Ур (Яйыҡ ҡушылдығы)

Ур (Ыр) — (рус. Орь, ҡаҙ. Ор (үҙән)) — Ҡаҙағстан Аҡтүбә өлкәһе менән Ырымбур өлкәһе йылғаһы, Яйыҡтың һул ҡушылдығы.

Ур
Һыу башы Мугалжар[d]
Ҡайҙа ҡоя Яйыҡ
Ҡушылдыҡ Мамыт, Миңдебай (йылға), Әсеботаҡ (Ур ҡушылдығы) һәм Ҡамшаҡ
Һыу сығымы 21,3 м³/с
Бассейн майҙаны 18 600 км²
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Аҡтүбә өлкәһе[d]
Оҙонлоҡ 332 km
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Ори[d]
Карта

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Йылға оҙонлоғо 332 км, бассейны майҙаны — 18,6 мең км2[1][2]. Терисбутак (Тиреҫботаҡ) һәм Шийле (Сейәле) йылғалары ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән, Муғалжар тауҙарының көнбайыш битләүендә башлана.

Башлыса ҡар һыуҙарынан туйына. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы — тамағынан 61 км өҫтәрәк 21,3 м³/сек. Ташҡын апрелдән май урталарына тиклем, йылдың башҡа ваҡытында һайыға. Туңа башлауы октябрь — ноябрь айҙарының икенсе яртыһында, март аҙағында — апрель башында боҙҙан әрселә. Йылға Яйыҡҡа ҡоя, был урында Орск ҡалаһы урынлашҡан.[1]

Этимологияһы

үҙгәртергә

Исеме, фараз ителеүенсә, башҡорт сығышлы (күршеләш ҡаҙаҡ телендә «ор», ҡырғыҙса «ор» — "соҡор "). Ҡаҙаҡ телендәге «ор» башҡортса «ур» тип тәржемә ителә, йәғни шулай уҡ тәрән, оҙон итеп ҡаҙылған соҡор тигән мәғәнә бирә[3] Семантика йәһәтенән дә ҡабул итерлек — Рәсәйҙең төньяғында ла «Ров» тигән шишмә һәм йылғалар күп теркәлгән.[4]

Ырымбур топонимдар белгесе Б. А. Моисеев "Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки" тигән китабында бер нисә фараз буйынса ентекле һығымталар яһағандан һуң ошондай фекергә килә:

  Но главный, отличительный признак реки Орь в том,

что её русло имеет сравнительно высокие и крутые берега, особенно с правой стороны. Воды реки сильно промыли русло, вероятно, по причине слабого, песчаного грунта; река опустилась вниз, поэтому образовались высокие и обрывистые берега. Это отмечали многие авторы. Так, А. Левшин отмечал: река Орь «извивается в довольно крутых берегах своих» [129, с. 115]. В другой работе читаем, что у реки Орь «крутые и отвесные берега» [187, с. 117]. Русло реки похоже на широкую канаву, ров с высокими берегами. Вот поэтому тюркские кочевые народы (киргизкайсаки и др.) дали реке по главному отличительному признаку тюркское название Орь (Ор), которое переводится на русский язык как «ров». Значит, Орь — это река с крутыми и высокими берегами, русло её подобно большому рву или канаве[5]

 

Шулай итеп, Ырымбур ҡалаһы исеме Ур йылғаһынан яһалған, һәм сингармонизм законы нигеҙендә «ур» «ыр»ға әйләнгән.

Ҡушылдыҡтары

үҙгәртергә

1735 йылда Ур Яйыҡҡа ҡойған урында Ырымбур тораҡ пункты менән Орск нығытмаһына нигеҙ һалына, һуңғараҡ тораҡ пункт Яйыҡ ағымы буйынса түбәнерәк күсерелә (хәҙерге заман Ырымбур ҡалаһы һәм өлкәһе), ә элекке урында бары тик Орск нығытмаһы (хәҙер Орск ҡалаһы) ғына ҡала. Шулай итеп, Ур йылғаһы хәҙерге ваҡытта ла йәшәп килгән ике ҡалаға исем биргән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Орь // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. «Орь» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  4. С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. — 2-е изд., дополненное и исправленное. — Кувандык: Изд-во С. М. Стрельникова, 2002. — С. 105. — 176 с.
  5. Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Орь // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.