Хәлекәй
Хәлекәй (рус. Халикеево) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 350 кеше[2]. Почта индексы — 453187, ОКАТО коды — 80248860001.
Ауыл | |
Хәлекәй рус. Халикеево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Һыуыҡшишмә |
Халҡы | |
Милли состав |
татарҙар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453187 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 350 | 169 | 181 | 48,3 | 51,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Стәрлебаш): 9 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 67 км
Ауыл тарихы
үҙгәртергәХәлекәй ауыл Советы үҙәге. Һыуыҡшишмә исеме менән дә йөрөтөлгән, Күндерәк йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға керҙәшлек килешеүе буйынса Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, 1754 йылдың 3 майында мишәрҙәр һәм типтәрҙәр нигеҙ һала. 1784 йылда бында шундай уҡ шарттарҙа татар милләтенән булған дәүләт крәҫтиәндәре, 1788 йылда — типтәрҙәрҙең яңы төркөмө, 1795 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙе[3] Ашҡаҙар ауылынан яһаҡлы татарҙар күсеп ултыра. 1865 йылда 120 йортта 878 кеше иҫәптә торған. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 йылда 2 мәсет, 2 һыу тирмәне, тимерлек, бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. 1920—30 йылдарҙа Яңы һәм Иҫке Хәлекәй ауылдары булараҡ иҫәпкә алынған. Халҡы: 1906 йылда — 1283, 1920—1834, 1939—945, 1959—726, 1989—411, 2002—380, 2010—350 кеше йәшәгәнлеге билдәле. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Стәрлебаш башланғыс мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.[4][5].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Мозаһитов Риф Имам улы (8 ғинуар 1932 йыл — 21 август 2016 йыл) — театр актёры. 1960—1975 һәм 1992—2004 йылдарҙа хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театры, 1975—1992 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1990).
- Шаммасов Рауил Сәхиулла улы (9 ноябрь 1930 йыл) — башҡорт шағиры, прозаик, тәржемәсе һәм журналист, 1965 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1973 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2015), Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2013).
- Ғүмәров Фәйзи Муллағәли улы (3 март 1926 йыл — 27 июль 2002 йыл) — комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре, журналист һәм шағир. Бөйөк Ватан һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1987 йылдарҙа Стәрлебаш район гәзите мөхәррире. 1957 йылдан — СССР Журналистар союзы, 1971 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Стәрлебаш районының Аҡмулла исемендәге премияһының беренсе лауреаты (1995).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ хәҙерге Стәрлетамаҡ районы
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы. Хәлекәй ауылы
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 135. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 135. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Хәлекәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2022)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |