзинда мемориал (天津周恩來鄧穎超紀念館) төҙөлгән, шулай уҡ Маньчжурияла һәйкәл ҡуйылған.

Тяньаньмэнь инциденты

үҙгәртергә

1976 йылдың 5 апрелендә, боронғо ҡытай халыҡ йолаһы буйынса, йөҙҙәрсә мең Пекин халҡы Чжоу Эньлайҙы портреттары, аҡ матәм веноктары һәм аҡ сәскәләр менән иҫкә алалар. Үҙәк Тяньаньмэнь майҙанында "Интернационал"ды йырлайҙар. Майҙанда стихиялы рәүештә матәм митингылары барлыҡҡа килә, Чжоу Энлай иҫтәлегенә арналған шиғырҙар уҡыла. Халыҡтың бындай демонстратив әүҙемлегенән ҡурҡып, Цзян Цин яҡлылар майҙанға ҙур хәрби һәм полиция көстәре индерелә.. Улар халыҡты тупаҫ рәүештә ҡыуып сығаралар һәм күпләп ҡулға алалар. Был ваҡиғалар тарихта «Тяньаньмэнь инциденты» булараҡ билдәлелек ала.

 
Чжоу Эньлай Сунь Вэйши менән 1939 йылда Мәскәүҙә

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

1925 йылда Чжоу Эньлай революционер ҡатынын Дэн Инчаоға өйләнә. Улар « 4 май хәрәкәте» буйынса таныш булалар.. Чжоу менән Дэндың үҙ балалары булмай, ләкин улар һәләк булған революционерҙарҙың балаларын тәрбиәгә ала; уларҙың береһе ҠХР дәүләт советы буласаҡ премьеры— Ли Пэн була . Рәсми рәүештә Чжоу Эньлай һәм Дэн Инчао өс ҡыҙҙы ғына таный, уларҙың иң өлкәне, Сунь Вэйши, мәҙәни революция йылдарында һәләк була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 Zhou Enlai // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. Tschou En-Lai // filmportal.de — 2005.
  4. Immanuel C.Y. Hsü The Rise of Modern China (ингл.) — 6 — USA: OUP, 2000. — P. 763. — 1136 p. — ISBN 978-0-19-512504-7
  5. Deutsche Nationalbibliothek Record #118624385 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  6. Иллюстрированная биография, 2009
  7. Иллюстрированная биография, 2009, с. 9
  8. Иллюстрированная биография, 2009, с. 18
  9. Иллюстрированная биография, 2009, с. 33
  10. Иллюстрированная биография, 2009, с. 38
  11. Spence 524
  12. Spence 597
  13. Gao 235
  14. Gao, 235—236
  15. . — P. Chapter 25.
  16. Gao 260—262, 275—276, 296—297
  17. Government Work Report to the Fourth National People's Congress (in Chinese), People's Daily (21 January 1975), стр. 1. 17 ғинуар 2014 тикшерелгән.
  • Вавилов Н. Н. Ҡытай власы. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2021. — 664 с. — ISBN 978-5-907372-30-6
  • Вавилов Н. Н.. Королдәр ҡыҙыл Ҡытай. ҠХР-ҙың кландары һәм сәйәси төркөмдәре / т.в. днепровская. — М.: Концептуал, 2019. — 200 с. — ISBN 978-5-907079-47-2
  • Чжоу Биндэ. Мой Дядя Чжоу Эньлай = 我的伯父周恩来. — Пекин: Издательство литературы на иностранных языках, 2008. — 366 с. — 1300 экз. — ISBN 9787119052830.
  • Чжоу Эньлай. Иллюстрированная биография = 周恩来画传. — Сычуаньское издательство «Жэньминь», 2009. — 483 с. — ISBN 978-7-220-07636-7.