Хәниф

башҡорт ир-ат исеме

Хәниф — төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Хәниф

Этимологияһы

үҙгәртергә

Хәниф исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килгән, ғәр. — тоғро, ысын, саф мәғәнәһенә эйә. Башҡорт халҡы ислам дине йоғонтоһонда Хәниф исемен ҡуша башлаған[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Хәниф Кәрим (25 июль 1910 йыл — 26 август 1983 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1942), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Халыҡтар дуҫлығы» (1980) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы (4 ғинуар 1925 йыл — 23 апрель 1999 йыл) — уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының орудие һәм разведка отделениеһы командиры, сержант.РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Дан орденының тулы кавалеры.

Фәйзулин Хәниф Шәкир улы ( рус. Файзулин Ханиф Шакирович;9 апрель 1921 йыл — 17 октябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, өлкән лейтенант, Советтар Союзы Геройы, Ленин ордены кавалеры (1943)

Хәбибрахманов Хәниф Мирзаһит улы (12 ноябрь 1948 йыл) — скульптор, 1982 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы (2006), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).

Мамалимов Хәниф Масай улы (1912 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия ҡыҙылармеецы. 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының трубвзвод музыканты.

Атаһының исеме

үҙгәртергә

Ғиззәтуллин Рөстәм Хәниф улы (16 сентябрь 1974 йыл) — йырсы, композитор, продюсер. Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы (2016), Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы (2021).

Баймиев Алексей Хәниф улы (23 апрель 1971 йыл) — молекуляр биолог. Биология фәндәре докторы (2007).

Насретдинов Фәүәрис Хәниф улы рус. Насретдинов Фаварис Ханифович — (4 февраль 1957) — сәйәсмән, механизатор. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә